КӨТӨП АЛЫНҒАН МӘКТӘП
12 ғинуарҙа Өфө районының Шмидт ауылында 640 урынлыҡ мәктәпте һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә алған яңы белем усағы асылды.
бынағайыш
КЕМГӘ - БАЙРАМ, КЕМГӘ - ВАЙРАН...
5 ғинуарҙан 6-һына ҡарай төндә Урал аръяғы райондарында көслө ҡар яуып, буран башланды. Ярай ҙа республиканың МЧС ҡотҡарыусылары юлаусыларға ваҡытында ярҙамға килде - рәхмәт уларға: трассалар һуҙымындағы 9 урында мобиль йылыныу пункттары булдырылып, ҡар-буран тоҙағында ҡалыусыларға ашығыс хеҙмәттәр күрһәтелде.
донъя шаңдауы
"ТЫНЫСЛЫҠ КӨРӘШСЕҺЕ"МЕ ӘЛЛӘ БАҪҠЫНСЫМЫ?
Дональд Трамп, Америка хәрби көстәре Венесуэлаға көслө ут ҡойоно асып, резиденция хеҙмәткәрҙәрен, шул иҫәптән президенттың тән һаҡсыларын аяуһыҙ атып үлтергәндән һуң, президент Николас Мадуро менән уның ҡатынын урлап алып сыҡҡас: "Бынан ары Ерҙең Көнбайыш ярымшарында Американың өҫтөнлөк итеүенә һис бер ниндәй шик булмаясаҡ", - тип белдергәйне.
ЯИ менән әңгәмә
КЕШЕНЕ АЛЫШТЫРА АЛМАЯСАҠ!
Ҡағиҙәләрҙе беләм, ләкин мәғәнәһен тоймайым. Мине һорауҙарға дөрөҫ яуап бирергә өйрәткәндәр. Ләкин яуабыма ҡарата һеҙҙең күңелегеҙҙә тыуған ҡыҙыҡһыныу, ғәжәпләнеү йәки борсолоу кеүек тойғалар кисермәйем.
тарихи йылъяҙма
ӨС ЙЫЛҒА САТЫНДАҒЫ ҠАЛА, ЙӘКИ НИСӘ ЙӘШ ҺИҢӘ, ӨФӨ?
Төп маҡсатыбыҙ - беҙҙең бөйөк ҡалабыҙ Өфөнөң тарихы ни тиклем тәрән һәм ҡыҙыҡһындырғыс булыуын күрһәтеү ине. Бәлки, тарихсыларҙың һәм археологтарҙың яңы асыштары берәй ваҡыт уның ысын йәшен билдәләүҙә һуңғы нөктәне ҡуйыр, тип ышанырға ҡала.
башҡорт ҡамусы
МЫСЫР МӘМЛҮКТӘРЕ НИНДӘЙ ТЕЛДӘ ҺӨЙЛӘШКӘН?
Барлыҡ мосолмандарҙың хәлифе төрки гүләмдәренән башҡа власты бер сәғәт тә тотоп тора, ә тегеләре хәлифтең рөхсәтенән башҡа сит илдә хакимлыҡ итә алмаҫ ине", - тип яҙа Лев Гумилев.
уйлыға - уй
МИН БӘХЕТЛЕ СӨНКИ МИН БӘХЕТҺЕҘЛЕК ХАҠЫНДА УЙЛАНМАЙЫМ
Кем белә, бәлки, "бәхет" тигән төшөнсә бөтөнләй юҡтыр, бәлки, уны ҡара көстәр кешенең аңын йоҡлатыу, һиҙгерлеген кәметеү маҡсатында ғына уйлап тапҡандыр?
ишаралап...
ТОРМОШ ЮЛЫНАН ҮҘ ИТЕКТӘРЕҢДӘ АТЛА
Беҙҙең уҡымышлы һаналған заттарыбыҙ араһында ла "ҡара көнсөллөк" менән йәшәгәндәр юҡ түгел. Ундайҙар ниндәй ҙә булһа уңыш ҡаҙанған милләттәштәре хаҡында тик кире фекерҙә булып, уларҙы яманлай.
геройҙар дәүере
ТҮКТЕРМӘЙЕК ӘСӘЛӘРҘЕҢ КҮҘ ЙӘШЕН
Украина һалдаты, автоматын әҙер генә тотоп, нығытмаға яҡынлай. "Сдавайся!" - тип ҡысҡыра. Артынан камералыһы атлай. Эстән Артурҙың тауышы ишетелә һәм… көслө шартлау!
бер кәлимә фекер
ҠОЯШ ЯРСЫҠТАРЫН БЕРГӘ ЙЫЙҺАҠ...
Ҡәүемебеҙҙең төрлө яҡтарға таратылған "ярсыҡтарын" беҙ ҡасан бергә йыйырбыҙ икән, тигән фекер барлыҡҡа килде. Ысынлап та, һәр беребеҙ кескәй генә ҡояш ярсығы яҡтыһында, йылыһында үҙ өңөбөҙҙә-өйөбөҙҙә ултырабыҙ түгелме?
ағинәй мәктәбе
ӨЛӘСӘЙ БУЛҺА ӨЙ ТҮРЕНДӘ...
Баймаҡ районында эшләп килгән "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эшен күҙәтеп, бындағы апай-инәйҙәрҙең бар бәләкәстәргә өләсәй булып бөтөүен күреп ҡыуанам. Улар йышыраҡ балалар менән эшләй, улар өсөн төрлө саралар үткәрә.
әйҙәгеҙ...
СӘЛӘМӘТ БУЛАЙЫҠ!
Әйтер ине аҡһаҡал: "Әҙәм балаһы барыһын да үҙе теләгәнсә хәл итә ала, яҙмышың - үҙ ҡулыңда. Кеше эшләй алмаған эштәр юҡ. Тик бының өсөн бер мөһим шартты үтәү мотлаҡ - тәнең дә, йәнең дә саф, таҙа булһын".
әйҙәгеҙ...
АҠСА ЭШЛӘҮ АЛЫМЫН ЭҘЛӘЙЕК!
Беҙ мәктәптә уҡығанда алтынсы класта яңы йылға тиклем арифметика исемле фән өйрәндек, икенсе ярты йыллыҡта алгебраға күстек, бер нисә йылдан уларҙы берләштереп, математика тип атанылар.
финанс мәктәбе
ХЫЯЛЫҢ АҠСА МЕНӘН БӘЙЛЕМЕ?
Аҡсаны төрлө ысул менән тупларға була. Бала саҡтағы кеүек копилкаға йәки ай һайын күпмелер сумманы конвертҡа һалып ҡуйырға мөмкин.
мәҙәни майҙан
АЛҺЫУ МЕНӘН БЕРГӘ…
Интернет-платформаларҙа "Ай, былбылым" клибының премьераһы булды. Йырҙы популяр AY YOLA төркөмө йырсы Алһыу менән бергә башҡара.
|