ЯҠШЫ ГӘЗИТ – УЛ…
милләттең үҙ-үҙе менән
һөйләшеүен ойоштора алған гәзит
Бынан тап 15 йыл әүәл ижад ителә башланы "Киске Өфө" гәзите. Ә тарих шунан ғибәрәт: Башҡортостандың дәүләт суверенитетын яулауға өлгәшкәс, уның һөҙөмтәһе булыр ҡаҙаныштар исемлегендә, ысынлап та, "Баш ҡаланың башҡорт телендәге гәзитен булдырырға" тигән пункт та теркәп ҡуйылғайны. Тик ул шунда уҡ ҡына тормошҡа ашырылманы, хәбәр телдән телгә күсте, һөйләнде, сәйнәлде лә, ҡағыҙҙа көйө ҡалып, бер аҙға онотолдо.
(Мәҡәләне уҡырға).
милләттәшкә өндәшеү
ЮҒАЛМАҒЫҘ, БАШҠОРТТАРЫМ!
Фәһем алыр, фекер әйтер, өлгө күрһәтер шәхестәр Өфөбөҙҙә бит! Ауылда тыуып үҫеп, баш ҡалала төпләнеп, дәрәжәләр яулаған милләттәштең шәхси фиҙаҡәрлеге, баһадирлығынан башҡа тағы нимә һәм кем өлгө була ала беҙгә?
баш ҡала ҡунағы
ЙӘҺҮДТӘР ҘӘ БЕЛҺЕН, ТИНЕМ...
Башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең динамикаһы, уның тирбәлеше икенсе телдә бөтөнләй икенсе тирбәлеш ала, сөнки һәр телдең үҙенсәлеге бар. Шуға ла, "Урал батыр" эпосын икенсе телдәргә бөтөн тулылығында ауҙарыу мөмкин түгел.
психолог ыңғайға көйләй
БАЛАҒЫҘҘЫ СИТ-ЯТ КЕШЕНЕҢ ҺҮҘЕНӘН ҺАҠЛАҒЫҘ
Мәҫәлән, магазинда йәки урамда бала ҡысҡырып илап ҡараһын әле, шунда уҡ: "Уй, ҡалай насар ҡыҙ!", "Тыңлашмаһаң, алып китәм", - тигән һүҙҙәр ташлаусылар табыла. Бала үҙен насар тотҡас, тәрбиәһеҙ һәм бында уның ата-әсәһе ғәйепле, тигән һығымталар яһала. Бындай осраҡта нимә эшләргә?
тарих ярсыҡтары
АТАМАЛАРҘА - ХАҠ ТАМЫРҘАРЫБЫҘ
Унан ҡала, әгәр ҫанай һүҙе менән йәйә-ҡорал аталған икән, был ҫанай ошо ҡара ҡайындан яһалыуы мөмкин һәм ҡайын тураһындағы ҡәтғи тыйыуҙар ҡоралға мохтажлыҡтың асылын сағылдыра булһа кәрәк.
ситтән тороп диалог
СӘХРӘЛӘРҘӘ ЙӘШӘГӘНДӘР ХӘЛЕН ҠАЛАЛАҒЫ АҢЛАР ХӘЛДӘМЕ?
Күңел яңылыҡ, үҙгәрештәр көҫәмәһә, йәшәүҙең мәғәнәһе лә булмаҫ кеүек. Бер төрлөлөк ялҡыта. Шуға ла төп эштән башҡа төрлө өлкәлә үҙеңде һынап ҡарарға кәрәктер, тип уйлайым.
әҙиптәр диалогы
ЯҘЫУСЫ ҒЫНА ТҮГЕЛ ТӘНҠИТСЕ ЛӘ МАТУРЛЫҠТЫ АҢЛАЙ БЕЛЕРГӘ ӨЙРӘТӘ
Ниндәй тәнҡит ниндәй талаптарға яуап бирә? Ошо юҫыҡта уйланып, Мостай Кәрим көндәлектәрендә шундай һығымта яһаған: "Талантһыҙлыҡ талантһыҙлыҡты юғарыға сөйә, ул бының менән үҙен дә сөйә, үҙен раҫлай".
мосолман әҙәбе
ИКЕ ИҢЕБЕҘҘӘ ИКЕ ФӘРЕШТӘ
Фәрештәләрҙе Аллаһы Тәғәлә барлыҡҡа килтергән. Нәфис нурҙан торған тәндәре төрлө ҡиәфәтҡә инә ала һәм улар иҫ киткес ҙур ҡеүәткә эйәләр. Фәрештәләр шул тиклем күп, уларҙың һанын тик Аллаһ ҡына белә. Ғәйшә һүҙҙәренә ҡарағанда, Бәйғәмбәребеҙ былай тип әйткән: "Фәрештәләр нурҙан, ендәр уттан барлыҡҡа килгән".
әйҙә, фекерләшәйек!
ЯҘЫУСЫ ӨСӨН ИЖАД МӨҺИММЕ, ӘЛЛӘ ОЙОШМА АҒЗАҺЫ БУЛЫУМЫ?
"Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 2-се һанында Тимер Ниәтшин ағайҙың "Яҙыусы вазифаһы - ул рух һағындағы яугир" тип исемләнгән мәҡәләһен уҡып сығып, үҙ фекеремде әйтергә булдым.
иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына Ғафури районы Һабай ауылынан Р. Басиров түбәндәге китаптарҙы тәҡдим итә:
|