«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№17, 30 апрель - 6 май 2022

ХЕҘМӘТКӘ ДАН ЙЫРЛАЙБЫҘ!

Беренсе май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы булғас, гәзит уҡыусыларыбыҙға ошо датаға, хеҙмәткә, баҫыу хеҙмәткәрҙәренә арналған шиғырҙар тәҡдим итке килде. Тик... ундай шиғырҙарҙы үткән заман әҙиптәре китаптарында ғына таба алдыҡ.
Күтәрегеҙ, дуҫтар, баҫыу киңлектәрен,
Бәрхәт һымаҡ булып ятһын ерҙең тәне.
Йыр шикелле шыма барһын эштәрегеҙ,
Шул байрамда орден алһын күптәрегеҙ.
Гөрләтегеҙ, ҡыр күкрәген төндә, көндөҙ -
Биҙәр Геройҙың күкрәген Алтын йондоҙ, - тип яҙа Әкрәм Вәли. Уны һәм уның замандаш шағирҙарын Хеҙмәт ғали йәнәптәре ҡалай илһамландырған! Ә ниңә хеҙмәт, игенсе темаһы хәҙергеләрҙең ижадында сағылыш тапмай икән, тигән һорау ҙа тыуып ҡуйҙы. Ә шулай ҙа... Салауат Әбүзәровта таптыҡ ауаздаш шиғырҙы. Бына ул:

Баҫыу бөркөттәре

Ер күкрәгенә баҫып тора хужа,
Беләгенә күсә ерҙең көсө.
Ҡамыр һымаҡ күбеп ятҡан тупраҡ
Бөркә төҫлө уға икмәк еҫе.
Усындағы кескәй бөртөктәргә
Ил ҡеүәте, ил ҡөҙрәте һыйған.
Халҡыбыҙҙың бөйөк хазинаһын
Алтын кеүек ул бөртөкләп йыйған.
Ер ҡуйынына төшкән был орлоҡтар
Ашлыҡ булып тиҙҙән шытып сығыр.
Һуҙылып ҡалған бураҙналар, гүйә,
Йәшәү тураһында бөйөк шиғыр.
Улар үткән юлда һибелеп ҡала
Кешелеккә бәхет бөртөктәре.
Киң ҡырҙарҙа ҡанаттарын кирә
Игенселәр - баҫыу бөркөттәре!

Салауат ӘБҮЗӘР.

үәт, шулай!
ЙӘШТӘР ҠАЛАҺЫ БУЛҺЫН!

Баш ҡаланың "Арт-Квадрат"ында йәштәрҙең "JOB SPACE" карьера форумы үтте. Ул бер командаға 500-ҙән ашыу буласаҡ белгесте, эш башлап тороусы эшҡыуарҙы, эшсе йәштәрҙе йыйҙы.

һөнәрмәндәр
ХЕҘМӘТ КЕШЕЛӘРЕ ҺАНЛАНҺЫН ҺӘМ БАҺАЛАНҺЫН!

"Эй, улым, бына беҙҙең һымаҡ һауынсылар булмаһа, улар ниндәй һөт эсер ине, йогурт ашар ине, ә комбайнсылар булмаһа, ниндәй икмәк ашар ине? Беҙҙең хеҙмәтебеҙ арҡаһында ғына уларҙың донъяһы тәмле һәм йәмле", - тинем.

ырыуың кем?
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН - 6

Рус заводчиктары һәм промышленниктары ҡыҫымына эләккән байтаҡ ҡына аҫаба башҡорттар ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була, XVIII быуатта бер-бер артлы башланып торған ихтилалдарҙы баҫтырыу һөҙөмтәһендә лә юғарыла һанап үтелгән ырыуҙарҙың байтаҡ ҡына ауылдары юҡ ителә.

заман башҡорто
ЯЛҠАУҘАР СӘБӘП ЭҘЛӘЙ, ЙҮНСЕЛДӘР МӨМКИНЛЕК ТАБА

Әлеге ваҡытта беҙҙә баһаланып бөтмәгән бер генә ресурс ҡалған, ул да булһа - ер, сөнки башҡа активтар күптән бүлгеләнгән. Ерҙең баһаһын халыҡ әле аңлап бөтмәй.

Ғәлим Хисамов
ПАРИЖДА - 1

"Ә икенсеһе кем? - Император ҡарауыл етәксеһе биргән икенсе ҡағыҙ битен асты. - Полковник Ҡудашев. Үҙе башҡорттан икән. Нимә-нимә? Батшалыҡтың милләттәргә мөнәсәбәте менән килешеп бөтмәйме?"

һай-һай-һай!
ГЕРОЙҘАР БЕҘҘЕҢ АРАЛА

Тормошта батырлыҡҡа һәр ваҡыт урын бар. Ике йыл беҙ коронавирус менән көрәшәбеҙ, тормош меңәрләгән табиптан, ирекмәндәрҙән торған арҙаҡлыларҙы бүләк итте. Әле махсус операция бара, Донбасс беҙҙең ярҙамды көтә.

матур хәтирә
ҘУРЛАҒЫҘ БЕРЕНСЕ МАЙҘЫ...

Бөгөнгө 1 Май - Яҙ һәм Хеҙмәт байрамын беҙ бала саҡта ябай ғына итеп "Май байрамы" тип йөрөтәләр ине. Сәйәси әһәмиәте нисек булғандыр, ул ваҡытта быға иғтибар ҙа бирмәгәнбеҙҙер инде, ләкин беҙ уны Яңы йылды ҡаршылағандай көтөп ала инек.

һаҡланайыҡ
ТАЛПАН ҠУРҠЫНЫСЫ ҺӘМ УНЫҢ ЭҘЕМТӘЛӘРЕ

Латинса "Энцефалон" "баш мейеһе" тип тәржемәләнә. Үҙәк нервы системаһын зарарлаусы сирҙең "энцефалит" (урыҫ телендә - "воспаление головного мозга") тигән төп исеме тап ана шунан килеп сыҡҡан.

донъябыҙ ҡото
БЫЛ ЙОРТТА ХЕҘМӘТ БАҺАЛЫ ЛА, ХӨРМӘТЛЕ ЛӘ

Байназаровтар матурлыҡ тыуҙырыуға айырыуса иғтибар биргән. Эйе, өйҙәрен ярата улар. Ә өйөңдө яратыу, унда йәшәгән кешеләрҙе һөйөүҙе аңлата. Уңайлы шарттар ҙа, зауыҡ та, тәмле ризыҡтар ҙа яҡын кешеләрең өсөн бит.

йәшел дарыухана
МУЛЛАЯН ҮЛӘНЕ

Башҡорттарҙа "муллаян үләне", "туғай яраны" тип йөрөтөлгән һәм Башҡортостанда киң таралған был сәскә русса "герань луговая" тип атала.

афарин!
БАШҠОРТ ТЕЛЕНДӘ ЯҘАМ!

23 апрелдә тотош Башҡортостан һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә, сит илдәрҙә сираттағы "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант - 2022" акцияһы үтте. Телде башланғыс кимәлдә белеүселәр менән бергә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та диктант яҙҙы.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru