«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘНҒӘТЕБЕҘ ЙӨҘӨН ПРОФЕССИОНАЛЬ МУЗЫКА БИЛДӘЛӘЙ
+  - 

Уның кеүек үтә лә нәзәкәтле гүзәл заттың ҙур хор менән дирижерлыҡ итеүе бер аҙ сәйер күренеш кеүек. Бының сәбәбе, бәлки, классик музыка донъяһы һәр заманда ла көслө зат батшалығы булып иҫәпләнеүендәлер? Бәлки, дирижерлыҡ һөнәренең төп асылы - көс һәм ҡеүәт булғанлыҡтан, төп асылы көсһөҙлөк булған ҡатын-ҡыҙға унда урын юҡ тигән ҡараш үҙе хаталыр? БР-ҙың Дәүләт академик хор капеллаһының художество етәксеһе һәм төп дирижеры, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының тәрбиә эштәре буйынса проректоры һәм хор дирижерлығы кафедраһы мөдире Алһыу Афған ҡыҙы ХӘСБИУЛЛИНА ошо һәм классик сәнғәткә ҡағылған башҡа һорауҙарға яуап эҙләй.

"Аҡ ҡуянҡайҙарҙан тун тектерҙем..."

Әсәйем - Тамара Хәсбиуллина профессиональ йырсы, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге конкурс лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Атайымдың яғынан да нәҫелебеҙҙә һөнәрен музыка менән бәйләүселәр бар. Илеш районының үҙәгендә, Үрге Йәркәйҙә йәшәгәс, минең музыка мәктәбенә йөрөргә мөмкинлегем булды. Музыка менән шөғөлләнеү дөйөм белем биреү мәктәбендә математик класта уҡырға ла, спорт менән дуҫ булырға ла ҡамасауламаны. Шуға ла минең бала сағым бик ҡыҙыҡлы үтте, тип әйтә алам. Тиҫтерҙәремдән айырмалы рәүештә, мин бары тик бәләкәйҙән әсәйем башҡарыуында башҡорт халыҡ йырҙарын, профессиональ композиторҙарҙың арияларын тыңларға ярата торғайным. Ни өсөндөр "Бейеш"те ҡабат-ҡабат йырлатҡанмын. Мин тыуғансы әле атайым менән әсәйем композитор Шамил Ибраһимов етәкселегендәге үҙешмәкәр хорҙа йырлағандар, шуғалыр ҙа, бәлки, йыр-моң минең өсөн үтә лә таныш мөхит ине.
Өфө сәнғәт училищеһынан һуң академияға уҡырға ингәс, әсәйем дирижерлыҡ йүнәлешен һайларға кәңәш бирҙе. Коллектив менән эшләү һәм ым-ишара аша үҙеңде асыу миңә оҡшай икәнлеген һуңғараҡ аңланым.

Иң мөһиме - һәләт һәм белем

Ҡатын-ҡыҙ дирижер менән ир-егет дирижер араһында айырма, әлбиттә, бар. Ғөмүмән, башҡорт музыка сәнғәтендә танылыу алған ҡатын-ҡыҙ дирижерҙар байтаҡ, мәҫәлән, Эльвира Ғәйфуллина оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының баш хормейстеры булып эшләне. Хор капеллаһында Нәфирә Иҡсанова дирижер була. Дөйөм республика буйынса алып ҡарағанда ла, балалар хорҙары менән тик ҡатын-ҡыҙҙар етәкселек итә. Балалар хорына килгәндә, уларҙа ҡатын-ҡыҙ дирижер булыуы дөрөҫөрәктер, ә профессиональ хор, бәлки, ир-егеттең эшелер, тип тә уйлайым. Әммә был тышҡы яҡтан ҡарағанда ғына шулай тойола. Үҙенең тәбиғи сифаттары менән ҡатын-ҡыҙ хорҙың нескәлектәрен күберәк аңлай ҙа кеүек. Хорҙағы 50 кешенең 50 төрлө холоҡ, уларҙың һәр береһенең иң яҡшы яҡтарын айыра белеп, күңелен дә, һөнәри яҡтан да үҫтерергә бурыслы етәксе кеше. Белемең, тәбиғи һәләтең булһа, бер ҡыйынлығы ла юҡ. Хор капеллаһында шул тиклем юғары интеллигентлы, тәрбиәле кешеләр йыйылған, мин уларҙан иң кәмендә 30 йәшкә кесерәк булһам да, береһе насар һүҙ әйткәне юҡ, ышаныс белдереп, ярҙам итеп кенә торалар.

Башҡорт музыкаһын танытабыҙ

1970 йылда нигеҙ һалынғанда уҡ БР-ҙың Дәүләт академик хор капеллаһының төп маҡсаты - башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен пропагандалау, тип билдәләнгән икән, коллектив әле лә был бурысты оло намыҫ менән үтәй. Әҫәрҙәргә ҡытлыҡ юҡ, шөкөр. Ике йыл элек заман башҡорт композиторҙары әҫәрҙәренән торған ҙур концерт эшләгәйнек. Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Рим Хәсәнов, Нур Дауытов, Роза Сәхәүетдинова, Салауат Сәлмәнов, Айһылыу Сәлмәнова һ.б. композиторҙар рәтенә баҫырҙай исемдәр байтаҡ. Сәнғәт академияһының композиция бүлеге студенттарының ижадын да күҙәтеп барам. Араларында техник яҡтан ауыр, ҡатмарлы ғына әҫәрҙәр ижад итеүселәр бар. Башҡорт халыҡ йырҙары һәм көйҙәре буйынса циклдар булдыралар. Халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртеү йүнәлеше лә яйға һалынған. Мәҫәлән, Нур Дауытов эшкәртеүендәге "Буранбай"ҙы бар ерҙә лә ихлас ҡабул итәләр. Һис шикһеҙ, халыҡ йырын эшкәртеү - уны тағы ла юғарыраҡ үргә күтәреү, үҫтереү, тип ҡабул итергә кәрәк. Иң мөһиме, композитор йырҙың тәрәнлеген һәм драматизмын дөрөҫ тоя белһен. Заманға хас яңы техник мөмкинлектәр, заман интонацияларын өҫтәп ебәреү уны байыта ғына. Афарим Аҡсурин "Шәл бәйләнем" йырында, мәҫәлән, джаз яңғырашын да ҡуллана.
Быйылғы ижад миҙгеле хор капеллаһы өсөн юбилей йылы, 45-се миҙгел бик эстәлекле генә булырға оҡшай. Әлеге мәлдә "Волга менән Урал араһында" Бөтөн Рәсәй композиторҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ әҫәрҙәрҙе өйрәнәбеҙ. Хорҙа эшләүҙең тағы бер ҡыҙыҡлы яғы инде ул сит телдә йырҙар башҡарыу. Ҡайһы бер телдәр буйынса белгестәр саҡырып, өйрәнергә була, шулай ҙа дәреслектәр менән генә сит телде үҙләштергән сағыбыҙ ҙа күп.

Эстрада - юғары сәнғәт түгел әле

Бөгөнгө заман башҡорт музыкаһы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, иң тәүҙә профессиональ музыка кимәле тураһында әйтергә кәрәк. Сөнки эстрада бер нисек тә милли профессиональ сәнғәттең күрһәткесе һәм йөҙө була алмай. Был йәһәттән ҡарағанда, профессиональ башҡорт композиторҙарын ситтәр яҡшы белә, уларҙың әҫәрҙәре күптән донъя сәхнәләрен яулай. Яңы ғына Ләйлә Исмәғилеваның балеты Испанияла ҡуйылды, Нур Дауытовтың әҫәрҙәрен башҡа консерваториялар яратып башҡара. Былар әле ҡапыл иҫкә төшкән исемдәр генә, ә былай бер кемде лә айырып әйткем килмәй, композиторҙарыбыҙҙың һәр береһе иҫ киткес һәләтле шәхестәр.
Ә бына үҙебеҙҙең башҡорт тамашасыһының классик концерттарға йөрөмәүе тураһында һүҙ йөрөткәндә, уныһы бөтөнләй икенсе мәсьәлә. Был беҙҙең, мәҙәниәт кешеләренең, проблемаһы түгел, был дөйөм йәмғиәттең проблемаһы. Мәктәптәрҙә музыка дәрестәрен махсус белгестәр түгел, ә кемдең сәғәте тулмай, шулар уҡытып йөрөгәндә, балаларыбыҙҙың бәләкәйҙән музыка тәрбиәһе алмауына ҡарағанда, хәл әле генә ыңғай яҡҡа үҙгәрмәҫ, үкенескә күрә. Был беҙҙә генә түгел, тотош Рәсәйҙә шундай уҡ хәл. Валерий Гергиев етәкселегендә бөгөн Бөтөн Рәсәй хор йәмғиәте тергеҙелә башланы. Был йәмғиәт тә төп маҡсатыбыҙ - музыка дәрестәренең бәҫен күтәреү икәнлеген таный. Халыҡ хатта табын артында ла йырламай башланы. Әсәйемдәр быуыны матур итеп йырлашып ултыра торғайны, ә хәҙерге йәштәр йырлау тигән нәмәне бөтөнләй белмәй. Икенсе ҡиммәттәр хөкөм һөрә йәмғиәттә.

Уңыш әүҙемдәрҙе ярата

Дирижер һөнәре һинең тормоштоң бөтөн йүнәлешендә лә әүҙем булыуыңды талап итә. Юғиһә, был яуаплы бурысты атҡарыуы ауыр. Коллективыңды аңлау өсөн улар менән күберәк аралашырға тейешһең, алдыңа ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеүҙә лә һүлпәнлек һинең файҙаңа түгел. Ихтыяр көсө тураһында айырым әйтеп тормайым, ул да тап ана шул әүҙемлеккә килтерә лә инде. Нисек бар нәмәгә өлгөрәһең ул, тип аптырағандарға: "Әүҙем булығыҙ, уңыш әүҙемдәрҙе ярата", - тип яуаплайым. Әсәйем үҙе тыйнаҡ кеше булараҡ, мине гел генә сабыр итә бел, тип өйрәтә. Тормошта сабыр була белеү иһә юҡҡа ашҡыныуҙарҙан, күңел кителеүҙәрҙән һаҡлай.
Бер юлы уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дә алып барыуы ауыр түгел. Практик дирижер булған өсөн миңә уҡытыуы еңел. Ә инде дирижер булараҡ коллектив менән эшләгәндә уҡытыусы булыуым ярҙам итә. Был ике һөнәр бер-береһен шул тиклем тулыландыра.

Шулай итеп...
"Һеҙ ҡатын-ҡыҙҙың ниндәй сифатын юғары баһалайһығыҙ?" тигән һорауға күп кенә бөйөк шәхестәр: "Көсһөҙлөктө", - тип яуап биргән, тиҙәр. Һөнәре көслө ихтыярлы булыуҙы талап итһә лә, тормошта барыһы ла Алһыу Хәсбиуллинаны матур холоҡло, нескә күңелле, сибәр гүзәл зат итеп белә. Тимәк, һөнәр кешенең үҙ асылын барыбер ҙә үҙгәртмәйҙер, моғайын. Шулай ҙа, кем әйткән әле, дирижер - ҡатын-ҡыҙ һөнәре түгел, тип?..

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.10.14 | Ҡаралған: 1838

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru