САЛАУАТТЫҢ ДИҢГЕҘГӘ
ӘЙТЕП ҠАЛДЫРҒАНЫ
Зарланмайым, диңгеҙ, туламай тор.
Күңелдә зар сиртер ҡылдар
Тыуғанымдан бирле өҙөк инде...
Тыңла мине!
Үтер йылдар...
Берәү килер бында Уралымдан -
Төшмәй тормаҫ әле юлдар.
Килер берәү... үҙ аяғы менән,
Диҡҡәт менән һине тыңлар.
Минең рухҡа, бәлки, аят уҡыр;
Бәлки, ҡурайы ла сыңлар...
Еткер уға, зинһар, һорауымды -
Илкәйемә ҡайтып йырлар:
Иле-халҡы шыр яланғас саҡта
Затлыны кеймәк хаҡына,
Иле-халҡы икмәккә зар саҡта
Татлыны еймәк хаҡына,
Әсәләре ҡан-йәш түккән саҡта
Ҡатын-ҡыҙ һөймәк хаҡына
Көн итмәйме икән башҡорттарым?
Ил иркендә сәмдәре бар микән?
Тел күркендә ғәмдәре бар микән?
Башҡорт тигән йәндәре бар микән?
Тағы ла әйт, диңгеҙ:
Салауат, тиң,
Ялҡын ләүкетер ҡуҙ иҫәп
Ғүмер һөрҙө бында, ҡол булһа ла...
|
Зарыҡты ит-ҡымыҙ көҫәп,
Ғазапланды ҡурай-ҡумыҙ көҫәп,
Ыҙаланды йә ҡыҙ көҫәп...
Барлыҡ язаларҙы башҡорт өсөн
Күтәрергә әҙер иңем
Хатта теге донъяла ла, ләкин
һис күтәрә алмаҫ инем,
Әгәр башҡорт ире,
Килмешәккә бөгөп-бөгөп билен,
Һатһа илен!
Башҡорт бисәләре,
Ят бауырҙан ҡороттороп түлен,
Һатһа телен!
Һүҙем һыйҙы һиңә,
Рәхмәт, диңгеҙ!
Тиңһеҙ ҡөҙрәт яула, диңгеҙ!
Башҡортлоғон һатҡан
башҡорттарҙан
Минең хаҡты даула, диңгеҙ!
Түлен, телен, илен һатмағанын
Данла, диңгеҙ!
Шаула диңгеҙ!
|
(Ҡыҫҡартып алынды).
көнауаз
БЕҘГӘ ЕҢЕҮҘӘР КӘРӘК,
ысын еңеүҙәрҙе белмәгән быуын өсөн
Ҡара диңгеҙгә АҠШ хәрби караптарынан торған эскадра килеп инде. Юҡҡа булмаған икән. Украиналағы революция тип аталған сыуалыштың олимпиада менән тап килеүе алдан планлаштырылған акцияға оҡшаған булып сыҡты.
афарин!
ТОРМОШ ДАУАМ ИТЕР...
уҡытыусы барҙа!
Ошо миҫалды Стәрлетамаҡ өлгөһөндә күрһәтергә мөмкин: Гөлшат Әхмәтова тигән уҡытыусыбыҙ республика конкурсында еңеп, беренсе урын алғас, ҡайтып төшөүенә Спартак Әхмәтов уны фатир асҡысы әҙерләп көтөп торҙо.
уҡытыусы һүҙе
УҢЫРБЫҘМЫ, ТУҢЫРБЫҘМЫ?
Шундай һорау алдына ҡуя реформалар
Икенсе илдән килгән бер кешенең әйткәне әле лә ҡолағымда сыңлап тора: "Мин Башҡортостанға килгәс, ике нәмәгә аптыраным: беренсеһе - эскелек, икенсеһе - шундай бай республика, ә халҡы ярлы йәшәй".
тарихи хәҡиҡәт
БАШҠОРТ АТЛЫЛАРЫНАН...
тарихтарға һыймаҫ дан ҡалған
Оло яу юлына сығыр алдынан 112-се Башҡорт атлылар дивизияһында милли составы буйынса башҡорттар 81,4 процент, татарҙар - 14,5, урыҫтар - 3,3 процент тәшкил иткән, ҡалғандары - төрлө милләт вәкилдәре.
йәштәр ҡоро
БЕЛЕМГӘ, МАҠСАТҠА ЫНТЫЛЫШТЫ...
аҫыл асылыбыҙ итәйек!
Йыш ҡына берәй атай кешегә: "Әйҙәгеҙ, ағай, улығыҙҙы Мәскәүгә уҡырға урынлаштырайыҡ", - тиһәм, яуапҡа: "Юҡ, ул үҙебеҙҙә уҡыясаҡ. Улым әле бесәндә йөрөй, башҡа шылтыратмаһағыҙ ҙа була", - тигән яуап ишетергә тура килә.
тураһын әйткәндә...
ҮҘЛЕГЕҢДЕ ҺАҠЛАУ ҘА…
Мәҙәнилек
Әнүәр Шафиҡов үҙенең мәҡәләһендә "Тәпән" исемле ҡатын-ҡыҙҙар бейеүендәге тәре һүрәтенә аптыраған. Әммә тәпәндә тәре түгел, башҡорт халыҡ тамғаһы - ҡойошҡан төшөрөлгән.
сәләмәтлек әлифбаһы
АНТЫН АҠСАҒА АЛМАШТЫРМАҺА...
шул инде ысын табип!
Дүрт тиҫтә йыл самаһы хеҙмәт стажы булған, әлеге көндә 49-сы поликлиникала участка терапевы булып эшләгән һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы Рәфиә Фазыл ҡыҙы БУРАНБАЕВА менән терапия, сәләмәтлек һәм медицинала күҙәтелгән ҡайһы бер күренештәр, халыҡты борсоған һорауҙар тураһында һөйләшәбеҙ.
|