ТЕЛЕМ, ТИП ТАЛМАҪ ТЕЛЕМ...
Үҙ илеңдә ситкә тибелгәндә,
Ситтә булыр микән һиңә һан?
Туған телем, йоҡоларым ҡаса
Һинең яҙмышыңды уйлаһам.
Ниндәй хәлгә һине төшөрмәйҙәр
Белмәгәндәр хатта әлепте.
Мәғәнәһе һүҙҙең үҙгәреүсән
Дөрөҫ яҙмаһаң да хәрефте.
Алтаҡтаға сығаралар һине,
Шайтан бото һыныр, билләһи.
Хаталарҙан хали түгел әҙәм
Үҙ-үҙенә ҡуя билдәне.
Милләт һүҙен белмәй үҫһендәр тип,
Ырғытылды алып паспорттан.
Нисә быуын балалары үҫкәс,
Үҙен белмәйәсәк башҡорттар...
Сабый йәнендәге саф бөрөгә
Асылмаҫтан ҡағыла ҡырауҙар.
Ситтәр ситлегенә бикләнгәнен
Милләттәштәр ҡасан аңларҙар?
|
Үҙ теленә һөйөү һалынмаһа
Бишектәге сабый балаға,
Быуын-быуын килгән данлы тарих
Етерме икән барып аңдарға?
Тәпәй киткәс, һанһыҙ һорау биреп
Төшөнгәндә донъя айышын.
Ҡайһы телдә тәтелдәр һуң бала,
Еңеүсеме булыр, байғошмо?
Ғаиләлә нигеҙ һалынғанда,
Ҡанда булған орлоҡ тиҙ шытыр.
Ата-әсә биргән һабаҡ уны
Үҫтерерме, әллә ҡаҡшатыр?
Беҙ торабыҙ ете юл сатында,
Дөрөҫ китеү фарыз бер юлдан.
Туған тел ул беҙҙең башҡорт теле
Йөрәк итебеҙгә уйылған.
Һаҡланған да, яҡланған да ул тел,
Ҡандар ҡойоп, баштар һалынған.
Онотмаһын шуны килер быуын,
Онотмаһын тыуыр башҡорттар!
|
тураһын әйткәндә...
ЯҘЫУСЫЛАР БИТ...
милләт хәтере
"Ҡайһы бер яҙыусыларҙың миллионер булыуы ҡурҡыныс түгел, бындай яҙыусыларҙың аҙ булыуы хәүефле. Яҙыусылар - улар милләттең хәтере. Улар аслы-туҡлы йәшәһә, нимә яҙа аласаҡтар һуң?"
ил-йорт хәбәре
КӘСЕП БЕЛГӘН – БӨЛМӘҪ
Кемдәр был һынылыш осорон уңышлы сыҡты, тиһегеҙме? Юҡ, кеҫәһендә аҡсаһы булғандар түгел, һөнәр-кәсебе булғандар. Эйе, һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ, тиҙәр бит.
тарих ярсыҡтары
ҠАТАЙҘАР ҠАРАҺАҠАЛ ЯУЫНДА
"Аллаға тапшырып, бөтә гонаһтарығыҙҙы ярлыҡауҙы һорап, батшабикәбеҙ ғали йәнәптәренә баш эйһәгеҙ, яңынан антҡа килтерелһәгеҙ, беҙгә лә еңеллек килер ине", тип яҙалар (еңеллек, әлбиттә, килмәй - улар язалап үлтерелә).
сәхифәнамә
МӘҢГЕЛЕК БОҘ ИЛЕНДӘ…
аҫыл башҡорт балалары йәнде иретте
Якутск ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Айсен Сергеевич Николаев та, уның командаһындағы башҡа чиновниктар ҙа - милли кейемдә. Аҫаба халыҡҡа ҡарата булған оло ихтирам билдәһе итеп ҡабул иттем мин был күренеште.
ижадхана
ҮҘЕМ БУЛЫП КИЛӘ ҠАЛАҺЫМ...
Үҙен белә-белгәндән алып бейеүсе булырға хыяллана Бөрйән районының Иҫке Монасип ауылында донъяға килгән, саңлы урамында балалыҡ эҙҙәрен ҡалдырған, эргәләренән аҡҡан йәмле Ағиҙел йылғаһына, уның мәғрүр аҡ ҡаяларына ҡарап таң ҡалған һәм ошонан ҙур тормошҡа юл алған Сөмбөл.
|