«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№43, 27 октябрь - 2 ноябрь, 2018

ҒАРИЗА

Мин ғариза яҙам туған телгә,
Яҙам тағы дәүләт теленә!
Күргем килә минең башҡорт телен
Кәрәкле тел итеп илемә.

Кәрәкле тел миңә башҡорт теле,
Уның менән яҡты даирәм.
Иң боронғо, матур, бай тел, тиеп
Меңәр телдән уны айырам.

Инәй һөтө менән һеңгән минең
Йөрәгемә ошо ғәзиз тел.
Алдырамын, уҡып илһамланам
Башҡорт журналдарын, гәзитен.

Баламды мин сәңгелдәктә саҡта
Үҙ телемдә йырлап тирбәтәм.
Башҡорт һүҙен, башҡорт хәрефтәрен
Өс йәшенә тиклем өйрәтәм.

Үҙ өйөмдә тотош бер ил минең!
Әгәр кәрәк икән бер имза,
Мәктәптә лә яҙам:
Башҡорт теле -
Ватан телем, тигән,
Туған телем, тигән,
Дәүләт теле, тигән
Ғариза!

ишара
АТ ТОЯҒЫ ТАУЫШЫН ТЫҢЛАҒАНДА КЕМДЕҢ ЙӨРӘГЕ ҠУПҠАЛЙЫЙ?

"Лысенко осоро" йылдарында кешеләр араһында ла интернациональ ғаиләләр ҡороу иң алдынғы ҡараш һаналып, бер нисә быуын милли йөҙһөҙ кешеләр, маңҡорттар тыуып өлгөргәйне бит.

ишеттегегеҙме әле?
КЕМДӘР КИТТЕ, КЕМДӘР КИЛДЕ?

"Минең командала булыу бик ябай. Ни бары кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белергә һәм шуларҙы хәл итергә теләк кенә кәрәк..."

ҡала хакимиәтендә
МӘКТӘПТӘРҘӘ УҠЫЙҘАР ҘА, ТУҠЛАНАЛАР ҘА, ДАУАЛАНАЛАР ҘА

Халыҡты йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеүҙең сифаты яҡшырғансы бындай осрашыуҙар аҙна һайын ойоштороласаҡ. Әле булған транспорт паркын алыштырыу һәм ҙур һыйҙырышлы автобустарҙы арттырыу бурысы ла тора.

көнауаз
ДИПЛОМ БАР - ЭШ ЮҠ, ЭШ БАР - КҮҢЕЛГӘ ЯТМАЙ...

Тәү сиратта, йәш белгестең эшкә маһирлығы юҡ. Икенсенән, хеҙмәт баҙары нәҡ һин һайлаған һөнәр эйәләре менән тулған, өсөнсөнән, күп осраҡта эш биреүсе дипломыңа өҫтәп, 3 йыл хеҙмәт стажы талап итә.

уйлыға - уй
АРАЛАШЫУ САРАҺЫ ҒЫНАМЫ, ӘЛЛӘ РУХИ БАЙЛЫҠ СЫҒАНАҒЫМЫ?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ телдәрҙе бары аралашыу сараһы ғына, тип ҡарай башланыҡ, ә һәр халыҡ теле төбөндә ятҡан бөтмәҫ-төкәнмәҫ рухи байлыҡтарҙы барлау хаҡында уйлап та бирмәйбеҙ.

фекер алышайыҡ
ХӘЛӘЛ ЕФЕТЕҢӘ "ӘСӘҺЕ", "АТАҺЫ" ТИП ӨНДӘШ, ӘЙҘӘ

Ул ғына ла түгел, хатта беҙҙең Баймаҡ яғында ла "баһам", "аһам", "ҡыһам" тигән һөйләшеүҙәрҙе йыш ҡулланалар. "Ҡыҫҡа"ны "ҡыһҡа", хатта "ҡыһҡаҡ" тип тә әйткеләйҙәр, ә ҡайһы берәүҙәр ҡыҫаланы "ҡыһала" тиҙәр.

әйтәгүр!
МИН БАШҠОРТСА ҺӨЙЛӘШӘМ!

Конституцияның 54-се статьяһында: "Башҡортостан Республикаһы уның территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлау буйынса тигеҙ хоҡуҡтарын һәм туған телдәрҙе өйрәнеү һәм үҫтереү мөмкинлектәрен гарантиялай. Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн шарттар булдырыла", - тиелә.

уйлыға - уй
РУХИ ҠИММӘТТӘРЕБЕҘ ХАЛҠЫБЫҘҘЫ ҺАҠЛАЯСАҠ

Һуңғы осорҙа туған телдәргә бәйле проблемалар килеп сыҡты. Туған телде белеү, өйрәнеү кәрәкме, тигән һорау булырға ла тейеш түгел ине. Икенсе яҡтан, туған телебеҙҙе белмәҫкә беҙ берәй яҡтан күсеп килгән халыҡмы ни?

афарин!
ШУНДАЙ ЙӘШТӘРЕБЕҘ БАР!

Өфөләге "Президент отель" бинаһының иркен залында тап шулай уйлаған йәштәр "Bashkort 2.0" китабының исем туйында киң аудитория менән осрашты.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru