«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БОРОНҒО БАШҠОРТОСТАН
+  - 


"Һәр бер халыҡ үҙ тарихын үҙе яҙырға тейеш".
Ризаитдин Фәхретдинов, күренекле башҡорт гуманист-ғалимы, XIX - XX быуат башындағы йәмәғәт эшмәкәре.

Тарих фәндәре докторы, академик Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов Башҡортостан тарихы буйынса иң арҙаҡлы белгестәрҙең береһе ине. Ул ғилми эшмәкәрлеген йәш сағынан уҡ археология менән бәйләй. Археология - тарих фәненең арҡа һөйәгелер, сөнки башҡа бер сығанаҡтар булмаған хәлдә тап ер ҡуйынынан ҡаҙып алынған боронғо ҡомартҡылар археологҡа тарих төпкөлөндә йәшәгән ҡәүемдәр тураһында үтә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бирә ала. "Өфө-II" археология ҡаласығы Нияз ағай Мәжитовтың иң аҫыл асыштарының береһе булды. Тарихсы-ғалим халҡыбыҙға бай ғилми мираҫ ҡалдырҙы. Ҡыҙы Әлфиә Солтанова менән авторҙашлыҡта яҙылып, 1994 йылда нәшер ителгән "История Башкортостана с древнейших времен до XVI века" тигән китапта Тарихи Башҡортостан хаҡындағы ғилми мәғлүмәттәр системалаштырып бирелгән. Уның "Башҡортостан тарихы. Боронғо осор. Урта быуаттар", тип аталған икенсе баҫмаһы 2010 йылда шулай уҡ рус телендә донъя күрҙе. Нияз ағай халҡыбыҙ өсөн бик тә ҡиммәтле булған ошо баҫманы башҡорт телендә лә нәшер итергә теләк белдереп, бән фәҡирегеҙгә уны башҡортсаға тәржемә итеү хаҡында тәҡдим яһағайны. Мәрхүм ғалимыбыҙҙың теләгенә ярашлы, милләттәштәребеҙ иғтибарына ошо китаптың гәзит вариантын тәҡдим итәбеҙ.

Авторҙарҙан


Үҙ тарихын халыҡ тыуҙыра, ә уны айырым шәхестәр яҙа. Кемдең дә булһа ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығын инҡар итергә баҙнат ҡылыуы икеле. Оппоненттары тарафынан теге йәки был тарихи ваҡиғаларға субъектив ҡарашта булыуҙа ғәйепләнмәгән тарихсы юҡтыр. Бигерәк тә тарихи үҫеш барышына ҡарата барлыҡҡа килгән ҡараш һәм төшөнсәләр ҡыйралған хәҙерге заманда тарих белгестәренә айырыуса ауырға тура килә. Бында уларға хис-кисерештәрҙе аҡлар өсөн генә килтерелгән факттар ҡулланылған гәзит "һуғыштары"на ҡушылып китеү, урам-майҙандарҙа барған "митинг" демократияһы стихияһына бирелеп китеү хәүефе янай.
Тарихсының объективлығы, беҙҙеңсә, синыфтар, партиялар, милләттәр, дини ағымдар идеяларына тоғро булыуҙа түгел, ә факттар, документтар һәм сығанаҡтарҙың йөкмәткеһе һәм рухына бирелгәнлектә.
Хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ иғтибарына тәҡдим ителгән китап авторҙары тулыһынса ошо принциптарҙан тайпылманы, тип әйтеү бигүк дөрөҫ тә булмаҫ ине. Беҙҙең алда ауыр мәсьәлә тора ине. Башҡорттар, Рәсәйҙең бәғзе бер халыҡтары кеүек үк, ватан әҙәбиәтендә дөйөмләштерелгән тарихи тикшеренеүҙәрҙән мәхрүм ҡалды. Унан башҡа, Башҡортостандың боронғо һәм урта быуаттар тарихы систематик рәүештә тик һуңғы 60 - 70 йылда ғына өйрәнелә башланы, унда әлегә теүәл итеп асып булмаған "аҡ таптар" һәм бәхәсле моменттар ҙа күп әле.
Беҙ уҡыусыларыбыҙҙы, улар тарихсылар фекерҙәре мозаикаһын үҙҙәре аңлай һәм киләсәктәге тикшеренеүҙәр йүнәлешен күҙаллай алһын өсөн, төбәктең иң боронғо замандарҙағы төп тарихи маяҡтары менән генә түгел, уны өйрәнеүҙең торошо менән дә таныштырырға тырыштыҡ. Шулай итеп, беҙ, бер-береһен алмаштыра барып, бик боронғо осорҙарҙан XVI быуатҡа тиклем, Көньяҡ Уралда көн иткән халыҡтар хаҡында тулайым мәғлүмәт булдырырға ынтылдыҡ. Һуңғы 2 - 2,5 мең йылдарҙағы ҡәүемдәр тарихын бәйән иткәндә, беҙҙең инаныуыбыҙса, хәҙерге башҡорт халҡының алыҫ һәм яҡындағы ата-бабалары булған боронғо һәм урта быуаттар ҡәбиләләре иғтибарыбыҙ үҙәгендә булды. Үҙебеҙ ҙә көтмәгән бер халәттә, башҡорт халҡының формалашыуы оҙайлы ваҡыттар дауамында барып, VI - X быуаттарҙың һәм уға тиклемге йөҙәр йыллыҡтарҙың ошо процестың айырып алғыһыҙ өлөшө булыуы хаҡындағы һығымтаға килдек. Дөйөм алғанда, ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшә алыуыбыҙға уҡыусыларыбыҙ баһа бирә алыр, тибеҙ.
Ошо китап Башҡортостандың боронғо һәм урта быуаттар тарихын өйрәнеүгә арналған. Уҡыусыбыҙҙың иғтибарын китаптың исеме менән бәйле булған бер мөһим хәлгә йүнәлтергә теләр инек.
Ғилми әҙәбиәттә, шулай уҡ бик күптәребеҙҙең аңында ла Башҡортостан хәҙерге Башҡортостан Республикаһы территорияһы, тип күҙаллана. Башҡортостан тарихсыларына ошо төшөнсәгә етди төҙәтмә индереү фарыз.
Башҡорттар тураһында тәүге ышаныслы яҙма мәғлүмәттәр барлыҡҡа килгән осорҙан (IX-XII бб.) Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына ҡушылғанына тиклем (XVI быуат урталарында) улар үтә дәү территорияның - хәҙерге Һамар һәм Һарытау өлкәләренең көнсығыш сиктәренән (Волга йылғаһының һул ярынан, тип уҡырға була) Иртышҡа тиклемге киңлек йүнәлешендә һәм Урта Уралдан (Пермь, Свердлов өлкәләренең көньяғы) Төньяҡ Ҡаҙағстан далаларына ҡәҙәрге ерҙәрҙең төп халҡы, тип иҫәпләнә. Урта быуаттар башҡорттарының вариҫтары хәҙерге көндәрҙә лә ошо ерҙәрҙең төп халҡы статусына эйә. Китаптың йөкмәткеһен асыу барышында беҙ уҡыусыға күрһәтелгән сиктәрҙең ысынбарлыҡҡа тура килеүен тарихи документтар менән раҫларбыҙ. Был - башҡорт халҡының формалашыу һәм үҫеш территорияһы, тарихи ватаны һәм, Башҡортостан Республикаһынан айырмалы рәүештә, беҙ уны Тарихи (Оло) Башҡортостан, тип атарға тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың боронғо һәм урта быуаттарҙағы тарихын беҙ ошо мәғәнәлә бәйән итәбеҙ.
Ошо ғилми баҫма 1994 йылда нәшер ителгән шул уҡ исемдәге китап нигеҙендә әҙерләнде, әммә унан байтаҡ ҡына мөһим моменттары менән айырылып тора. Яңы сығанаҡтарҙан алынған материалдар тәьҫирендә беҙгә төбәктең бронза һәм иртә тимер быуаттарҙағы ҡәбиләләре тарихына арналған бүлектәрен яңыртырға тура килде. Әммә был Башҡортостандың урта быуаттар эпохаһына ҡараған тарихына күберәк ҡағылды. Хәҙерге Өфө үҙәгендәге Өфө-II ҡаласығы тирәһендә ҙур ҡала булыуы хаҡындағы асыш урта быуаттар осорондағы Көньяҡ Урал халҡының ижтимағи-иҡтисади һәм мәҙәни-сәйәси тарихының характеры хаҡындағы белемдәребеҙгә принципиаль яңылыҡ индерҙе. Йыйылған материалдар был ҡаланың IV-V быуаттар сигендә барлыҡҡа килеп, XV - XVI быуат башына тиклем бер өҙлөкһөҙ йәшәүен, XIV - XVI быуаттар донъяһының тарихи-географик әҙәбиәтендә бер нисә тапҡыр иҫкә алынған Башҡорт ҡалаһына ышаныслы тап килеүен күрһәтә. Ошо яңы факттар йоғонтоһонда бында Өфө ҡалаһының урта быуаттар осорондағы тарихы тураһында айырым бүлек урын алды, һәм был башҡорт халҡының IX - XVI быуат башындағы этномәҙәни һәм сәйәси тарихы этаптарын киңәйтеберәк (тулыраҡ) сағылдырыу мөмкинлеген бирҙе.
Уҡыусы, моғайын, китаптың ҡушымтаһындағы башҡорт шәжәрәләре текстарынан, ҡәбер таштарынан һәм башҡа баҫма әҙәбиәттән йыйнап алынған башҡорт хандары һәм бейҙәре исемлегенә иғтибар итер. Ошо арҙаҡлы башҡорт юлбашсыларының эшмәкәрлеге, уртаса алғанда, IX быуаттан алып XVI быуат урталарына тиклемге осорға ҡарай. Ошо исемлекте әҙерләүгә башҡорттарҙың XVI быуатҡа тиклем ырыу-ҡәбилә ҡоролошо стадияһында йәшәүе һәм үҙҙәренең дәүләтселек ойошмаларын булдырыу кимәленә етмәүе хаҡында әҙәбиәттә киң таралыу тапҡан кәмһетеүле ҡараштар этәргес булды. Бүлек текстарында һәм ҡушымтала килтерелгән исемдәр үҙҙәре хаҡында үҙҙәре һөйләй. Был башҡорт халҡының XVI быуат уртаһына тиклемге хакимлыҡ итеүсе элитаһына ингән шәхестәрҙең исемдәрен системалаштырыуҙың тәүге тәжрибәһе, һәм был киләсәктә башҡорт тарихсылары тикшеренеүҙәрендә үҙ дауамын табыр, тип ышанғы килә. Ошо китаптың төп һығымталары Башҡортостандың Рәсәй дәүләте составына ҡушылыуының 450 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә әҙерләнгән һәм 2007 йылда нәшер ителгән "Башҡортостан" тарихи-мәҙәни энциклопедик атласында ла ҡыҫҡаса һәм популяр рәүештә сағылыш тапты.

Нияз МӘЖИТОВ.
Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.07.22 | Ҡаралған: 279

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru