«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№20, 15 - 21 май 2021

ТАМАРАНЫҢ

ТАҒЫ ЛА БЕР ЕҢЕҮЕ

Халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина тағы бер тапҡыр был өлкәне шаулатты - ул Варшавала үткән чемпионатта еңеү яуланы. Ул унда поляк спортсыһы Наталья Садовска менән көс һынашты. Натальяға 31 йәш һәм ул атап әйткәндә бер тапҡыр ҙа алдынғылыҡты бирмәгән.

Матч туғыҙ турҙан торған һәм уйынсылар һәр көн өсәр партия уйнаған. "Бик ҡатмарлы булды, - ти Тамара Танһыҡҡужина, - бер генә минут та иркенләр хәл юҡ ине. Наталья ла көсөргәнешле уйнаны, ул да минең тәжрибәне белә һәм төрлөсә самаланы. Бөтә көндәрҙә лә еңелеп килдем, хатта бер мәл ышанысым йомшара төшкәндәй ҙә булып китте, әммә өмөт һүнмәне. Мөмкинлегем 15-20 проценттай ғына ине. Һуңғы көндә иһә бөтөн булмышымды һәм аңымды шул шашка таҡтаһы өҫтөнә йыйҙым һәм, бәхеткә күрә, еңдем дә..."
Спортсы был чемпионатҡа былтырғы август айынан алып әҙерләнгән. Өфөлә лә, шулай уҡ Ижевскиҙа йәшәгән консультанты Алексей Чижов янында ла шөғөлләнгән. Чемпионаттағы ҡаршы яҡтың бик етди уйынсы икәнен дә, үҙенә республиканың ышанысын аҡлау яуаплылығы һалынғанын да яҡшы белә башҡорт спортсыһы. Бөгөн Тамара Танһыҡҡужина юғары еңеүенең емештәре менән ҡәнәғәт: "Әлегә ял итәм, бер ниндәй ҙә пландар ҡормайым, бер ҡайҙа ла йөрөмәйем, ғаиләм, балаларым янындамын" - тине ул телефон аша бәйләнештә.
Был аҙнала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Т. Танһыҡҡужинаны оло еңеүе менән ҡотлап, уға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырҙы. "Тамара Танһыҡҡужина - илдә ошондай күп титулға эйә булған берҙән-бер шашкасы. Ул әлеге исемде ҡатмарлы шарттарҙа яуланы: уйын ваҡытында Рәсәй флагы алынды, ләкин, баҫым яһалыуға ҡарамаҫтан, ул үҙенең оҫталығын күрһәтеп, донъяның "шашка королеваһы" титулын яҡланы", - тип билдәләне Радий Фәрит улы.

уҡыусы һүҙе
УЙЛАНДЫРА ТОРҒАН БАҪМА

"Киске Өфө" гәзитен байтаҡ йылдар алдырам. Ике тиҫтәгә яҡын тарихы булған гәзит минең дуҫыма әүерелде, уның һәр һанын ғаилә менән көтөп алабыҙ.

бынағайыш
ҠОШТАРҒА НИМӘ БУЛҒАН?

Әллә ҡоштарҙың эпидемиология роленә бәйләп, уларҙы махсус юҡ итеүҙәреме икән? Һуңғы ваҡытта ҡоштарҙың һәм кешеләрҙең уртаҡ ауырыуҙары барлыҡҡа килде бит. Айырыуса күсмә ҡоштар йоғошло ауырыуҙарҙы таратыусы.

шаңдау
"ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ СӘЙӘХӘТ"

Ауыр оҙон юл үтеп, командировка ҡағыҙында күрһәтелгән дүрт ай урынына һигеҙ айға һуҙылған юл ғазабынан иҫән-һау ҡайтып еткәндәрҙән өс баш малды түләтеүҙәренә иҫ-аҡылыбыҙ китә бөгөн.

диалог
ЙӨРӘКТӘРҘЕ ЙЫЛЫТЫР ЙОРТ

Был - йәмғиәттең фажиғәһе. Балалар йорттарының күплеге һәм уларҙың тотош бер быуат эшләүе дәүләттең йөҙөн биҙәмәй, сөнки алдынғы ҡарашлы, иманлы, халҡы өсөн янған йәмғиәттең балалар, ҡарттар йорттары булмай.

Сәйфи ҠУДАШ
ДОН ДАЛАҺЫНДА

Йөрәктәрендә ғорур батырлыҡ ярһыуы ашҡына ине. Сөнки бөгөн һәр бер боецтың ҡулында тыуған илдән килгән бүләк бар. Бөгөн, байрамды алдан уҡ ҡаршы алып торор өсөн, һәр бер боецҡа бер индивидуаль бүләк бирелде.

хәтерләп...
ИЛ КҮҢЕЛЕНӘ АУАЗДАШ

Уның бер тәғлимәте бик күптәргә һабаҡ булып тора: "Үҙенең балаһын күрәләтә башҡорт мәктәбенә уҡырға бирмәгән атай-әсәй - башҡорт халҡын ҡоротоусы, милләт тамырына балта сабыусы", - ти ул.

ата-әсә ҡолағына...
ТУҒАН ТЕЛДӘ ЛӘ...

Башҡорт теле - ул бөйөк Урал батыр теле, ҡаһарман һәм сәсән Салауат Юлаев теле. Башҡорт халҡының юлбашсыһы һәм донъя кимәлендәге ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди теле. Туған телһеҙ беҙ - йырһыҙ, моңһоҙ бер маңҡорт, тарихи хәтерен юйған әҙәм генә ни бары.

белмәһәң - бел!
БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ

Элек кейем кешенең ниндәй милләттән булыуын асыҡларға ярҙам иткән. Ул быуаттар дауамында формалашҡан һәм үҙенсәлектәре халыҡ йәшәгән тәбиғәт, хужалыҡ һәм көнкүреш шарттарына бәйле булған. Кейем - кешеләрҙең сәнғәтте, матурлыҡты тойомлауының иң камил өлгөһө, унда халыҡтың рухи донъяһы сағылыш тапҡан.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru