«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘКТӘП ЙЫЛДАРЫНДА МӘҘӘК ХӘЛДӘР КҮП БУЛЛА
+  - 


"Матур хәтирә" тигән рубрика бар ине "Киске Өфө" гәзитендә. Ул рубрика бик һирәк кенә килеп сыға. Күрәһең, гәзитебеҙҙе уҡыусылар үҙ хәтирәләре менән уртаҡлашырға ваҡыт тапмай. Бына әле яңы уҡыу йылы башланыр алдынан ошо рубриканы яңыртып, мәктәп йылдарындағы ҡыҙыҡ хәлдәр тураһында ла яҙып ебәрергә булдым әле. Гәзит уҡыусылар араһында, моғайын, мәктәп йылдарындағы, йәшлек ваҡытындағы ҡыҙыҡ һәм матур хәтирәләр һаҡлаусылар барҙыр, бәлки улар ҙа миңә ҡушылыр, тип өмөт итәм.

***

Инде стажлы пенсионер булһам да, мәктәптә уҡыған йылдарҙағы ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы йыш иҫкә төшөрәм. Бына шуларҙың береһе тураһында һөйләйем әле. Пединститут студенттары беҙҙең мәктәптә практика үтә ине. Бына бер көндө бер егет дәрес бирә. Ул класыбыҙға инеп, матур итеп яңы тема аңлатты һәм уҡыусыларҙың уның һөйләгәндәрен үҙләштерҙеме-юҡмы икәнен белер өсөн өҫтәмә һорау бирҙе. Берәү ҙә ҡул күтәрмәгәс, ҡарашын журналға төбәне. Әлбиттә, ундай саҡта бүлмәлә тынлыҡ урынлаша. Студент алфавит буйынса теҙелгән фамилиялар буйлап бармағын йүгертте лә, Йәнбулатов яуап бирә, тип, тынып ҡалған уҡыусыларға төбәлде. Йәнбулатов Әхмәт аяғүрә тороп баҫты ла, түбә таҡтаһына ҡарап, һорауға яуап эҙләй башланы. Беҙ ҡымшанмай ғына, тын ҡалып ултырыуҙы дауам итәбеҙ. Шул саҡ таҡта тапҡырындағы иҙән ярығынан кескәй генә сысҡан балаһы килеп сыҡты. Ул, ниңә былар тып-тын ултыралар икән, тип аптыраны шикелле, беренсе рәттә ултырған уҡыусының янына уҡ килеп, уның аяҡ аҫтында урала башланы. Беҙ барыбыҙ ҙа "кескәй ҡунаҡты" ҡыҙығып күҙәтәбеҙ. Сысҡан тураһында практикант менән Әхмәт кенә белмәй. Ә ахмаҡ сысҡан балаһы бүлмә буйлап йүгереп йөрөй рәхәтләнеп. Бер мәл студент ағайыбыҙ бөтә уҡыусыларҙың күҙ ҡарашы иҙәнгә төбәлгәненә иғтибар итте һәм кескәй генә һоро туптай тәгәрәп йөрөгән сысҡан балаһын күреп ҡалды. Шунан ул шым ғына, һаҡ ҡына сысҡан янына яҡынлап, аяғын һелкетеп, "кескәй ҡунаҡты" ҡыуып маташты. Ә сысҡан уның менән уйнаусы табылыуына бик шатланды шикелле, ағайыбыҙҙың аяғы тирәләй сабып-йүгергеләй башланы. Шул саҡ Йәнбулатов та сысҡанды күреп ҡалды һәм бармағы менән төртөп күрһәтеп, бүлмәне яңғыратып: "Сысҡан, кескәй генә сысҡан балаһы!" - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Гөр килешеп көлөштөк. Дәрес тамамланыуын белдереп, ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Студент ағайыбыҙ көрһөнөп: "Дәрес тамам..." - тигән булды. Ә сысҡан ҡыңғырау тауышынан ҡурҡып, өңөн таба алмай буталанды. Әхмәт йүгереп барып ахмаҡ сысҡанды эләктереп алды ла: "Рәхмәт һиңә, минең ҡотҡарыусым!" - тип, уны өңөнә индереп ебәрҙе...

***

Мәктәп йылдарындағы ҡыҙыҡтар бик күп инде ул. Бына тағы береһе тураһында. Бала саҡта минең бер ғәҙәтем бар ине. Дәрес тыңлағанда, аяҡ кейемдәремде сисеп, иркенләп ултырырға ярата инем. Минең был ғәҙәтемде класташтар ҙа белгән булған, күрәһең. Бер саҡ тарих дәресендә уҡытыусы ағай мине таҡта янына саҡырҙы. Тиҙ генә эйелеп, аяҡ кейемдәремде кейәйем, тиһәм, улар юҡ булған. Ҡыҙарынып тороп баҫтым да: "Ағай, таҡта янына сыға алмайым, туфлиҙарым юғалды", - тинем. Синыфташтарым гөр килешеп көлдө, ә кемдер: "Уның аяҡ кейемдәре өйөнә ҡайтып киткән", - тип өҫтәне. Әлдә уҡытыусыбыҙ һәйбәт ине: "Ярай, улайһа, урыныңда ултырып ҡына яуап бир", - тине. Шаян Ринат дәрестән һуң аяҡ кейемемде алып килде. Ҡәнәғәт, ауыҙы ҡолағынаса йырылған.

***

Тағы бер хәтирә. Бишенсе синыфта беҙ география фәнен өйрәнә башланыҡ. Ул фәнде оло йәштәрҙәге уҡытыусы алып бара. Шуға ла мин уға ҡарата ниндәйҙер йәлләү хисе кисерә инем. Аҡрын ғына атлап йөрөй, тауышы ла тоноҡ ҡына сыға. Йәлләп, үҙемсә уға ярҙамлашҡан булам, гел генә уның ҙур картаһын, башҡа әсбаптарын география кабинетына алып килешә торғайным. Бер дәрестә уҡытыусы: "Урта быуаттарҙа фән асыштары дин ҡалыптарына тап килмәһә, ғалимдарҙы язалағандар йәиһә төрмәгә япҡандар",- тип һөйләне. Уҡыусылар ул ғалимдарҙы йәлләп, бер-береһе менән фекер алыша башланы. Бүлмә гөж килеп тора. Уҡытыусы нисек тынлыҡ урынлаштырырға белмәй. Шул саҡ ул: "Галелео Галелей судтан һуң нимә тип әйткән?" - тигән һорау бирҙе. Беҙ бөтәбеҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Йәлләү хисенә бирелеп, уҡытыусының һуңғы һөйләмен тыңлап бөтөрмәгәнбеҙ икән. Тынлыҡты иң артҡы партала ултырырға яратыусы Факиһа Әлимбаева бүлде. Ул ҡулын күтәреп, тороп баҫты ла: "Галелео Галелей "А все таки Земля вертится!" тип әйткән", - тип, яуап бирҙе. Уҡытыусы киң йылмайып: "Әлимбаева, мин һиңә яуабың өсөн биш билдәһе ҡуям!" - тип, журналға эйелде. Шунан: "Эйе, кешелек таныймы, юҡмы, Ер шарыбыҙ үҙ күсәрендә әйләнә, был ысынбарлыҡ", - тип өҫтәне...

Шулай итеп...
Эйе, таныйбыҙмы, юҡмы, Ер шары үҙ күсәрендә әйләнә. Таныйбыҙмы, юҡмы, баш ҡалабыҙ Өфөнөң йәше 1500 йылдан ашыу икәнен ғалимдар күптән иҫбат итте. Таныйбыҙмы, юҡмы... Был исемлекте бик оҙаҡ дауам итергә булыр ине. Бөгөн кешеләр бер нимәгә лә ышанмаусыға, битарафҡа әйләнде. Уларға ҡарайһың да, бына шул бөгөнгөнө элеккеләр менән сағыштырыуға, бала саҡ, йәшлек хәтирәләренә төшөп китәһең дә инде: беҙ гел яҡтыға, гел яҡшыға ышанып йәшәгәнбеҙ һәм шуның менән бәхетле булғанбыҙ икән. Шулай түгелме ни? Әйҙәгеҙ, ошо бәхетле мәлдәр, ҡыҙыҡлы хәтирәләр менән уртаҡлашайыҡ әле гәзитебеҙ биттәрендә.

Фәүзиә ЯХИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.08.22 | Ҡаралған: 341

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru