РЕСПУБЛИКАНЫҢ ҒЫНА ТҮГЕЛ
ӘҘӘБИӘТЕБЕҘҘЕҢ ДӘ
ТӨП ҠАЛАҺЫ УЛ
Өфө - Башҡортостандың ғына түгел, ул беҙҙең әҙәбиәтебеҙҙең дә, мәҙәниәтебеҙҙең дә, сәнғәтебеҙҙең дә баш ҡалаһы. Республика яҙыусыларының күпселеге бында йәшәй. Театрҙарыбыҙ, ижади союздарыбыҙ, юғары уҡыу йорттары ошонда урынлашҡан. Баш ҡалала республика гәзит-журналдары нәшер ителә, китаптарыбыҙ баҫыла. Тимәк, беҙҙең яҙмышыбыҙ ҙа, хеҙмәтебеҙ ҙә уртаҡ.
(Дауамын уҡырға).
килешмәйем!
БАҪМА МАТБУҒАТҠА КӨРСӨК ҠАҒЫЛЫРҒА ТЕЙЕШМЕ НИ?
Ә айыҡ аҡыл менәнерәк уйлап ҡараһаң, милли баҫмалар бер төбәктә лә, бер ниндәй сәбәптәр менән дә ябылырға, бөтөрөлөргә, быуылырға тейеш түгел! Сөнки баҫма матбуғат әсә телебеҙҙе йәшәтеп килеүсе сараларҙың иң мөһиме.
мәғариф усағы
ТӘЖРИБӘ УРТАҠЛАШТЫҠ ҺӘМ БАШҠАЛАР ТӘЖРИБӘҺЕН ДӘ ҠОЛАҠҠА ЭЛДЕК
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға төбәк компонентының әһәмиәтен, уның тәрбиәүи, баланың аң-белемен үҫтереү йәһәтенән ҙур роль уйнауын күрһәтергә тырышты ла инде республика.
фараздар
"ТӨНЬЯҠ АМУРҘАРЫ"НЫҢ СЕРЛЕ БАЙРАҒЫ
1-се, 2-се Башҡорт полктары 1811 йылда батша указы менән ойошторола. Ә инде 1812 йылдың июнендә Наполеон армияһы Рәсәйгә баҫып ингәс, башҡорттар батша указын көтөп тормайынса, изге яуға ғәскәр туплай башлай.
бәхес ҡоро
ҠОБАЙЫР, ЭПОС БАШҠАРЫУСЫЛАРҘЫ "СӘСӘН" ТИГӘН ОЛО ИСЕМ МЕНӘН АТАП БУЛАМЫ?
Эпос, ҡобайыр башҡарыусылар бик тырыш, һәләтле, аҡыллы, милләтем тип йән атыусы кешеләр. Улар зыялылар, улар мәҙәниәтегеҙҙе, рухи ҡиммәттәрегеҙҙе йәшәтеүселәр. Әммә, үкенескә ҡаршы, улар сәсән түгел...
ижадхана
ЭШЛӘГӘН ЭШТӘРЕҢ ЭНЦИКЛОПЕДИЯҒА ИНЕРЛЕК БУЛҺЫН
Хәҙер беҙ "Башҡорт энциклопедияһы"ның электрон вариантын эшләйбеҙ. Ҡағыҙ энциклопедияны һәр ваҡыт күләме сикләй. Электронды - сикләмәй. Әле беҙ электрон "Башҡорт энциклопедияһы"ның руссаһына 18 мең мәҡәлә һалдыҡ.
беҙҙең әңгәмә
ҺӨНӘРИ ХӘҮЕФТӘН ДӘ ИҪКӘРТӘБЕҘ
Социаль страховка бөгөн дәүләттең социаль сәйәсәтен тормошҡа ашырыу сараларының береһе булып тора. Рәсәй Федерацияһы Социаль страховка фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе тарафынан ул ниндәй йүнәлештәр буйынса үтәлә һәм ниндәй эштәрҙә сағыла икән? Тәү сиратта ошо һорауға яуап табыу маҡсатынан дәүләт учреждениеһы идарасыһы Марат ЛАТИПОВҡа мөрәжәғәт иттек.
һай! һай! һай!
МИЛЛИ ФИЛЬМДА ХАЛЫҠТЫҢ КҮҢЕЛЕ САҒЫЛҺЫН
Студенттарҙан: "Башҡорттарҙың утҡа, һауаға, ергә, һыуға, икмәккә мөнәсәбәте ниндәй?" - тип һораным һәм был һорау яуапһыҙ ҡалды. Ә быларҙы бит белергә кәрәк, тап ошолар бөтөн нәмәнең нигеҙен тәшкил итә лә инде.
|