«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№15, 18 - 24 апрель 2025

МИЛЛИ КЕЙЕМ - БӨЙӨК БИҘӘК

Милли кейем - ул халҡымдың
Сағылышы, йөҙө.
Оҫта ҡулы, көс-ҡеүәте,
Сәсәнлеге, һүҙе.
Ҡыҙҙарының гүзәллеге,
Ир-атының сәме.
Ағинәйҙәр аҡылы ла,
Аҡһаҡалдар ғәме.
Милли кейем - ул халҡымдың
Ҡабатланмаҫ йәме.
Бал-ҡорото, сәк-сәгенең,
Ҡымыҙының тәме.
Меңдәр янында танытҡан
Рух осошо, йәне.
Һаҡла, халҡым, үҙ йөҙөңдө,
Һис таплама, йәме!
Милли кейем - ул халҡымдың
Еҙ ҡурайҙар моңо.
Уралтауы, Шүлгәнташы,
Аҡ ҡылғандар сыңы.
Һомайғоштоң ҡөҙрәте лә,
Аҡбуҙаттың һыны.
Быуаттарҙан ауаз һалған
Ата-баба тыны.
Киләсәккә бурысыбыҙ -
Беҙ һаҡлайыҡ уны.
Милли кейем - бөйөк биҙәк,
Онотмайыҡ шуны!

Айзилә МОРТАЕВА.

әйтәгүр!
АСЫЛЫНДА ҒӘЖӘЙЕП КӨС

Шулай итеп, милли кейем - ул халыҡ рухының сағылышы ла, йән ихтыяжы ла, ата-бабалар тураһында хәтер ҙә, үҙеңде күрһәтеү ысулы ла. Ул беҙгә, даими үҙгәреүсән донъяла, үҙебеҙ булып ҡалырға ярҙам итә.

донъя шаңдауы
"ТАЙГА" ДРОНДАРҘЫ ҠЫРА

Яңылыҡтар агентлығы дошман дрондарын эҙәрлекләүсе РЭБ (радиоэлектрон көрәш) операторы "Тайга" ҡушаматлы Рәсәй яугирының нисек итеп украин дрондарын юҡ итеүе хаҡында һөйләй.

баш ҡалам
МАТУРЛЫҠ ЯНЫНДА ЯМАҠЛЫҠ ТА БАР

Баш ҡаланың төрлө урындарында күп ҡатлы йорттар, социаль һәм башҡа объекттар төҙөү әүҙем бара. Ләкин төҙөлөш майҙансыҡтарына бетон ташыған машиналарҙың юлдарҙы бысратыуы ҡала өсөн ҙур бәлә булып тора.

иҫкәртеү
ҠОТОРОҠ СИРЕ - ХӘҮЕФЛЕ, ЙӘКИ ТАҒЫ ЛА ЭТ-БЕСӘЙҘӘР ХАҠЫНДА

Ҡотороҡ ауырыуы - баш мейеһен зарарлай торған нейротроп вирус булдырған йоғошло ауырыу. Ҡоторған эт йә бесәй тешләгән яра аша вирус ҡанға үтеп инә һәм 40 көн тирәһе үҙен әллә ни белгертмәүе ихтимал.

тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР

Перовский башҡорттар һәм Ырымбур казактары тормошонда күп кенә етешһеҙлектәрҙе күрә, был уларҙың көнкүрешенә зыян итә, тип уйлай; уларҙы бөтөрөү өсөн төрлө саралар күрелә.

тарихыңдан дан тап!
БАШҠОРТ ТАРХАНДАРЫ ҺӘМ ДВОРЯНДАРЫ

Борон башҡорт йәмғиәтенең юғары ҡатламында тарханлыҡ институты шулай уҡ ҙур урын тотҡан. Тарханлыҡ - хан замандарынан килгән күренеш. Хан, солтан, бейҙәрҙән ҡала тархан дәрәжәһе иң аҫыл исем һәм ишлерәк булған, буғай.

Өфө башҡорто
ҺЫЙЫНДЫРЫУСЫ ҺӘМ БЕРЛӘШТЕРЕҮСЕ РУХИ ЙӘНТӨЙӘГЕБЕҘ БУЛҒАН ЛАНДШАФТ ТУРАҺЫНДА

Нимә һуң ул этнос? Совет осоронан бирле этностарҙы формалаштырыусы факторҙар сифатында ҡәүемдәр биләгән территория, традицион йәшәү рәүеше, тел һәм менталитет, милли характер берлеге күрһәтелеп килде.

Гөлсирә Ғиззәтуллина
АЛТАУ ҺӘМ ҺУҢҒЫ ГРАНАТА

Ысынбарлыҡ беҙ уйлағанса, беҙ күҙаллағанса ябай ғына түгел. Донъялыҡта аңлашылмаған серҙәр-һорауҙар ҡалған икән, артабан уларҙың яуабы бар, булырға тейеш...

баҡса
УҢЫШ ҮҘЕГЕҘГӘ ЯҘҺЫН!

Яҙғы баҡса эштәре - ул күңелле һәм шул уҡ ваҡытта бик яуаплы. Эште башлар алдынан иң тәүҙә баҡсаның хәл-торошон ҡарап, тикшереп сығығыҙ. Ағас-ҡыуаҡтарҙың тәүге япраҡтары сыҡҡансы, уларға санитар эшкәртеү үткәрегеҙ, йәғни ҡырҡҡылағыҙ.

афарин!
УЙЫНДАР ЗИРӘКТӘР ҺӘМ ТЕЛҺӨЙӘРҘӘР ӨСӨН

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының "Технопарк" майҙансығында өҫтәл уйындарының исем туйы үтте.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 995 һум 76 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru