ГРАФФИТИ - ҠАЛАНЫҢ ЯҢЫ ЙӨҘӨ
Был сәнғәт төрөн кемдер хуплай, кемдер, киреһенсә, уға кире ҡарашта. Нисек кенә булмаһын, ҙур тиҙлектә үҫешеүсе урам сәнғәте - граффити ҡала мәҙәниәтенең бер өлөшө булараҡ, бөгөн донъяның күп илдәрендә киң билдәләнеш ала.
Баш ҡалабыҙҙа йәшәүселәр Өфөнөң Менделеев урамындағы 116-сы йорттоң алғы яғына төшөрөлгән бейеүсе ҡыҙ һүрәтенә һоҡланып бөтөргә лә өлгөрмәне, Ленин урамында тағы ике урында граффити жанрында һүрәттәр барлыҡҡа килде. Ленин урамының 44/46-сы йорто стенаһындағы һүрәт Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Алексей Королевскийҙың "Өфө. Дуҫлыҡ монументы" тип аталған билдәле гравюраһының копияһы булып тора. Уны граффити буйынса белгес, рәссам Олег Кайбышев төшөргән, һүрәт төшөргәндә төҫө уңмай торған һәм һыуға бирешмәгән махсус буяуҙар ҡулланылған.
Ленин урамының 21-се йортоноң алғы яғын биҙәйәсәк һүрәттә 1812 йылғы Бөйөк ватан һуғышы ваҡиғалары сағылыш ала. Уны бейеүсе ҡыҙҙы эшләүсе "Ижад ҡалаһы" реалити-шоу ҡатнашыусылары төшөрә. Ҡаланың боронғо өлөшө өсөн ҡулайлы тип табылған эскизда Наполеонға ҡаршы һуғышта ҡатнашыусы төрлө милләт вәкилдәре һүрәтләнә. Эксперттар билдәләүенсә, был граффити Башҡортостан халыҡтарының берҙәмлектә һәм татыулыҡта йәшәүенең тағы бер символы булып торасаҡ.
көнауаз
ЙЫРАҠҠА ИЛТКӘН ЮЛ ЯҠЫНДАН БАШЛАНА
Рәсәй өсөн тағы ла бер мөһим яңылыҡ - донъя баҙарында нефткә хаҡ төшә башланы. 3 ай эсендә нефть 15 процентҡа арзанайһа ла, бензинға хаҡтар арта бирә. Тиҙҙән газдың хаҡы төшөүен дә күҙалларға була.
килешмәйем!
ШАМОНИНО АУЫЛЫНДА ТУҒАН ТЕЛЕН ҺАНЛАМАҒАНДАР ЙӘШӘЙМЕ?
Ошо көндәрҙә Өфө районы Шамонино ауылында яңы балалар баҡсаһы асыу мәсьәләһе буйынса йыйылыш үткәрелде. Сараны Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм Йәштәр советы ағзалары ойошторғайны.
афарин!
САЛАУАТТЫҢ ШИҒЫРҘАРЫ ДОҒА БУЛЫП ЯҢҒЫРАНЫ
Салауат Юлаев майҙанында йыйылыусылар шиғырҙарҙы бөтә тирә-яҡты яңғыратып һөйләй алмаһа ла, батырыбыҙҙан ҡалған аманат һүҙҙәр тик милләтебеҙ ҡолағы ишетерлек итеп уҡыла торған доға кеүек ҡабатланды.
тарихи хәҡиҡәт
БАШҠОРТОСТАНЫБЫҘ БЕРЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ ОСОРОНДА
Рәсәй императоры һуғыш теләмәй. Ул халыҡ-ара конференцияларҙа, ҙур дәүләттәр ҡоралдарҙан баш тартырға тейеш, тигән тәҡдим менән сығыш яһай, башҡа бер ҡасан да һуғышмаҫҡа саҡыра. Ләкин уның саҡырыуы яуапһыҙ ҡала.
фекер ҡоро
АУЫЛ СПОРТЫН ҮҪТЕРЕҮ ТОРМОШҠА АШМАҪ ХЫЯЛ ТҮГЕЛ
Тап ошо осорҙа Елембәт ауылында йәштәр һәм ололар өсөн аръяҡта - ике, бирьяҡта бер футбол майҙаны эшләнек. Өс командаға ла күнекмәләр үткәреү урыны булдырылды. Стадионыбыҙ халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләнде.
фекер ҡоро
МИЛЛИ КӨРӘШ ТРАДИЦИЯЛАРЫН КИЛӘҺЕ БЫУЫНДАР ҘА ҮҘЛӘШТЕРҺЕН, ТИП
Көрәште дөрөҫ кенә итеп сағылдырған элемент - дәғүәсеңде күкрәккә ҡыҫып күтәреп, үҙең аша алып ташлау күренеше онотола. Билбау көрәше һәм милли көрәш федерацияһын, ике спорт төрөн ике федерация итеп үҙгәртергә кәрәк.
ижадхана
СӘНҒӘТЕБЕҘ ЙӨҘӨН ПРОФЕССИОНАЛЬ МУЗЫКА БИЛДӘЛӘЙ
Мәктәптәрҙә музыка дәрестәрен махсус белгестәр түгел, ә кемдең сәғәте тулмай, шулар уҡытып йөрөгәндә, балаларыбыҙҙың бәләкәйҙән музыка тәрбиәһе алмауына ҡарағанда, хәл әле генә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ, үкенескә күрә.
монолог
ИМАН НУРЫ ТАРАТА УЛ, ЙӘҒНИ ЙОМАНЫҢ МЕҢЕНСЕ ТАПШЫРЫУЫ АЙҠАНЛЫ ҺҮҘ
"Мин яҡшы кешеләрҙең холоҡтарын күреп, ул холоҡтарҙың миндә лә булыуын теләнем, яман кешеләрҙең яманлыҡтарын күреп, был яманлыҡтарҙан йыраҡ торорға тырыштым", тип яуап биргән.
сәнғәт көндәлеге
МӘСКӘҮ ТАМАШАСЫҺЫ МИРАҪТАРҒА АЛҠЫШЛАНЫ
Мәскәүҙә "Мираҫ" фольклор, йыр һәм бейеү ансамбленең концерты уҙҙы. Данлыҡлы Өфө коллективы П. И. Чайковский исемендәге Концерт залында сығыш яһаны. Ике сәғәтлек программа төрлө халыҡтарҙың вокаль һәм бейеү композицияларын үҙ эсенә алғайны.
|