БАШҠОРТ КИТАПТАРЫН...
электрон китапханала
уҡырға мөмкин
Интернет селтәрендә "Китаптар" башҡорт электрон китапханаһының төп версияһы эшләй башланы (Ҡарағыҙ: kitaptar.bashkort.org)
Интернет-ресурсты булдырыусылар хәбәр итеүенсә, башҡорт әҙәбиәте бер урында тупланған. Китаптарҙы күсереп алырға, уҡырға, үҙеңдекен өҫтәргә һәм дуҫтар менән уртаҡлашырға мөмкин. Сайтта башҡорт һәм башҡа телдәрҙә 900-ҙән ашыу китап, дәреслек һәм журналдар йыйылған. Китаптар төрлө форматта бирелгән, компьютерҙа ғына түгел, смартфон, планшет һәм башҡа электрон сараларҙа ла асыла. 2016 йылдың 1 мартында ресурстың бета-версияһын һынау тамамлана. Өфөлә сервистың һуңғы версияһының рәсми презентацияһы уҙа, унда меңдәрсә яңы китап буласаҡ.
- Беҙ китапхананы яҡшыртыуҙы дауам итәбеҙ, әммә уҡыусыларҙың ярҙамы кәрәк. Дөйөм тырышлыҡ менән китапхананы тулыландырыу мөһим. Хаталар тураһында әйтегеҙ һәм сервисты яҡшыртыу буйынса идеялар тәҡдим итегеҙ. Шәхси китапханағыҙҙа булған китаптарығыҙҙы һалырһығыҙ тип ышанабыҙ. Шулай уҡ тәү сиратта электрон вариантҡа күсерергә кәрәк булған китаптарҙы тәҡдим итә алаһығыҙ, - ти "Башҡорт проекттары" төркөмө етәксеһе Илдар Кинйәбулатов.
килешмәйем!
СЫРҘА НИҢӘ СЫР ТӘМЕ ЮҠ?
Күптән түгел һәр төрлө чипсылар, татлы газлы эсемлектәр, шулай уҡ составында күпләп әлеге пальма майы һәм шәкәр булған зыянлы ризыҡтарға акциз индереү мәсьәләһе ҡаралыуы хаҡында, ниһайәт, һүҙ ҡуҙғатылды.
афарин!
БЫЛ УҠЫУ ЙОРТОНДА РОБОТТАР ҘА ФУТБОЛ УЙНАЙ
Нурсолтандың смартфон-телефон аша идара ителә торған роботы бәләкәй генә тупты ҡыуаланы. Был ярышта Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан килгән "Тимербатыр" командаһының алдына сығыусы булманы.
ил-йорт хәбәрҙәре
ДЕПУТАТТЫҢ ЭШЕНӘ ҠЫҪҠАСА БАЙҠАУ
Һайлаусылары уны үтә ябай, баҫалҡы, һәр саҡ ярҙамға әҙер торған шәхес итеп белә. Ә бына депутаттарының тәүәккәл, кәрәк саҡта тураһын ярып, үҙ фекерен яҡлай алған, үҙ һүҙле була белеүен күптәр күҙ алдына ла килтермәйҙер.
тарих ярсыҡтары
ҺАМАН ЯРАТЫП ҠАРАЙБЫҘ
Яҙыусы Степан Злобиндың Салауат Юлаев образына ҡарата булған мөнәсәбәте, йөрәге аша үткәрелгән сикһеҙ һоҡланыуы, режиссер Яков Протазановтың баһалап бөткөһөҙ хеҙмәте был фильмдың уңышын тәьмин итә лә инде.
заман башҡорто
ЙӨРӘГЕНДӘ ҠОЯШ ЙӨРӨТӨҮСЕ
Һикһәненсе йылдар аҙағында Рәшит Шәкүр хаҡында: "Энә күҙәүенә ҡарап, сәғәттәр буйына телмәр һөйләй ала", - тигән һүҙ йөрөнө. Уның бындай һәләте киң эрудициялы, энциклопедик белемгә эйә булыуы хаҡында һөйләй.
яҙыусыға өс һорау
БАРЫҺЫ ЛА ДӨРӨҪ ЮҪЫҠТА БАРА
Эшмәкәрлегем илһам килеүгә бәйле. Яҙырға кәрәк, тигән принцип менән эшләмәйем, йөрәкһетеп, эстән урғылып сығып килгәндә генә ултырам. Бер тында яҙыла икән - тәҡдим итәм, этелеп-төртөлөп килһә - уҡыусыны ыҙалатмайым.
сәләмәтлек әлифбаһы
ЫНЙЫ-МӘРЙЕН ТЕШТӘРЕҢ...
Өфөнөң 3-сө балалар стоматологияһы поликлиникаһы ортодонтика бүлеге мөдире Зарема ШӘЙҘУЛЛИНА менән кескәйҙәрҙең теш ауырыуҙары тураһындағы һөйләшеүебеҙ... ғаиләләге тәрбиә мәсьәләләренә лә барып ялғанды.
һай! һай! һай!
ИЖАДИ КИСӘМ ДӘ "МИРАҪ" МЕНӘН БЕРГӘ
Өфөбөҙҙөң йөҙөк ҡашы - "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле әле генә тамашасыларын ҙур концерт менән ҡыуандырғайны. 18 февраль көнөндә был үҙенсәлекле коллектив хор солисы Венера Юлгилдинаның беренсе ижад кисәһенә саҡырмаҡсы.
|