«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№28, 16 - 22 июль 2022

ШҮЛГӘНТАШТА ТАҒЫ БЕР МӨҒЖИЗӘ

- КҮРЕРГӘ ҺӘМ АПТЫРАРҒА АШЫҠ!

Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булырҙай ҡомартҡы объекттарын, шул иҫәптән Рәсәйҙә палеолит дәүеренә ҡараған рәсемдәре менән билдәле берҙән-бер Шүлгәнташ мәмерйәһен дә ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереү тураһында күп йылдар һүҙ алып барыла. Әммә ЮНЕСКО эксперттарының талабы ҡаты була: мәҫәлән, Шүлгәнташ мәмерйәһен ҡарап сыҡҡандан һуң улар ундағы туристарҙың граффити, имзалары менән тулы диуарҙарҙы тәртипкә килтерергә, баҫҡыс кеүек ҡоролмаларҙы яңынан проектларға, мониторинг системаһын булдырырға тигәнерәк талаптар ҡуя. Шулай уҡ туристар өсөн мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһе булған музей төҙөү зарурлығы ла асыҡлана. Һәм Башҡортостандың Данир Ғәйнуллин етәкселегендәге Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге белгестәре бынан ун йыллап самаһы элек ең һыҙғанып эшкә тотона.
Шулай итеп, 9 июлдә Бөрйән районында "Шүлгәнташ" музей комплексын рәсми асыу тантанаһы булды. Тантана Рәсәйҙә Халыҡ-ара фундаменталь фәндәр йылын асыу сиктәрендә, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы, Рәсәй Фәндәр академияһы һәм Фән министрлығы вәкилдәре, Рәсәй ҡалаларынан һәм яҡын сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнашлығында үтте. "Шүлгәнташ" мәмерйәһенең таш диуарҙарына төшөрөлгән боронғо һүрәттәр күсермәһе, 3D-проекция һәм яҡтыртҡыс, боронғо хайуандарҙың баш һөйәге һәм башҡа һөйәктәре, мәмерйәнең Лего кубиктарынан интерактив макеты, сәсәндәрҙең боронғо музыка ҡоралдары һәм башҡалар... Сараға йыйылған халыҡ бына шундай үҙенсәлекле һәм серле донъя мөхитен тамаша ҡылды. "Шүлгәнташ" мәмерйәһенән километр ярым самаһы ерҙә урынлашҡан ғәҙәти булмаған был яңы музей туристар "мәккәһе"нә әүерелде лә инде. Музей комплексы экспозицияһы ете тематик блоктан хасил: "Таймлайн", "Медиазал", "Ҡая сәнғәте", "Археология", "Тәбиғи-фәнни", "Һаҡлау", "Урал батыр эпосы". Ошо блоктарҙағы мөғжизәләрҙе күҙ алдына баҫтырып ҡарайыҡ әле.

(Дауамын уҡырға).

көнауаз
ЭШСЕ СИНЫФ ЙӘШӘҺЕН!

Ә бит вуздарҙағы сикле генә бюджет урындарға ла, һуңғы йылдар самаһыҙ ҡиммәтләнеп киткән түләүле урындарға ла эләгә алмаған йәштәр өмөтлө ҡараштарын тап бына ошо урта һөнәри уҡыу йорттарына төбәй.

ғәҙәттәре күркәм
ӨФӨНӨҢ МАТУР ЙӨҘӨ

Башҡортостандың баш ҡалаһы әүҙем үҫешә: заманса объекттар, торлаҡ кварталдар барлыҡҡа килә, яңы сауҙа нөктәләре асыла. Бындай үҙгәрештәр мегаполистың архитектура мөхитенә туранан-тура йоғонто яһай.

тереклек мәктәбе
УРМАНДАРҒА КЕРҺӘҢ АҘАШМА!

Туҡтаған урынды, төнгөлөккә ҡалырға тура килгәндә, күп итеп ҡоро ағас менән тәьмин итеү мөһим. Ағас бер ҡасан да артыҡ булмай. Усаҡ оҙаҡ янһын өсөн түмәрҙәр ҡулланырға була, сөнки бәләкәй ботаҡ һәм ағастар тиҙ янып бөтәсәк.

хаҡиҡәти һүҙ
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН

Тарихсының объективлығы, беҙҙеңсә, синыфтар, партиялар, милләттәр, дини ағымдар идеяларына тоғро булыуҙа түгел, ә факттар, документтар һәм сығанаҡтарҙың йөкмәткеһе һәм рухына бирелгәнлектә.

диалог
ТЫУҒАН ЯҠТЫҢ ТУҒАН ИНСТИТУТЫ

Кеше ниндәй генә һөнәр эйәһе булмаһын, эшен яратырға тейеш. Хатта урам һепереүсе булһа ла, кеше үҙ эшен яратып эшләргә, ынтылырға, үҙ эшендә профессиональ кимәлгә күтәрелергә тейеш.

Фәрзәнә Аҡбулатова
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАНЫМ… (2-се бүлек)

Шул саҡта уҡ әле Камила менән Ғәзинур юғары уҡыу йортон тамамламаҫ борон уҡ өйләнешер тип уйлағандар булды, сөнки бүтәндәрҙең яҙмышы әле бигүк билдәле түгел, был икәүҙеке - асыҡ.

йәшел дарыухана
ПЕТРУШКА

Әбүғәлисина петрушканы бик юғары баһалаған. Ул былай тип яҙа: "Ҡара ҡан тамырҙары тығылыуын бөтөрә, тирләтә, һыҙланыуҙарҙы баҫа, яңы барлыҡҡа килгән шештәрҙе бөтөрә, күкрәк ҡыҫһа һәм тын алыуы ауырлашһа, йүтәлдән ярҙам итә, бауыр һәм талаҡ өсөн файҙалы, ашҡаҙан һәм эсәктәр эшмәкәрлеген тиҙләтә, таштарҙы иретеп сығара, әммә быума ауырыуы (эпилепсия) булғанда ҡулланырға ярамай.

һай-һай-һай!
ӨЛӘСӘЙ ӘКИӘТТӘРЕ ЛӘ БАЛАНЫ ҮҘ АСЫЛЫНА ӘЙҘӘЙ

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырған. Улар "Өләсәйем әкиәттәре" тигән үҫтереүсе тематик күнекмәләрҙе төбәктең үҙенсәлегенә таянып, туған телдәрҙә эшләгән.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru