АСЫҠ ҺАУАЛА
КИНО ҠАРАЙБЫҘ
Ҡалала был эҫе йәй көндәрен ҡояшта ҡыҙған таш биналарҙа уҙғарыуы, ай-һай, еңелдән түгел. Шуға ла халыҡ кис булһа, урамдарға эркелә, әммә быйылғы зәхмәтле көндәрҙә кистәрен күмәкләп парктарҙа йөрөү ҙә, тәғәмханаларҙа аралашып ултырыу ҙа, байрам саралары һәм концерттарҙа ҡатнашыу ҙа ҡаты сикләнде. Ләкин ошо көндәрҙә Өфө ҡала хакимиәте тырышлығы менән был хәлгә бер аҙ еңеллек өҫтәлгәндәй булды: М. Ғафури исемендәге Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәк паркында автокинотеатр асылды.
(Артабан уҡырға).
шаңдау
"БӨТӘ БАЛАЛАР ҘА УРТА МӘКТӘПТЕ ТАМАМЛАҺЫН"
Мәктәптә элеккесә, балаға үҙ ауылында имтихан тапшырып, урта мәктәпте тамамларға мөмкинлек биреү мөһим. Ошо йәһәттән Берҙәм дәүләт имтихандарын юғары уҡыу йортона барыусылар ғына тапшырһа, бик уңай буласаҡ.
көнауаз
ЮЛ КҮРҺӘТКЕСТӘРЕ ӨС ТЕЛДӘ БУЛҺЫН
Рәшит Шәкүр топонимик атамаларҙың башҡорт теленә тәржемәһе бик йыш хаталы булыуын белдерҙе. Элекке йылдарҙағы кеүек, предприятиеларҙың рус һәм башҡорт телендәге атамалары тупланған исемлек сығарырға кәрәк.
етмеш ете һөнәрле...
ХЫЯЛДАРЫ ИЖАДҠА ӘЙҘӘЙ ҘӘ ТОРА
Күренекле яҙыусы Булат Рафиҡовтың тарихи романдары, фараздары ошо ерлектә тыуғанғамы, әллә район үҙәгенән ярайһы ситтә урынлашып, төпкөл төбәк иҫәпләнгәнгәме, ошо ҙур булмаған ауылға килеп инеү менән ниндәйҙер күҙгә күренмәгән ептәр уратып ала ла, һине сал быуаттар артылышына әйҙәй кеүек...
уйлыға - уй
ТУҒАНДАРЫҢ - ҠУЛЫҢ МЕНӘН АЯҒЫҢ, ДУҪТАРЫҢ - ТАЯНЫР ТАЯҒЫҢ
Ғаилә мөнәсәбәттәре, мәңгелек ҡиммәттәр үҙгәреш кисергән бөгөнгө мәлдә һеҙҙең ғаиләлә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре бармы? Туғанлыҡ ептәрен нығытыуҙың ниндәй сараларын беләһегеҙ? Ошо һорау менән бер нисә замандашыбыҙға мөрәжәғәт иттек.
ғаилә ҡоро
ӨСӨНСӨ БАЛАНАН ҺУҢ ДОНЪЯБЫҘ ТЕҮӘЛЛӘНДЕ
Шуны аңламайым: власть үҙе бала табырға, ғаилә абруйын күтәрергә саҡыра, ә үҙе халыҡ бала тапмаһын, ғаилә ҡормаһын өсөн бөтәһен дә эшләй. Торлаҡһыҙлыҡ тураһында әйттем инде.
бер кәлимә фекер
КӘЛӘШ АЛМАЙЫМ, ЙӘКИ БУЙҘАҠ МОНОЛОГЫ
Тыуымды арттырыуҙың төрлө юлдарын тәҡдим итәләр. Хатта төнгөлөккә утты рубильниктан һүндерергә тигәндәре лә юҡ түгел. Был фекерҙән мәғәнә табырға була, һис шикһеҙ.
ғаилә мәктәбе
ИРЕМ ЯҠШЫ БИТ МИНЕҢ!..
Бәйғәмбәр килененән хәл-әхүәл һораша. Килене ҡайныһына иренән зарланырға тотона. Ибраһим ғәләйһис-сәләм килененә ҡаршы бер ни ҙә өндәшмәй, тик "Улыма әйт, өй тупһаһын алыштырһын", тигән сәләм тапшырырға ҡуша.
Иҙрис НОҒОМАНОВ
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ (7-се бүлек)
Тауыҡ түгел - торғаны бер мөғжизә инде. Ҡыҙыл тауыҡ тора-бара ихатабыҙҙың "атҡаҙанған хеҙмәткәренә" әйләнде. Ул иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә бала сығарып, бала бағыуҙан бушаманы. Йәй рәхәтлеген дә күрмәй ҡала ине.
башҡорт аш-һыуы
ҠЫМЫҘМЫ, ӘЛЛӘ ҠЫМЫҘ ЭСЕМЛЕГЕМЕ?
Ҡымыҙҙағы С витамины иммунитетты нығыта һәм организмдың һаҡланыу функцияларын арттыра, вирус һәм инфекцияларҙың кире йоғонтоһо менән көрәшергә ярҙам итә. Заманында цинга ауырыуын ҡымыҙ менән дауаламағандар бит.
мосолман әҙәбе
ҠОРБАН ҒӘЙЕТЕ МӨБӘРӘК БУЛҺЫН!
Ҡорбан байрамды бөтөн донъя мосолмандары оло шатлыҡ менән ҡаршы ала. Ул - Зөлхизә айының 10-сы көнөндә билдәләнә, Хаж ғәмәлдәре тамамланыу айҡанлы үткәрелә торған байрам. Өс көн дауам итә ул.
афарин!
МИЛЛИ КЕЙЕМЕБЕҘҘӘ РУХИ БАЙЛЫҒЫБЫҘ
Стилләштерелгән, замансалаштырып, милли элемент һалып тегелгән кейемдәгеләрҙе урамда ла йыш осратырға мөмкин бөгөн. Бер ҡараш ташлау менән уның башҡорт ҡыҙы йәки улы икәнлеген, уның үҙенең сығышы, тарихы, мәҙәниәте менән ғорурланыуын белергә була.
|