ИЛАЙ БӨГӨН ФЕВРАЛЬ БУРАНЫ...
Бурап яуған февраль ҡарҙарында
Талпынды ла саңҡып бәрелде бит
Ғорур бөркөт ғорур ҡаяға.
Тоғроларҙан булды ул тоғрораҡ,
Саяларҙан булды саяраҡ.
Тыуҙы ошо февраль ҡуйынында,
Ауҙы ошо февраль көртөнә.
Йүрүҙәне ҡалтыранып сатнай,
Янғантауы янып көрһөнә.
Боҫоп йәшәр күпме төлкөнө ул
Күләгәһе менән өркөттө.
Ниңә бынау февраль буранында
Ҡанаттары янды бөркөттөң?
Ҡанаттары янды,
Йөрәккәйен
Баҫманымы ошо боҙ һауа?
Боҙ һауанан янған йөрәгенә
Тик тоҙ тама,
Тик тоҙ, тоҙ тама.
Түшәп китте ерҙең яраһына
Февраль еле йылы ҡарҙарҙы.
Февраль үҙе ниңә яҙға тартып,
Үҙе күрә алмай яҙҙарҙы?
Өрмәк булһа ла бит бөгөнгө көн
Биттәремә гүрҙең һалҡынын,
Ишетәм бөгөн гөрләүектәр шауын,
Тоям барыбер бөгөн яҙ тынын.
Бөрө кеүек ҡапыл асылдың һин,
Тамсы булып ҡапыл иренең.
Яҙ көнө ул һәр кем яҙҙы маҡтай,
Һин ҡыштарын күрҙең бөрөнө.
Был донъянан һинең китеүҙәрең
Йөрәгемде йөҙгә тураны.
Ҡәбереңә май сәскәһе һибеп,
Илай бөгөн февраль бураны.
Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
1977 йыл, февраль.
минең Рәми
ҺӘР МИЛЛӘТ ҮҘЕНЕКЕ ИТТЕ
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың "Туған тел" шиғырын бөгөн кем генә белмәй ҙә, кемдәр генә яратып яттан һөйләмәй! Кескәйҙәрҙән алып, өлкәндәргә тиклем бөтәбеҙҙең дә йөрәк һүҙенә, туған телгә һәйкәлгә әүерелде ул.
минең Рәми
УЛ БАШҠАЛАРҒА ОҠШАМАҒАН...
Рәми Ғариповта кешелеклек сифаттары бик көслө булған һәм бөгөн беҙ ундай кешеләргә ҡытлыҡ кисерәбеҙ. Ундайҙар күп булһа, тормошобоҙҙағы күп кенә киҫкен проблемаларҙан ҡотолор инек.
иҫкәртәбеҙ!
ЗАМАН БӘЛӘҺЕ
Һуңғы йылдарҙа берәҙәк эттәр ысын мәғәнәһендә ҙур бәләгә әйләнде. Төрлө йоғошло сир таратыуы менән генә түгел. Уларҙың кешеләргә ташланыу осрағы йышайҙы. Ауылдарҙа ҡош-ҡортҡа, ваҡ малға һөжүм итеү күренештәре лә күбәйҙе.
минең Рәми
"ТУҒАН ТЕЛ"ДӘН БАР БУЛДЫҠ
Рәйес тә, мин дә, барыбыҙ ҙа, Рәми Ғариповтың "Туған тел"енән бар булдыҡ. Беҙҙән һуң да тағы ла бер нисә быуын әҙиптәре шул шиғыр йоғонтоһонда формалашты. Артабан да шулай барасаҡ.
минең Рәми
УНЫҢ БӨРӨЛӘРЕНЕҢ БЕРЕҺЕМЕН
Рәми Ғарипов йәшәгән, ижад иткән осор еңелдән булмаған. Һаман да эҙәрлекләү, ҡыҫыу, йәберләү, милләтселектә ғәйепләүҙәр дауам иткән; Яҙыусылар ойошмаһында ла мөхит ҡатмарлы булған.
ырыуың кем?
КҮБӘЛӘКТӘР, ТИЛӘҮҘӘР, ҠЫУАҠАНДАР - КӨНСЫҒЫШ БАШҠОРТТАРЫ БУЛАБЫҘ
Ғалим-этнолог Р.Ғ. Кузеев күбәләк ырыуын оло табын ҡәбиләһенең бер тармағы, тип иҫәпләй. Ул боронғо риүәйәттәрҙең береһендә Күбәләк һәм Тиләү исемле ир-егеттәрҙең бер туған булыуҙары хаҡында бәйән ителеүен иҫкә ала.
диалог
АТАЙЫМДЫ ХАЛҠЫ БАҺАЛАЙ – ТИМӘК, УЛ ЮҠҠА ЙӘШӘМӘГӘН!
Атайымдан өйрәнәһеләр, фәһем алыр нәмәләр күп. Ул тәбиғәте буйынса шундай ипле, һаҡсыл, теүәл кеше ине. Нәшер ителгән һәр китабының ҡулъяҙмаһы китап итеп тегелгән, яҙыуы ла ипле, матур. Ҡыҫҡаһы - эстет.
Рәсүл Байгилдин
ДАН ЮЛЫНЫҢ ТУҘАНЫ
Һеҙҙең мәктәптән инглиз теле уҡытыусыһы Сәғитов таусы эшселәр делегацияһы менән тәржемәсе сифатында сит илдәр буйлап йөрөп ҡайтты. Кәйефе нисек, нимәләр һөйләй - ентекләп яҙ. Ике аҙна ваҡыт.
минең Рәми
УНЫҢ ҺАБАҠТАРЫ ОНОТОЛМАЙ
Университетҡа ғүмерем буйы рәхмәтлемен, сөнки унда беҙгә, башҡорт балаларына, белем биреүҙән тыш, милли рух, милли тойғо уята, үҙебеҙҙең кемлегебеҙҙе, ниндәй милләт балаһы булыуыбыҙҙы таныта белделәр.
минең Рәми
ХӘТИРӘЛӘРҘӘН ӨҘӨКТӘР
Рәми Ғарипов исемен әйтеү менән бер кемгә лә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫ шағир һәм шәхес күҙ алдына килеп баҫа. Уға шағирлыҡ әсә һөтө менән ингән.
минең Рәми
ШАҒИР ДОНЪЯҺЫНА СӘЙӘХӘТ
"Тамашала Рәми Ғарипов исеменән әйтелгән һәр һүҙ минең тойғоларым, эске донъямдағы кисерештәрем менән тап килә. Эстән шулай уҡ телем, халҡымдың киләсәге, тип янам..."
|