«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМДӘР КИТТЕ, КЕМДӘР КИЛДЕ?
+  - 

Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы вазифаһына тәғәйенләнгән тәүге көндәрҙә үк барыһын да ҡыҙыҡһындырған "Уның командаһында кемдәр ҡалыр, кемдәр китер?" тигән һорауға: "Минең командала булыу бик ябай. Ни бары кешеләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашырға, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе белергә һәм шуларҙы хәл итергә теләк кенә кәрәк..."- тип яуаплағайны. Һәм бер үк ваҡытта ғәмәлдәге команда менән эшләргә ниәтләнеүен дә инҡар итмәне һәм урындағы кадрҙар потенциалын "юғары" тип баһаланы. Ә шулай ҙа яңы етәксе үҙ талаптарына яуап бирерҙәй ағзаларҙы үҙ командаһына туплауҙы оҙаҡҡа һуҙманы.

Башҡортостан Хөкүмәте етәкселеге Премьер-министр Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендә төбәк башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусыға отставкаға сығыу үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Был хаҡта Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе һәм: "Мин Рөстәм Хәбиб улын Премьер-министр сифатында эшен дауам итеүен һораным. Һигеҙ вице-премьерҙың отставкаһын ҡабул иттем. Ошо төплө уйланылған ирҙәрсә ҡарар уларҙың өлгөргән етәксе булыуын күрһәтә. Әгәр улар үҙҙәренең тәжрибәһен һәм һөнәри оҫталығын артабан ҡулланырға теләһә, үҙ урындарын табыр", - тине.
Өс вице-премьер үҙ вазифаларын ваҡытлыса башҡарыуҙы дауам итә. Улар - Илшат Тажетдинов (Хөкүмәт аппараты етәксеһе), Илшат Фәйзрахманов (ауыл хужалығы өсөн яуаплы) һәм Фәрхәд Самедов (республиканың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиле).
Отставкаға киткән ҡайһы бер вице-премьерҙар урынына яңылар тәғәйенләнде. Башҡортостан Хөкүмәтендә төҙөлөш блогы өсөн яуаплы яңы вице-премьер - Рәиф Әбдрәхимов, ул күп йылдар Өфөләге "Инвестиция-төҙөлөш комитеты"н етәкләй, ә һуңғы ваҡытта Радий Хәбировтың командаһында - Красногорск хакимиәте башлығының архитектура һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ул уҙған йылдың декабренән вице-премьер вазифаһын биләгән Андрей Труханды алмаштырҙы.
Быға тиклем ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып эшләгән Ленара Иванова Башҡортостан Хөкүмәтендә социаль өлкә өсөн яуаплы вице-премьер итеп тәғәйенләнде. Унан алда был вазифаны 2014 йылдың декабренән Салауат Сәғитов биләне. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп Юрий Мельников тәғәйенләнде.
Башҡортостанда тыуып үҫкән полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов көс структуралары менән эш өсөн яуап биргән, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш һәм мобилизация әҙерлеге менән шөғөлләнгән вице-премьер итеп тәғәйенләнде.
Шулай уҡ 2016 йылдың ноябренән Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығын етәкләгән Евгений Гурьев Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһынан бушатылды. Уның вазифаһын вице-премьер статусынан тыш Олег Полстовалов биләне.
2012 йылдың октябренән вазифа биләгән Марат Мәһәҙиевтың һәм сентябрҙә вице-премьер итеп тәғәйенләнгән Фәнзил Сыңғыҙовтың эштән китеүе тураһында иғлан ителде.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәндән һуң тәүгеләрҙән булып 2014 йылдан һаулыҡ һаҡлау министры булған Әнүәр Бакиров отставкаға китте. Ведомство башлығы вазифаһын ваҡытлыса Рафаэль Яппаров башҡара.

Шулай уҡ уҙған аҙнала Ринат Шәғәлин төбәк башлығының эштәр идарасыһы вазифаһынан бушатылды, вазифаны ваҡытлыса башҡарыусы итеп Гүзәл Насирова тәғәйенләнде.

2016 йылдан РФ Дәүләт Думаһының торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Александр Сидякин Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.

2007-2008 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының финанс министры урынбаҫары, артабан Рәсәй Федерацияһы Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығында эшләгән Ринат Бәширов Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Башҡортостандың Әбйәлил районында яңы хакимиәт башлығы тәғәйенләнде. Райондың депутаттар Советы ҡарары буйынса муниципалитетты хәҙер 2018 йылдың сентябрендә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты булып һайланған "Яҡтыгүл" шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов етәкләй.

Әлфир Сабиров Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. 2014 йылдың ғинуарынан әлегә ҡәҙәр ул Ҡырмыҫҡалы район Советы секретары вазифаһын биләне.

Шулай итеп...
Был исемлек әле дауам итәсәк. Республика халҡы быға тиклем Башҡортостанда аңлашылмаған кадрҙар сәйәсәте алып барылыуын, етешһеҙлектәрҙе, хаталарҙы, социаль ғәҙелһеҙлекте тап ана шул вазифаһына тап килмәгән, халыҡтың йәшәйешен, тын алышын, уның ихтыяжын, менталитетын белмәгән етәкселәр атҡарған икәнен яҡшы белә. Шуға ла улар Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улының был мәсьәләне лә яйға һалырына, уның командаһына ысынлап та Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк булдыҡлы, илһөйәр кешеләр тупланасағына ышана.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.10.18 | Ҡаралған: 762

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru