«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

№43, 25 - 31 октябрь 2014

ОРАН

Хыял булып тыуҙым. Заман үткәс,
Әйләнермен бары хәтергә.
Тик өлгөрһәм ине шул арала
"Айны!" - тигән бер һүҙ әйтергә.
Айны, кеше, ғәмһеҙ йоҡоңдан!
Көн яҡтырыр һин күҙ асыуҙан.
Һәм өнөңдә һаташыуҙан айны,
Аҙашыуҙан айны - шашыуҙан.
Мин үтермен. Исемем телдән төшөр.
Бәлки, ҡалыр ошо ораным.
Үҙ-үҙемдән һораманым: "Һин кем?"
"Һин ни өсөнһөң?" - тип һораным.

Мостай Кәрим.

афарин!
МОСТАЙ КӘРИМ ҺҮҘЕ ИКЕ ДОНЪЯНЫ ТОТАШТЫРЫП ТОРА ҺАМАН

Мостай Кәрим һаман да ике ярҙы, ике донъяны тоташтырып тороуын дауам итә. Ул балалар менән ололар, ябай эшсәндәр менән хакимдар, үткән менән киләсәк, бөгөнгө менән мәңгелектең араһындағы күпер.

уйҙарымдан уйылам...
ҺАМАН ДА ШУЛ ЕТЛЕКМӘГӘН КЕЙӘҮҘӘР ТУРАҺЫНДА

Бындай "маңҡа" ирҙәр милләтебеҙгә мәртәбә өҫтәмәй, киреһенсә, үҫешебеҙҙе тотҡарлай, тип уйлайым. Тик ундайҙар бигерәк ишәйеп китте бит. Шуға ла атай-әсәйҙәрҙең хәле аңлашыла инде: ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам, тип әйтмәй сараһы юҡ.

тарихи хәҡиҡәт
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА

Көмөштән булған ошо орден-миҙалдар аҙыҡ-түлеккә алыштырыла. Шулай уҡ 30-сы йылдарҙағы репрессиялар осоронда был наградаларҙың күп өлөшө йәшерелә, юҡ ителә. Ә инде ҡалғандары Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында илдең оборона фондына тапшырыла.

диалог
БАШҠОРТ ИЛҺӨЙӘРҘӘРЕ ҠЫРЫМДА ЛА БАШҠОРТ БУЛЫП ЙӘШӘЙ

Украина етәкселеге Ҡырымдағы халыҡты тормош баҫҡысының иң түбәненә тартып төшөрөргә теләне. Ләкин халыҡтың рухын һындыра алманы. Шул рух уларҙы Рәсәйгә ҡушылырға дәррәү күтәрҙе.

һай! һай! һай!
ХӘЙБУЛЛАҒА БАРЫП КҮРЕГЕҘ АТА-БАБАЛАР КӨНИТМЕШЕН САҒЫЛДЫРҒАН ТАМАШАЛАРҘЫ

Бына беҙ тулҡынланып Аҡназар ауылына "Ашҡабаҡ байрамы"на йыйылдыҡ. Тулҡынланып, тинем, сөнки бындай сараны әле үткәргәндәрен ишеткән юҡ ине әле. Ауылға инеп, байрам уҙған Ишкилдиндар ихатаһына йүнәлдек.

был йылда...
ЙӘШТӘР ТЕАТРЫ ЙӘШ БЫУЫНДЫ АҢЛАРҒА ТЕЙЕШ

Күптәр балалар һәм йәштәр өсөн ижад итеүҙән еңелерәк нәмә юҡ, тип уйлайҙыр. Уларҙы сәхнәлә көлдөрә алһаң, шул етә, тип уйлаған булһаҡ, театр бөгөнгө кимәленә етә алмаған булыр ине.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru