«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№26, 25 июнь - 1 июль, 2016

ЫСЫН ДУҪ БУЛА БЕЛӘ

ГӘЗИТЕБЕҘ

Ғаиләбеҙ менән бөгөн нәшер ителгән бар гәзит-журналдарҙы ла уҡырға тырышабыҙ. Шулай ҙа "Киске Өфө" гәзитенә айырым бер мөнәсәбәттәмен. Ул, башҡорт гәзите ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап булып тора минең өсөн.

"Киске Өфө" - беҙҙең йортта көтөп алынған ҡунаҡ. Ғәҙәттә, һәр беребеҙ унан үҙе өсөн ҡыҙыҡлы темаларҙы эҙләп табып уҡый. Кемделер - ауыл хужалығы, кемделер - мәҙәни тормош, кемделер сәләмәтлек серҙәре йәлеп итә. Мин иһә бөгөнгө көндөң көнүҙәк проблемалары тураһындағы сығыштарҙы яратып уҡыйым. Теге йәки был ваҡиға тураһындағы мәғлүмәтте телевидениела күрһәм, интернеттан уҡыһам да, "Киске Өфө" нимә әйтер икән, тип көтәм гел дә. Сөнки был баҫма ябай ваҡиғаға ла бер яҡлы ғына ҡарамай, халыҡ мәнфәғәтенән сығып фекер йөрөтә. Беҙҙә бөтәһе лә яҡшы, тип, ыңғай уйҙар уйлап ҡына йәшәргә тырышабыҙ ҙа һуң, тик әйләнә-тирәлә барған хәлдәргә лә күҙ йомоп булмай. Ана шул һинең күңелеңде өйкәп йөрөгән проблеманы гәзит тә эләктереп ала, әйтерһең, уйҙарыңды уҡый! Уҡыусының ышанысы - гәзит өсөн иң ҙур баһа шулдыр, тип уйлайым. Ул ысын дуҫ була белә.
Баҫмалар кешенең генә түгел, ә тотош йәмғиәттең фекерен формалаштырыусы булып тора. Гәзит тап ошо ролде үтәй ҙә инде. Ул, бөгөн нисек йәшәргә, тип аптырап ҡалған милләттәштәргә юл күрһәтеүсе лә. Уңышлы кешеләр - заман башҡорттары тураһында бигерәк яратып уҡыйбыҙ, уларҙан өлгө алабыҙ, ҡыйыуыраҡ булырға өйрәнәбеҙ. Юғарыға ҡарап фекер итергә өйрәтә бит гәзит. Яратҡан баҫмабыҙ менән киләсәктә лә ҡулға-ҡул тотоношоп атларбыҙ әле.

Фәрзәнә АБДРАХМАНОВА.
Өфө ҡалаһы.

тураһын әйткәндә...
ТУЙЫ БАР ҘА ҺАБАНЫ ЮҠ

Юғары дәрәжәле ҡунаҡтар инеп сыҡмайынса, тирмәләрҙә үҙебеҙсә, башҡортсалап тороп аяҡ бөкләп сәй эсеп сығырға булһа ла өмөтләнмәгеҙ - табын ҡунаҡтар үтеп киткәнсе күргәҙмә ролен үтәй.

... ғәҙәттәре күркәм
ӨФӨБӨҘ КИМӘЛЕ ТАҒЫ БЕР БАШҠА КҮТӘРЕЛДЕ

Өфө территорияһында 20-нән ашыу тәжрибә ҡулланыла һәм уларҙың бер нисәһе федераль кимәлдә юғары баһаға лайыҡ булып, башҡа төбәктәргә лә таратыуға тәҡдим ителгән.

белем усағы
ТУҒАН МӨХИТТӘ ШӘХЕСТӘР ТӘРБИӘЛӘНӘ

Терәк гуманитар вузы булырға барлығы 90 уҡыу йорто теләк белдерһә, ни бары биш кенә вуз һайланған. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ла шулар араһында.

йәшлек йәшнәүҙәре
АЙЫҠЛЫҠ ХӘРӘКӘТЕНӘН - ЭТНОФОРУМҒА

Пауэрлифтинг, ауыр атлетика һәм воркаут менән шөғөлләнгәс, сәләмәт йәшәү рәүешен ғәмәлдә күрһәтергә кәрәк, тигән фекергә килдем дә, егеттәр менән, йәштәр, балалар, үҫмерҙәр менән осрашыуҙарға йөрөй башланыҡ.

фекерләшәйек!
МИЛЛИ КЕЙЕМДӘ - МИЛЛИ ХОЛОҠ

Әгәр ҙә берәй эшҡыуар шәхси заказдар буйынса милли кейем тегеү цехы ойоштороп ебәрһә, халыҡ ихтыяжын да ҡандырыр, үҙенә бер аҙ килем дә табыр ине.

мәңгелек хәҡиҡәт
ТЫЙЫЛҒАНДАН - ТЫЙЫЛ, ТИГӘН...

Кеше менән тирә-яҡ мөхит донъяhы изге мөнәсәбәткә ҡоролған. Әҙәм балалары тәбиғәт менән килешеп йәшәгән, уның ҡанундарын hаҡлаған. Төҙөү, яhау, булдырыу, ижад итеү тәбиғәтте боҙмаған.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына сираттағы уҡыусыбыҙ ҡушылды. Ришат Зәйнәғәбдинов Ризаитдин Фәхретдиновтың "Нәсихәттәр" китабын уҡырға тәҡдим итә.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru