Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ИЛ КҮҢЕЛЕНӘ АУАЗДАШ
|
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендәге М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы 1994 йылда тәү башлап бик күп зыялы шәхестәребеҙҙең тырышлығы, илһөйәр ныҡлығы, ынтыматлығы арҡаһында асылды. Өфөнөң башҡорттар күп йәшәгән был төбәгендә мәктәптәр бихисап ине, әммә тап башҡорт мәктәбен асыу өсөн башҡорт йәмәғәтселегенә ныҡлы талап итергә, юлларға, махсус йөрөргә кәрәк булды.
Мәктәп үҙенең сирек быуатлыҡ тарихын барлаған көндәрҙә уның алыштырғыһыҙ директоры Шәмсулла Хәбибулла улы Хәбибрахманов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Шәмсулла Хәбибрахманов Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе лә булып тора. Уның эшмәкәрлеге - сабырлыҡ һәм төплө аҡыл менән һәр мәсьәләне эҙмә-эҙлекле хәл итеү, үҙ туған мәктәбенә, уҡытыусылар коллективына таяныу. Сирек быуат ҡына эшләһә лә, Сипайлово биҫтәһендәге Башҡорт лицейы баш ҡалала һәм республикала киң билдәле: уҡыу бер смена ғына бара, икенсе смена - төштән һуң дәрестәрен башлаусы Сәнғәт мәктәбенә бирелә. Лицейҙың үҙ Сәнғәт мәктәбе бар, унда йыр, бейеү, ҡурай, фортепиано, художество бүлектәре һәр уҡыусыны һәләтенә ҡарап үҙенә йәлеп итеп тора. Туғыҙынсы синыфты тамамлағанда уҡыусылар сәнғәти һөнәр нигеҙҙәрен үҙләштереүе хаҡында таныҡлыҡ алып сыға.
Лицейға Мөхәмәт Исҡужиндың исеме бирелеү шулай уҡ бик мөһим ваҡиға, һәм был шәхес башҡорт мәғрифәтсеһе данын алған даукәр зат булараҡ тарихи замандашыбыҙ. Ул Өфөлә Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт ҡала гимназияһын асыусы кешеләребеҙҙең алдынғы сафында йөрөгән аҡыл эйәһе, милләтебеҙҙең туған телен һәм ватансылыҡ рухын һаҡларлыҡ-яҡларлыҡ уҡыу йорто булдырыу иң мөһим эш икәнен аңлап, шул маҡсатын арымай-талмай тормошҡа ашырҙы. Баш ҡаланың һәр төбәгендә, һәр районында үҙ башҡорт мәктәбе астырыуҙы ҙур ныҡышмалыҡ һалып юллай ул. Сипайловолағы яңы йорттарға күсенгән йәш башҡорт ғаиләләрен барлап, өйбөрөнсә йөрөп сығып, уларҙың балалары өсөн башҡорт лицейы асылырға тейешлеген, тап шул мәктәптә бөтә башҡорт балалары бер ғаилә булып тупланып белем алырға кәрәклеген аңлата. Шулай ул бик күп башҡортто маңҡортлоҡтан ҡотҡара. Уның ватансылыҡ рухы менән һуғарылған бер тәғлимәте бик күптәргә һабаҡ булып тора: "Үҙенең балаһын күрәләтә башҡорт мәктәбенә уҡырға бирмәгән атай-әсәй - башҡорт халҡын ҡоротоусы, милләт тамырына балта сабыусы", - ти ул. Бына шулай уҡыу йортоноң төп маҡсаты билдәләнә: туған халҡыбыҙҙы башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен бергә өйрәнгән балаларыбыҙ ғына дауам итәсәк. Бала йәнле халыҡ, тип дан алған башҡорт өсөнсө меңйыллыҡта ла балаларын, ғаиләһен, илен бер халыҡ булып йәшәү бәхетенән мәхрүм итмәйәсәк.
136-сы Башҡорт лицейында 2005 йылдарҙан башлап Шәжәрә байрамдары үтә, тип ишеткәнем бар ине. Быйыл, 14 апрель көндө, мәктәптең ошо сараһында ҡатнашырға насип булды. Кисә Башҡортостан Республикаһының тәүге оранлы шағиры Шәйехзада Бабич иҫтәлеге менән бәйле ине. Бабич тураһында уҡыусылар төшөргән фильм күрһәтелде, сәхнәнән уның шиғырҙары яңғыраны. Лицейҙа уҡыусы үҫмер егеттәр бик тасуири, тәрән аңлап һәп яратып Бабич уйҙарын яңғыратты. Егерме беренсе быуатта ла уның фекерҙәре һаман кәрәкле, һаман ил күңеленә ауаздаш икәнен раҫланы.
Башҡорт лицейы уҡытыусылары, уҡыусылары әҙерләгән концерт программаһы экранда сағылған кадрҙар менән биҙәлде. Ул кадрҙар тупланмаһы "Башҡортостанда шәжәрә байрамдары ҡасан үткәрелә башланы һуң?", тигән ябай ғына һорауҙан башлана. Яуабы: Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығына әҙерләнеү сиктәрендә, 2005 йылда, республикабыҙ Президенты Мортаза Рәхимов указы буйынса Башҡортостан Хөкүмәте Шәжәрә байрамдарын үткәреү тураһында Ҡарар ҡабул итә. Шул ваҡыттан бирле 136-сы Башҡорт лицейы Октябрь районында шәжәрә байрамдарын үткәреү бурысын үҙ өҫтөнә ала һәм 2007 йылдың май айында был мәктәптә тәү башлап оло байрам, оло йыйын - "Ырыуҙар шәжәрәһе" байрамы уҙғарыла. Ҡунаҡтары ла бик күренекле замандаштарыбыҙ, республикала үҙ хеҙмәте менән танылыу яулаған шәхестәр була: Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Миҙхәт Мәмбәтов; профессор, фольклорсы Салауат Ғәлин; шағирҙар Факиһа Туғыҙбаева, Ҡәҙим Аралбай; профессор, филология фәндәре докторы Фирҙәүес Хисаметдинова; профессор, тау инженеры-геолог Минниәхмәт Моталов. Бына ошо күркәм ҡунаҡтар төркөмө мәктәптең ҡот-бәрәкәтен арттырып, фәһемле сығыштарын, изге теләктәрен ҡалдыра.
Киләһе 2008 йылда Башҡорт лицейындағы тарих байрамы "Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 435 йыл тулыу айҡанлы Октябрь районы халҡы шәжәрәһе байрамы", тип исемләнә. Биҫтәлә йәшәгән бик күп хеҙмәт ветерандары саҡырыла, ата-әсәләр ҡатнаша. Йәнә бер йыл үтеүгә, 2009 йылда, лицей уҡытыусылары үҙҙәренең рухи остазы, педагог, мәғрифәтсе Мөхәмәт Исҡужин шәжәрәһенә бағышланған "Мөхәмәт олатай тамырҙары" тигән кисә уҙғара. Ҡунаҡтары - мәктәп бик тә яҡын күргән ғаилә ағзалары, Исҡужин ырыуы вәкилдәре: иң бәләкәс Ибраһим, атаһы Айрат, ҡартатаһы Фәрғәт, уның атаһы Тимербулат Искужиндар. Шулай уҡ Мөхәмәт ағайҙың улдары Юлай менән Рәмил Исҡужиндар ҙа байрам түрендә була. Даукәр йәнле уҙаман, арҙаҡлы Мөхәмәт Исҡужин тоҡомдары менән осрашыу бик ныҡ хәтерҙә ҡала.
2010 йылдағы шәжәрә байрамы Уҡытыусылар йылына бағышлана. Октябрь районы уҡытыусыларының ғаилә династиялары, шәжәрәләре "Быуындар бәйләнеше" тигән дөйөм бер сафҡа туплана. Артабанғы байрам "Киләсәгем! Ас ишегеңде! Был мин - Рәми!", тип исемләнә һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл айҡанлы ҡунаҡтар йыя. Улар араһында шағирҙың улы Азамат Ғарипов та була. 2012 йылдағы Шәжәрә байрамы "Ҡаһым түрә" тип атала, ошо исемдәге бөйөк йыр көйөн бөтә уҡыусылар отоп, өйрәнеп йырлай, байрам 1812 йылғы Бөйөк Ватан һуғышының 200 йыллығына бағышлана. Ҡурайсы Рөстәм Шәрипов менән "Төньяҡ амурҙары" хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтовтар менән осрашыу көнө буйы бара. Һәр класҡа инеп, айырым мәҙәни-тарихи дәрестәр үткәрә был ике илһөйәр зат: ҡурай моңона уралған иҫтәлектәр яңғырай, балалар яугир кейемдәре менән яҡындан таныша.
2013 йылғы шәжәрә тантанаһы шулай уҡ тәрән эстәлекле итеп ойошторола: Сипайлово биҫтәһенә нигеҙ һалыныуға 30 йыл тулыу айҡанлы бындағы иң тәүге урамға исеме ҡуйылған бөйөк башҡорт шағиры ла телгә алына. Ул - иҫ киткес талантлы шағир һәм драматург Баязит Бикбай, уның тыуыуына 105 йыл тулыу хөрмәтенә "Ил онотмаҫ, киләсәктә беҙҙе ғорур йырға ҡушып йырларҙар", тигән баш аҫтында шиғранә шәжәрә кисәһе үтә.
2014 йылда Башҡорт лицейында үткән шәжәрә байрамы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарына бағышлана. "Утта янмай, һыуҙа батмай, тамырҙары ҡоромай…" тип дан йырлау кисәһенә саҡырылған ҡунаҡтар бик танһыҡ замандаштарыбыҙҙан була һәм улар ифрат матур сығыштары менән байрамды күтәрә.
2015 йылда ла бик ҡыҙыҡлы үтә мәктәптең шәжәрә байрамы. Башҡорт халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуыуына 135 йыл тулыуға һәм "2015 йыл - әҙәбиәт йылы" тип нарыҡланған рухи кисә "Мәшһүр ырыуҙашым, тамырҙарың тоташҡандар Кәлсер-Табынға…" тип атала. Бынан ары, 2016, 2017, 2018 йылдарҙағы шәжәрә байрамдары Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына бағышлана. Уларҙың йөкмәткеһен байытып, күренекле шәхестәр саҡырыла.
2019 йылда ла Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы коллективы шәжәрә байрамына яңы ҡунаҡтар йыя. "Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан…" тигән оран аҫтында үтә был сара. Ошо кисәләрҙең барыһын да ойоштороусы, сценарийҙар авторы, ҡунаҡтарҙы саҡырыусы кеше - директор урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы Гөлсирә Хәтмуллинаның да исемен әйтеп үтмәй мөмкин түгел.
Шулай итеп, быйыл Мөхәмәт Исҡужин исемен йөрөткән башҡорт лицейында ойошторолған Шәжәрә байрамдары тураһындағы видеофильм ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаралды. Ул кадрҙар уйландырҙы, һоҡландырҙы. Шәжәрә байрамында булып ҡайтҡас, күңелдә бер һорау төйнәлде: Өфөлә бына тигән милли тәрбиә эшен алға ҡуйған мәктәп бар. Ундай уҡыу йорттары бик аҙ. Ундай мәктәптәр бик ҡәҙерле. Һәр башҡорт мәктәбе ошондай ентекле яуаплылыҡ менән милли тәрбиә эшен алып барамы? Үҙең йәшәгән төбәк, биҫтә, район, ауыл халҡы өсөн шәжәрә байрамдары үткәреү бик тә фәһемле. Был мөмкинлекте һәр мәктәптә файҙаланырға була. Уларҙың һайлаған темалары, саҡырған ҡунаҡтары бер мәртәбә-байлыҡ булһа, ошо мәктәптә уҡыған балалар һәм эшләгән уҡытыусылар - үҙҙәре бер дәрәжә. Башҡорт мәктәбендә уҡыу һәм уҡытыуҙың ҡәҙерен белеү шулай була.
Сәрүәр СУРИНА.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 17.05.21 | Ҡаралған: 447
|
|
Киске Өфө
|
|
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.
МӨХӘРРИРИӘТ.
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|