НИШЛӘР ИНЕК ҺЕҘҺЕҘ...
Һигеҙ һаны -
Ҡатын-ҡыҙҙар һыны:
Өҙөлөрҙәй нескә билдәре.
Һигеҙ - игеҙ йөрәк,
Тигеҙ тормош,
Мөхәббәт һәм сафлыҡ билдәһе.
Һигеҙ һаны ике тамсы һымаҡ,
Ике тамсы -
Ғүмер нигеҙе!..
Ғашиҡтарҙың никах балдағы ла
Хәтерләтеп ҡуя
Һигеҙҙе.
Әммә тормош гел байрамдан тормай,
Йылдың көндәре күп
Һигеҙһеҙ.
Тик, һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ,
Нишләр инек икән беҙ
Һеҙһеҙ!
Салауат ӘБҮЗӘР.
афарин!
ӨЛГӨЛӨ ҒАИЛӘЛӘРҘЕ ТАНЫНЫҠ
Стәрлетамаҡта Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт ғаиләһе йылын асыу һәм "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
уйлыға - уй
КИЛӘСӘК ГҮЗӘЛ ЗАТТАР ҠУЛЫНДА...
Белем кимәле буйынса гүзәл заттар тағы ла алғараҡ китер. Улар, үткәндәрҙе инҡар итеп, кешелек цивилизацияһын үҙҙәренең үҫеше менән шаҡ ҡатырыр.
донъя шаңдауы
ИРАН - ВЕНЕСУЭЛА ТҮГЕЛ БИТ...
Донъя хәлдәре бер төн эсендә баштан-аяҡҡа үҙгәреп, түңкәрелештәргә, һәләкәт-фажиғәләргә килтереүе бик тиҙ хәҙер. АҠШ, тағы ла Израиль менән берләшеп, Иранға ҡаршы бер төн эсендә һуғыш асып ебәрҙе.
йыл темаһы
ТАМЫРҘАРҘЫ БАРЛАП...
1 мартта Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан баш ҡаланың "Аҡбуҙат" башҡорт балалар баҡсаһында Ғаилә фестивале үтте.
таныныңмы?
ИР ҺӘМ ҠАТЫН
Эй, Аллам, тормошомдоң бер йәме юҡ. Ғүмер буйы шул мыжыҡ, йәмһеҙ бисә менән йәшәрмен микән? Был бит йәшәү түгел, ыҙа сигеү.
тарих ярсыҡтары
УРМАН БАШҠОРТТАРЫНА СӘЙӘХӘТ
Урман башҡорттарының ауылдары, ғәҙәттә, бер яҡтан бик матур ылыҫлы урман ҡаплаған тау менән ышыҡланһа, икенсе яҡтан йылға менән сикләнә, йә иһә улар тау битләүҙәренә һырыҡҡан була.
серле лә улар!
"МИНЕҢ КӨСӨМ - ДӨРЛӘП ЯНҒАН ЙӨРӘК-КҮҢЕЛ!"
Шиғырымды йәки йырымды, прозамды уҡыусыға, тыңлаусыға бары тик һөйләп биреү сығанағы тип кенә күргем килмәй, мин уларҙың "йөрәк тибешен" уятыусы булыуын теләйем.
ирекмән дә улар!
ДҮРТ ЙӨҘҘӘН АШТЫ
Мәләүез районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам күрһәтмәгән бер генә ауыл да юҡ. Һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә, ил именлеген һаҡлаған ир-егеттәрҙе хәстәрләүгә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Был йәһәттән яҡташтарыбыҙ әүҙем һәм берҙәм.
ағинәй ҙә улар!
КӨСТӘРЕ ИҪ КИТМӘЛЕ!
Мусаны, халыҡ дошманы тип, ҡулға алалар, Фатиханы балалары менән бергә йәшәгән йорттан ҡыуалар. Уны ҡыҙҙары менән бергә Пермь урмандарына урман ҡырҡырға ебәрәләр.
таныныңмы
ЫҢҒАЙ СИФАТЫҢДЫ ОНОТМА!
Ҡатын-ҡыҙҙы яралтҡан саҡта Хоҙай Тәғәлә бик оҙаҡ, һуңға тиклем эшләй торған булған. Берҙән-бер көндө Уның эргәһенән үтеп барған фәрештә һорай ҡуя...
журналист та улар!
БЕҘ БЕЛГӘН РӘЙСӘ...
Тәүлектә 24 сәғәт бит. Бик теләһәң, уны 25 итеп тә була. Мин эште алға ҡуйып, ғаиләмде икенсе планға ҡалдырмаҫҡа тырыштым. Икеһе өсөн дә яуаплылыҡ тойоп йәшәнем. Улдарыма иң беренсе йәшәү көсө һалырға ынтылдым.
ир-егет һүҙе
БАЛАҺЫНА ОЖМАХ БУЛДЫРА
Әсәйем гәзитте семәрләп ҡырҡып, ҡабыҡлы бешкән кәртүк менән елемләп, тәҙрәнең өҫкө өлгөһөн ҡапларлыҡ итеп тыштан ингән ишек ҡаршыһындағы тәҙрәгә "пәрҙә" йәбештерә. Ул заманда гәзит-журналдарҙы күпләп алдыралар ине.
һөнәрле лә улар!
"ШАРШАУЛЫ БУЛҒАНҒА ХАЛҠЫМ ҠУРСАУЛЫ ТЫНЫС ТОРҒАН..."
Буй етерлек өҫтә, түшәмдән үк төшкән бауҙа элеүле торған сәңгелдәк ҡәҙерле, ҡурсаулы урын булды. Хәҙерге йәштәрҙең сабый баланы иҙәндә, аяҡ аҫтында торған шарран-яран асыҡ коляскаға һалып ҡуйыуҙары һис ярамаған күренеш ул!
ҡайғылы ла улар!
"ҺОРАП АЛҒАН УЛЫМ ИНЕ..."
Оҙаҡ та тормай, ул тағы ла фронтҡа китте. Разведкала хеҙмәт итә башланы. Балаҡайым 19 майҙа дүрт егет менән бергә хәрби заданиеға сыға. 23 майҙа үлеп ҡала, дүртәүһе лә...
|