СЕБЕР
Башҡорт һарҡындыһы менән тулған Себер.
Р. Түләк
Тыуған ерҙә тарып йөрөгәнсе
Хәйерселек тигән йәбергә,
Аяҡ тартмаҫ борон ҡәбергә –
Сығып китә ирҙәр Себергә
Ағастар гел ылыҫ-ҡырыҫ яҡта
Милләтемдең аҫыл ирҙәре.
Туңған ерҙә уңа, тыуған ерҙә
Килешмәгән ҡайһы ерҙәре?
Ер яралған дәүер ҡатламдарын,
Уятҡандар Себер киңлеген,
Уйламайҙыр тик үҙҙәрен генә,
Уйлайҙарҙыр илдең көрлөгөн дә –
Һынай заман кемдең кемлеген.
Тыштан ғына һалҡын күренә ул,
Себер ере эстән ут-ялҡын.
Һаҙлыҡтарға батып, туңып-ҡатып
Йөрөһәң дә, Себер – үҙ, яҡын.
Тыуған ерҙә арып йөрөгәнcе,
Тамаҡ ялына ла эш тапмай,
Атайлығын ирҙең, ирлеген дә
Себерҙәрҙә түккән тир һаҡлай,
Себерҙәрҙә түккән тир яҡлай.
шаңдау
БЕРҘӘМЛЕК МЕНӘН КӨСЛӨ БУЛАЙЫҠ!
Ун ике йыл буйы алдырып, яратып уҡыған "Киске Өфөнөң" быйылғы 1-се һанында замандашым Фәтих Муллағолов ҡәләме яҙған мәҡәлә сәбәпсе был сығышыма. "Беҙ түҙемле лә ул, ә башҡалар?" тип аталған бәләкәй генә яҙмаға милләт яҙмышы тураһында оло борсолоу һыйған.
үәт, шулай!
РЕКЛАМАЛЫ ҠАҒЫҘҘАР КҮҘГӘ СҮП БУЛЫП ЭЛЕНЕП ТОРА
Ун ике йыл буйы алдырып, яратып уҡыған "Киске Өфөнөң" быйылғы 1-се һанында замандашым Фәтих Муллағолов ҡәләме яҙған мәҡәлә сәбәпсе был сығышыма. "Беҙ түҙемле лә ул, ә башҡалар?" тип аталған бәләкәй генә яҙмаға милләт яҙмышы тураһында оло борсолоу һыйған.
афарин!
МӘСКӘҮҘӘГЕ СТУДЕНТТАРҘЫ ДЕПУТАТ ҮҘЕ ХӘСТӘРЛӘЙ
Үҙе табип булараҡ, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы был өлкәләге кадрҙар мәсьәләһенә лә битараф түгел. Йыл һайын ул Өфө гимназияларында медицина юлын һайларға теләгән уҡыусылар менән осрашыуҙар уҙғара.
әйҙәгеҙ...
ҺЫРҒАЛАҠ БАЙРАМЫ ОЙОШТОРОП, БАЛА КҮҢЕЛЕНӘ ТОЙҒО ҺАЛАЙЫҠ!
Тыуған илдә бысраҡ подъезд ғына күреп үҫмәһен балаларыбыҙ. Ҡала балаларына ла ойоштороп була бындай байрамдарҙы. Беҙ бер ваҡыт күрше-тирәлә йәшәүсе Өфө башҡорттары менән башҡортса Яңы йыл үткәрә башлағайныҡ.
тарихи хәҡиҡәт
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
"Турахандың подданныйлығы аҫтында нуғайҙар менән башҡорттарҙың мең ырыуының 12 улысы кешеләре булған. Әлеге ваҡыттағы Өфө ҡалаһы урынында Туратау тип аталған ҡала урынлашҡан..."
монолог
"КИЛӘСӘКТЕ ТОҠАНДЫРЫР ӨСӨН ҮТКӘНДЕҢ КӨЛӨНӘН ҠУҘ ЭҘЛӘЙЕМ"
Холоҡ ул - характер, ә характер - яҙмыш. Холҡоң ниндәй - яҙмышың шундай, тәҡдир генә үҙгәрешһеҙ. Сәбәп кенә ҡыл. Тимәк, бәхетһеҙ булып тойолған яҙмышыңды ыңғай юҫыҡҡа үҙгәртер өсөн дә 40 тәүлек етә түгелме?
аһ, ҡатын ҡыҙ...
ЙӘШ БУЛЫУҘЫҢ СЕРЕМЕ? ИЗГЕ УЙЛЫ БУЛЫУҘА!
Ҡатын-ҡыҙ үҙенә ышанырға ла бурыслы, шунда ғына ул тыштан сибәр буласаҡ. СССР-ҙың халыҡ артисы Елена Образцованың: "Ниндәй генә ауырлыҡ булһа ла, ярай әле бынан да насарыраҡ хәл булмаған, тип, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт уҡыйым", - тигәнен хәтерләйем.
хәтеркитап
"ТАМҒАЛЫ ҠАРАҒАЙ" ЯҘМЫШЫ
Оҫта ҡурайсы, халҡыбыҙҙың йырҙарын аһәңле, моңло итеп башҡарыуы менән дә дан алған Ҡәйүм олатай аҙан әйтһә, тауышы Таҡыясусаҡ, Суҡмуйыл яҡтарына тиклем яңғырап, халыҡты Аллаһ йортона әйҙәп, саҡырып торған.
һай, башҡорт аштары!
ҺАЛМАНЫ ҮҘЕҢ БАҪ, АҒАС ҠАЛАҠ БИР!
Бишбармаҡ - башҡорт халҡының яратҡан аш-һыуҙарының береһе. Уны һәр төбәктә төрлөсә бешерәләр. Бишбармаҡты табынға ҡуйғанда ла айырмалыҡтар күҙгә ташлана. Әбйәлилдәр өҫтәлендә лә был тәмле һәм туҡлыҡлы аш-һыу йыш "ҡунаҡ".
|