МӘКТӘП КЕЙЕМЕ
БЕР ТӨРЛӨМӨ, ТӨРЛӨ-ТӨРЛӨМӨ?
Август айы ата-әсәләрҙең балаларҙы мәктәпкә әҙерләү мәшәҡәте менән янып йөрөгән мәле. Мәктәп кейеме, канцелярия, китап һәм башҡа кәрәк-яраҡтарын әҙерләүҙәге иң ҙур сығым, әлбиәттә, уҡыу йортонда ҡабул ителгән берҙәм мәктәп формаһын алыуға тотонола. Ҡасандыр бөтә мәктәп уҡыусылары бер төрлө кейемдә йөрөнө, унан һуң ирекле кейемдәрҙә белем алдыҡ һәм һуңғы ваҡытта уҡыусылар өсөн тағы ла берҙәм мәктәп формаһы булдырылды. Төрлө бәхәстәр тыуҙырған берҙәм мәктәп формаһы бөгөнгө көндә ысынлап та кәрәкме, әллә бындай талап уҡыусыларҙы сикләйме?
(Дауамын уҡырға).
бынағайыш
БАЛА БАҠМАҠ - ЙӘН СЫҠМАҠ
Балаларҙың опекундары, уллыҡҡа һәм ҡыҙ итеп алған кешеләргә ҡарата үҙ бурыстарын тейешле башҡармағандары, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырып, ҡазаға юлыҡтырғандары өсөн яуаплылыҡ саралары ҡаралған.
әйҙә, аҡса эшләйек
ҠУЛЫҢ ОҪТА БУЛҺА КИЛЕМ ДӘ БУЛЫР
Ике ҡатлы беседкалар күп функциялы булыуҙары менән отошло. Унда йәйгеһен генә түгел, ә ҡышын да ҡулланып була торған зоналар эшләргә мөмкин. Шулай уҡ ололар һәм балалар зонаһын айырым бүлергә лә була.
йән әрнеүе
ЯҠТЫКҮЛМЕ, ӘЛЛӘ БУҠТЫКҮЛМЕ?
Ҡасандыр республикала иң таҙа күлдәрҙән һаналған һыу ятҡылығының тирә-яғын үҙ күҙем менән күргәс: "Их, Яҡтыкүл түгел, уға ла ана шул Силәбе өлкәһендәге, борон әсе телләнеп бирелгән күл атамаһы таман булып бара түгелме?"- тигән уй мейемде телеп үтте.
һорау-яуап
ПЕНСИЯ ЙӘШЕ ТАУҘАР АРТЫНДА ТҮГЕЛ
Закондар ҡатмарлы, тигәйнем инде, шуға ла кешеләр йыш ҡына аңлашылмаған һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, нимә ул индивидуаль пенсия коэффициенты (ИПК) һәм ул нисек иҫәпләнә тип һорайҙар.
ҡайтауаз
НИМӘ УЛ КЛЕПТОМАНИЯ, ЙӘҒНИ БУРҘАРҘЫ АҠЛАП БУЛАМЫ?
Бына шулай, һәр кем үҙ ғәҙәттәренең ҡорбаны. Ғәҙәттәрең һәр ваҡыт һинең менән идара итә. Шунан инде һин тотҡон, ҡол тормошо менән йәшәйһең. Төрмә һинең ғәҙәттәреңдән, һин ҡылған ҡылыҡтарҙан хасил була…
уҡытыусыға ярҙамға
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘНЕҮМЕ?
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте" тигән айырым предмет "ЯКласс" сығанағында барлыҡҡа килһен өсөн республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 15 педагог тырышлыҡ һалып, Башҡортостандың Мәғариф министрлығы һәм Мәғарифты үҫтереү институты белгестәре ярҙамында был эште атҡарып сыҡтыҡ.
килешмәйем
ДӘРЕСЛЕКТӘР ТУҒАН ТЕЛГӘ ХЕҘМӘТ ИТМӘЙ
Әммә 3-сө кластың кластан тыш уҡыу китабы тик немец, инглиз яҙыусыларының әкиәттәренән генә тора икән. Йәнәһе, 3-сө кластан уҡ донъя әҙәбиәте менән таныштыралар. Ни бысағыма кәрәк был, уҡыусылар уның йөкмәткеһен аңламағас?
ата-әсә ҡолағына
ЙӘНҺҮРӘТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙМЕ?
Заман йәнһүрәттәренең береһе лә кескәйҙәр өсөн түгел икән. Совет заманында сыҡҡандары, йәғни минең быуын ҡарап үҫкән йәнһүрәттәр менән 90-сы йылдарҙан һуңғылары араһында ҙур айырма бар. "Серая мышка", "Король Лев", "Кот Леопольд", "Дюймовочка", "Золушка" - улар беҙҙең быуындыҡы. Улар тәрбиәүи яҡтан бик көслө.
кинәйәне киңәйтеп...
ИТ ИЗГЕЛЕК - КӨТ ИЗГЕЛЕК
Уҡыу йылы башланған көндә уҡытыусы үҙенең былтырғы бишенсе кластар алдында баҫып тора. "Һеҙ минең яратҡан уҡыусыларым, мин бөтәгеҙҙе лә яратам һәм һеҙҙе яңынан күреүемә бик шатмын", - ти ул, балаларға ҡарап.
психолог ыңғайға көйләй
ҮҘЕҢ НИНДӘЙҺЕҢ - БАЛАҢ ДА ШУНДАЙ
Бала - ул ата-әсәнең сағылышы. Әлбиттә, ул шәхес, тик ул ата-әсәһе нимә өйрәткән, шуны ғына эшләй белә. Өлкән кешегә был насар, тип аҡыл өйрәтергә була әле, ә бала быны аңламай.
матур хәтирә
МӘКТӘП ЙЫЛДАРЫНДА МӘҘӘК ХӘЛДӘР КҮП БУЛЛА
Йәнбулатов Әхмәт аяғүрә тороп баҫты ла, түбә таҡтаһына ҡарап, һорауға яуап эҙләй башланы. Беҙ ҡымшанмай ғына, тын ҡалып ултырыуҙы дауам итәбеҙ. Шул саҡ таҡта тапҡырындағы иҙән ярығынан кескәй генә сысҡан балаһы килеп сыҡты.
нәҫел ғорурлығы
БАРЫБЫҘ ҘА УҠЫТЫУСЫЛАР!
Сибай медицина колледжының производство практикаһы мөдире Айгөл Ураҙгилдина "Педагогик династия" төбәк-ара конкурста Исламғоловтар нәҫеле исеменән сығыш яһап, гран-при яуланы.
Фәрзәнә Аҡбулатова
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАЙЫМ… (7-се бүлек)
Бәхетле итер өсөн һуңғы көнгә ҡәҙәр һуҙмайҙар, һуңғы һаламға ла йәбешмәйҙәр, һин ышанған Ғәзинур мәктәп йылдарында тороп ҡалды. Ә бөгөнгөһө һине тик яңғыҙлыҡҡа ғына этәрә. Арағыҙҙа вуздан һуң да ете йыл ваҡыт ята.
ҡул белгән шөғөл
ХУЖАБИКӘЛӘРҘЕҢ УРАҒАЙ МӘШӘҠӘТТӘРЕ
Йүкә сәскә атып бөтөп, балды айыртып алғас, ҡарабойҙай эҙләп китәбеҙ. Умарталарҙы баҫыуҙың үҙенә үк барып ултырабыҙ. Унан сират көнбағышҡа етә. Бик ҙур эш ул ҡортсолоҡ. Күңел ҡәнәғәтлеге бирә ул беҙгә.
йәшел дарыухана
ПОМИДОР
1811 йылдарҙа нәшер ителгән немец ботаника һүҙлегендә "Помидорҙар ағыулы иҫәпләнһә лә, Португалия һәм Богемияла уларҙан әскелтем тәмле соустар эшләйҙәр" тип яҙылған.
белмәһәң - бел!
ҺАБАҠТАРЫ ЛА ШИФАЛЫ
Әлеге ваҡытта йорт яны участкаларында, баҡсаларҙа тулып ултырған йәшелсә һабаҡтарының файҙаһы тураһында һөйләмәксебеҙ.
сәнғәт яңылығы
ЮБИЛЕЙЛЫ ИЖАД МИҘГЕЛЕНӘ
Салауат дәүләт башҡорт драма театры коллективы юбилейлы ижад миҙгеленә әҙерләнә. Театр хеҙмәткәрҙәре өсөн йәйге отпуск осоро тамам, улар яңы көс туплап эшкә сыҡты һәм йыйылышып, яңы бурыстар, пландар буйынса фекер алышты.
ҡыҫҡы әңгәмә
ҺӘЛӘТЛЕ БАЛАЛАР "БАШҠОРТОСТАН" КОНЦЕРТ ЗАЛЫНА КИЛҺЕН
28 августа "Башҡортостан" дәүләт концерт залы баш ҡала халҡын асыҡ ишектәр көнөндә көтә. Сара тураһында концерт залының художество бүлеге мөдире Рафаэль СӘҒИТОВтан һораштыҡ.
|