«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЫЛ УҠЫУ ЙОРТОНДА РОБОТТАР ҘА ФУТБОЛ УЙНАЙ
+  - 

Өфөләге Республика башҡорт лицей-интернатында футбол ярыштары уҙҙы. Унда республиканың төрлө ҡалаларынан, райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән 166 спортсы-уҡыусы ҡатнашты. Бәй, тышта буран уйнап торғанда, ниндәй футбол ти ул, тиһегеҙме? Һүҙебеҙгә аныҡлыҡ индерергә ашығабыҙ: ябай футбол түгел, ә роботтар футболы тураһында һүҙ бара бында. 7 февраль көндө РБЛИ-ҙа уҡыусы балалар араһында үҙҙәре эшләгән роботтарҙы көс һынаштырыу буйынса "Роболига-2016" Республика асыҡ фестивале үткәрелде. Балаларҙа роботтар төҙөүсе инженер һөнәренә, программалауға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған сараны БР Мәғариф министрлығы, Республика башҡорт лицей-интернаты һәм "Эврика" мәғлүмәт үҙәге ойошторҙо.

"Роболига-2016" маҡсаттарының тағы береһе - республиканың төрлө район-ҡалаларындағы робото-техниктарҙы бергә туплау икәнен беҙгә фестивалдең баш судьяһы, РБЛИ-ҙың информатика уҡытыусыһы Азамат Нур улы Йәркәев та белгертте. "Йәнә, был фестиваль уҡыусыларҙың төбәк һәм федераль кимәлдә үтәсәк конкурстарға әҙерләнеүе өсөн дә ҙур роль уйнаусы майҙансыҡ", - тине әңгәмәсебеҙ. Ул шулай уҡ фестивалдең ғәмәли әһәмиәтен дә билдәләне. Роботтарҙы үҙаллы хәрәкәт иттерергә өйрәнгән балалар тәү сиратта программалар төҙөүҙең, ул программаларҙың ғөмүми нигеҙен, ҡалыбын үҙләштерә икән.
- Лицей уҡыусыларын 7-се синыфтан роботтар төҙөү менән таныштырабыҙ. Хатта улар был фәнде мотлаҡ уҡытылырға тейешле программа сифатында өйрәнә. Кем ҡыҙыҡһынып китә - артабан түңәрәктә шөғөлләнә, фестиваль-чемпионаттарҙа ҡатнаша. Был йәһәттән беҙҙә бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған. "Лего" тип исемләнгән һүтеп-йыйып була торған брендлы уйынсыҡ нигеҙендәге өс тиҫтәгә яҡын ҡыйбатлы роботтарҙы теләгән сүрәткә әйләндереп ҡорорға, "мейе"һенә үҙең теләгән мәғлүмәт "ултыртырға" мөмкинлек бар. Дәрестә икешәр балаға бер робот тура килә. Беҙҙең уҡыусылар төҙөгән роботтарҙың күпселеге үҙаллы хәрәкәт итә, эш эшләй. Роботтар төҙөү фәне лә шуға ынтыла. Әммә шулай уҡ кеше ярҙамында хәрәкәткә килтерелә торған роботтарыбыҙ ҙа юҡ түгел. Шул уҡ "футболсы" роботтарыбыҙ әлегә кешегә буйһона. Ә бөтөн донъя фестивалдәрендә үҙаллы "футболсы" роботтар ҡатнаша. Уларҙы берәй мәл кешеләргә ҡаршы уйнатып та ҡарамаҫтар тимә! Төрлө футуристик фильмдарҙа, мәҫәлән, "Терминатор"ҙа, 2017 йылда кешелекте яһалма аңлы машиналар баҫып алыуын һүрәтләйҙәр. Минән ҡайһы саҡта "Терминатор"ҙың саң ҡағыуына ҡолаҡ һалырғамы?" тип тә һорайҙар. Донъялағы роботтар төҙөү технологиялары менән ҡыҙыҡһынып барыусы булараҡ, шуны әйтә алам: әлегә кешелек кеше аңы менән дәғүәләшерҙәй яһалма аң барлыҡҡа килтереүҙән алыҫ. Ләкин япондар беренсе аңлы робот төҙөү өҫтөндә эш алып барыуҙары тураһында белдерә, тимәк, әлеге хәлде бөтөнләй булмаҫ тип тә әйтеү ярамайҙыр, - тип һүҙен йомғаҡлай Азамат Йәркәев.
Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, лицейсы-роботсылар - Нурсолтан Кәримов һәм Таһир Исмәғилев менән әңгәмәләшәбеҙ. Улар икеһе лә 7-се синыфта уҡый. Икеһе лә ятаҡта йәшәй. Таһир, Өфө егете булһа ла, ятаҡта йәшәп белем эстәй. Синыфташтары менән иркен аралашыу, лицей мөхитенә нығыраҡ ылығыу өсөн ошо аҙымды һайлаған - уҡыусы сағынан уҡ "студент" һурпаһы эсергә булған егетебеҙ. Нурсолтан - Хәйбулла районы Һамар ауылынан икән. Ул бөгөн үҙенең футболсы роботы менән фестивалдә көс һынашты. Нурсолтандың смартфон-телефон аша идара ителә торған роботы бәләкәй генә тупты ҡыуаланы. Был ярышта Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылынан килгән "Тимербатыр" командаһының алдына сығыусы булманы. Таһирҙың роботы иһә, лабиринтты үтеү ярышында ҡатнашты. Таныш булмаған мөхиткә килтереп ҡуйылған аҡыллы машиналар үҙҙәренең ультра-тауышлы "ҡолаҡтары", ҡағылыуға яуап биреүсе "һәрмәүестәре" ярҙамында әлеге лабиринттан сығыу юлын эҙләне.
Әңгәмәселәрем Таһир менән Нурсолтанға үҙебеҙҙе борсоған төрлө һорауҙар бирҙек, уларҙан ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ яуаптар ишетә алдыҡ.
- Һеҙгә лицейҙа уҡыу оҡшаймы? Тамаҡ, йоҡо туямы, дөйөм ятаҡта тәртип нисек ҡуйылған? - тип һорауыма, иң беренсе Таһир яуап бирҙе:
- Оҡшамай ни, әлбиттә, оҡшай! Талаптар ҙа юғары, шул уҡ ваҡытта, уҡыуы мауыҡтырғыс та. Мин быға тиклем баш ҡаланың бер мәктәбендә белем алған кеше булараҡ, бындағы айырманың шаҡтай булыуын тәүге көндән үк күҙгә элдем. Уҡытыусылар ныҡ көслө, шөғөлләнәм тиһәң, теләһә ҡайһы түңәрәккә, өҫтәмә белем биреү дәрестәренә йөрөй алаһың...
- Эйе, бында уҡыусыларҙың буш ваҡыты юҡ тиерлек. График шул тиклем бай - беҙ дәрестән сығабыҙ ҙа, өҫтәмә дәрескә инеп ултырабыҙ, унан сыҡҡас, үҙаллы шөғөлләнеү ваҡыты етә. Нимәһе ҡыйын - йоҡо туймай. Ләкин был тиҙлеккә лә өйрәнеп барыла. Лицейҙа теүәл фәндәргә етди иғтибар бирелгәне һиҙелеп тора. Беҙҙән бик шәп инженерҙар, программасылар әҙерләмәкселәр. Аҙнаның бер көнөндә физиканы инглиз телендә өйрәнәбеҙ. Беҙҙең лицей инглиз телен ныҡлап өйрәтеүгә лә махсуслашҡан бит, - тине Нурсолтан.
Егеттәргә тип әҙерләгән тағы бер һорауымды бирмәй булдыра алманым: -- Уҡып бөткәс, ниндәй һөнәр һайлаясаҡһығыҙ?
Таһир инженер булырға ла, роботтар эшләп, кешеләрҙең хеҙмәтен еңелләштерергә лә теләүен әйтте, ә Нурсолтан иһә:
- Йә табип-хирург, йә сәйәсмән буласаҡмын! Хирург эшендә, инженериялағы һымаҡ уҡ, яңылыш аҙымдарға урын ҡалырға тейеш түгел. Мине шул да ылыҡтыра. Үҙемде үтә теүәл кешемен, тип әйтмәйем, әммә шуға ынтылып йәшәйем, - тине.

ЙОМҒАҠЛАП...
Роботтарҙы ауыҙлыҡлай алған уҡыусы егеттәр республикала йөҙҙән артыҡ икән дәбаһа, тип, ҡыуанып ҡайттыҡ әлеге осрашыуҙан. Күңелгә май булып яғылған Таһир менән Нурсолтандың аҡыллы фекерҙәре киләсәккә булған өмөттө тағы ла яҡтыртыбыраҡ ебәрҙе. Ә инде киләсәгебеҙҙең роботтар, киң мәғлүмәт технологиялары менән тығыҙ бәйләнгән булыуы көн кеүек асыҡ. Бөгөнгө талап: Нурсолтан, Таһир, фестивалдә ҡатнашҡан башҡа уҡыусылар һымаҡ, үҙ инженерҙарыбыҙҙы, программасыларыбыҙҙы әҙерләп өлгөрөргә бурыслыбыҙ. Был бурыстың тос өлөшөн Республика башҡорт лицей-интернаты үҙ иңенә алған да инде.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.02.16 | Ҡаралған: 1164

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru