УРАЛ БАТЫР РУХЫ
ТАУ БУЛЫП КҮТӘРЕЛДЕ,
ҠАЯ БУЛЫП ҠАЛҠТЫ
Үткән аҙнала Урал батырҙың эҙҙәре, Шүлгәндең аһтары ҡалған хозур төбәктә - "Шүлгәнташ" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығында "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсын йомғаҡлау тантанаһы үтте.
Сирек быуатлыҡ тарихында (Бөрйән районына иһә унан да күп - 27-се тапҡыр үтә) конкурста 5 меңгә яҡын уҡыусы сәсәнлектә һынау тотҡан. Ошо мәртәбәле конкурс ярҙамында иңдәренә илһам ҡанаттары ҡуйғандар, йөрәктәрендәге рух осҡонон ялҡын итеп дөрләткәндәр бөгөн республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарында уҡый, телебеҙ, рухыбыҙ һағында уяу тороп, төрлө тармаҡтарҙа эшләп йөрөй. Әлеге тантанала ла кемдер берәү билдәләп үтеүенсә, "йәштәр, балаларҙың һуңғы 25 йылдағы быуыны, беҙҙең быуындағылар кеүек, "Урал батыр" эпосын әкиәт итеп түгел, ә халҡыбыҙҙың тәүтарихы итеп уҡыны, йәшәйеш коды итеп аңдарына һеңдерҙе. Шуға ла бөгөнгө йәштәр икенсерәк, аңлыраҡ, улар өҙөлә яҙған быуындар бәйләнешен тергеҙеүселәр..."
Артабан уҡырға
төрлөһөнән
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ӨЙРӘН!
"Башҡорт теле: яңы ҡараш 2.0" тип аталған дәреслек донъя күрҙе. Ул өлкәндәргә телде өйрәнергә ярҙам итәсәк, шул иҫәптән өҫтәмә материал булараҡ мәктәптә лә ҡулланыла аласаҡ.
донъя шаңдауы
ЕВРОПАЛА ТАҒЫ КОВИД ШӘҮЛӘҺЕ
Америка ғалимдары Украинаға килеп, әлеге үлемесле биологик препараттарҙы психиатрия дауаханаһы ауырыуҙарында, төрмәләрҙә ултырыусыларҙа, хәрби әсирҙәрҙә һынап ҡарай. Ғәҙәттәге фашизм, башҡа һүҙ табыуы ла ҡыйын...
көнауаз
СЕНТЯБРЬ АЛДЫНАН КӘҢӘШЛӘШЕҮ, ФЕКЕР АЛЫШЫУ МОТЛАҠ...
Ошо йылдың 22 авгусында Өфөлә баш ҡалабыҙ мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһенең пленар ултырышы уҙғарылды. Кәңәшмәнең модераторы ролен Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева үтәне. Быйылғы кәңәшмәнең төп темаһы - "Өфө ҡалаһының берҙәм белем биреү арауығы: уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙең яңы мөмкинлектәре".
көнүҙәк әңгәмә
ҠАЙҺЫ ТАРАФТА ЙӘШӘҺӘ ЛӘ БАШҠОРТОСТАН ИЛҺӨЙӘРЕ БУЛҺЫН ЙӘШТӘРЕБЕҘ
Әгәр ҙә элекке кеүек һәр абитуриент уҡыу йортона барып имтихандар тапшыра башлаһа, был коррупцияға юл асасаҡ. Ул саҡта белем түгел, ә танышлыҡ тәүге урынға сығасаҡ.
тәрбиә мәктәбе
БАЛАЛАРҘЫ ОШАҠЛАШЫРҒА ӨЙРӘТЕҮ ЯҠШЫМЫ?
Һуғыш мәлендә дошманды алдау, бәхәстә булған кешеләрҙе яраштырыу маҡсаты менән алдаштырыу һәм ҡатыныңа комплимент өсөн бигүк дөрөҫлөккә тап килмәгән һүҙҙәр әйтеү Бәйғәмбәребеҙ тарафынан рөхсәт ителгән.
психолог ыңғайға көйләй
ЯҠЫНДАРЫҢДЫҢ ТОРМОШОН ҮПКӘЛӘҮҘӘРЕҢ МЕНӘН АҒЫУЛАМА
Гел үпкәләп йөрөүҙән үҙенең сәләмәтлеге лә ҡаҡшай. Йәшәргә көс тапмай, үпкәләгән кешеһенә ҡыйынлыҡ тыуҙырасаҡ ситуацияларҙы күҙ алдына килтерә, уға ла насар булһын, тип теләй, ошонан үҙенсә ғәҙеллек эҙләй.
Рамаҙан Өмөтбаев
АТЛЫ БАШҠОРТ - 5
Заһретдин уны Ирәндек ҡуйынына һырынып ултырған йәшел сауҡалыҡ тип хис итте. "Нисек тә ҡайындарға барып етергә кәрәк, шул саҡта тере ҡалырмын", - тип уйланы.
заман һынауҙары
ИР-ЕГЕТ ҠЕҮӘТЕ ИЛДЕ ҠУРСАЛАЙ
Ата-бабаларҙан килгән был традиция - ир-егеттәрҙең илде, ерҙе һаҡлау өсөн көрәше, яуҙарға күтәрелеүе генә үҙгәрмәҫ. Яугирлыҡ ҡеүәте, көсө быуындан-быуынға тапшырыла, уға ваҡыт үлсәүе юҡ...
ата-әсәй ҡолағына
БУЛДЫРА АЛАҺЫҢ! ҠУЛЫҢДАН КИЛӘ!
Эшкинмәгән, булдыҡһыҙ, башһыҙ... Ошондай һүҙҙәрҙе ата-әсәнең үҙ балаһына әйткәнен йыш ишетергә тура килә. Бәлки, улар быға әллә ни мәғәнә лә һалмайҙыр, әһәмиәт бирмәйҙер, әммә баланың күңеленә ғүмерлек яра һалыныуы бар.
|