«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘХРӘЛӘРҘӘ ЙӘШӘГӘНДӘР ХӘЛЕН ҠАЛАЛАҒЫ АҢЛАР ХӘЛДӘМЕ?
+  - 

Был юлы ауылдарҙа йәшәгән ижади шәхестәребеҙ менән аралашып алырға ниәт иттек һәм уларға һорауҙарыбыҙҙы юллап, уларҙан яуаптар алдыҡ. "Ситтән тороп диалог"та ҡатнашыусы Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында йәшәүсе яҙыусы Иҙрис НОҒОМАНОВ, Учалы районы Иманғол ауыл хакимиәте башлығы, шағир Фәнил БҮЛӘКОВ, Салауат районынан күп балалы әсә, журналист Гөлшат ХАЖИЕВА менән әңгәмәбеҙ ауыл тормошо, ауыл мәшәҡәттәре тураһында булыр.

Үтеп киткән йыл эсендә илдә, республикабыҙҙа, йәшәгән районығыҙҙа, ауылығыҙҙа һәм ғаиләгеҙҙә телгә алырҙай ниндәй ыңғай үҙгәрештәр, ҡыуаныслы ваҡиғалар булды?

Иҙрис НОҒОМАНОВ И. Ноғоманов:
Күрер күҙ менән ишетер ҡолаҡҡа үҙгәрештәре лә, яңылыҡтары ла байтаҡ инде ул. Иғтибарлы булыу ғына кәрәк. Мин үҙем матбуғат баҫмаларын, телетапшырыуҙарҙы, интернетты күҙәтеп барам. Ил, республика, район кимәлендә ыңғай үҙгәрештәр менән бер ҡатарҙан киреләре лә күп булыуы эсте бошора. Юлдарҙың таҡырлана барыуы, төҙөлөштөң гөрләп тороуы, яңы технологиялар үҫеше һөйөндөрә. Ауылыбыҙ менән ғаиләбеҙгә килгәндә иһә, һайлауҙар һөҙөмтәһендә хакимиәт башына йәш, энергияһы ташып торған шәп егет килеүе бер өмөт уята. Ҡыҙым ейән бүләк итеп ҡыуандырҙы. Хәҙер инде ун дүрт ейән-ейәнсәргә олатай булынды. Ш. Бабич шиғырҙарын яттан һөйләп, Гөлли Мөбәрәкова ҡулынан мәртәбәле шөһрәтнамә алып ҡайтҡан туғыҙ йәшлек ейәнсәрем Ләйлә әле яңыраҡ Республика ярышында ҡыл-ҡумыҙҙа уйнап, дипломға лайыҡ булды.
Фәнил БҮЛӘКОВ Ф. Бүләков: Тормош, эш мәшәҡәттәре менән ыңғай үҙгәрештәрҙе, ҡыуаныслы ваҡиғаларҙы баһаларға ваҡыт та етмәй ҡала ҡайһы саҡта. Әммә күңелде күтәргән мәлдәр етерлек булды уҙған йылда. Ауыл хакимиәте башлығы булараҡ, биләмәлә башҡарылған ыңғай эштәр һөйөндөрә. Һәр хәлдә, былтыр район, республика ярҙамын даими тойоп йәшәнек.
Ғаилә - ул ҡәлғә тигән әйтемгә тоғро булып йәшәргә тырышабыҙ. Кәләшең, балаларың эргәһенә ҡайтһаң, бөтөн арыу, күңел борсоуҙарың һыпырып ташлағандай юҡҡа сыға. Ике өлкән ҡыҙым мәктәптә яҡшы ғына уҡып йөрөй, кесеһе балалар баҡсаһына йөрөй башланы. Кәләшем Зөһрәнең эше лә еңелдән түгел. Ул шәфҡәт туташы, ҡатмарлы операцияларҙа ҡатнаша. Эргәләге Учалы ҡалаһына көн дә йөрөп эшләй. Бер-беребеҙҙең мәшәҡәтле, тынғыһыҙ вазифаһын аңлап йәшәргә тырышабыҙ, киләсәктә лә гел шулай ғына булһын, тип торабыҙ.
Гөлшат ХАЖИЕВА Г. Хажиева: Бар кимәлдәге яңылыҡтарҙы, ваҡиғаларҙы күҙәтеп, уҡып барам. Хәбәрҙәрҙә негативтың күберәк булыуы борсой. Улар араһында яҡшылары юғалып ҡалғандай һәм тиҙ онотолғандай. Ҡапыл ғына береһе лә иҫкә төшмәй, тик хәүефлеләре генә һәр ваҡыт күҙ уңында: Украина, Сирия, көрсөк, эш хаҡтары кәмеү, инфляция, фажиғәләр, кеше үлемдәре... Америка менән Рәсәйҙең арҡалашыуы ни менән бөтөр - бар донъя көтә, шунһыҙ хатта кеше киләсәгенә күҙаллау ҙа яһай алмай. Дөрөҫ әйткәндәр, әҙерәк бел, ҡаты йоҡларһың, тип. Илдәге хәлдәрҙе уйлап, ҡайһы берҙә төн йоҡламай сығаһың.
Республика кимәлендә, әлбиттә, матур-матур ваҡиғалар булып тора, минең иғтибарҙы йәлеп иткәне - белемле йәштәр күбәйә, улар әүҙемдәр, матур эштәр атҡаралар. Миңә, мәҫәлән, үткән көҙ Өфөлә үткән "Өфөфорум" милли йәштәр форумы оҡшаны. Уның сиктәрендә ниндәй матур стартаптар һулыш алды, аңлы һәм айыҡ йәшәргә тырышҡан, йәмғиәткә файҙалы булырға ынтылған йәштәр бөтмәҫ дәрт-дарман, илһам алғандыр ундағы әңгәмәләрҙән. Бик матур сығыштар булды унда. Мәсьәлә дөрөҫ һәм ваҡытлы ҡуйыла: йәштәрҙе мотлаҡ йүнәлтергә, уларға юл күрһәтергә кәрәк, бик мохтаждар бит улар быға. Был йәһәттән бик файҙалы башланғыс булды был мәғариф форумы.
Район хәлдәренән мине, көрсөккә ҡарамаҫтан, район үҙәге Малаяҙ дауахана-поликлиникаһында төҙөкләндереү эштәре алып барылыуы ҡыуандыра. Әле генә яңыртылып, балалар бүлексәһе асылғайны, хәҙер заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған эндоскопия бүлеге асылырға тора. Тимәк, халыҡ алыҫҡа йөрөмәйенсә, кәрәкле диагностика- дауалауҙы урында алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Үҙебеҙҙең ғаилә тормошона килгәндә, уртансы балабыҙ - ҡыҙыбыҙҙың уҡырға төшөүе үҙенсә мөһим ваҡиға булды. Уның бик тә мәктәпкә барғыһы килә ине. Атаһы менән беҙ ҙә быға бик шатбыҙ. Шулай итеп, ике балабыҙ мәктәп уҡыусыһы хәҙер, уларға ҡарап, дүрт йәшлек улым да, мәктәпкә барам, тип башты ҡатыра. Апаһы артынан хәреф, һандарҙы өйрәнә.

Ауыл шарттарында тормош, ғәҙәттә, һәүетемсә бер көйгә генә үтә тора, ә күңел тигәнең яңылыҡ, үҙгәреш, ҡыуаныслы ваҡиғалар көҫәй. Рухи ихтыяждар көндәлек күнегелгән шарттарға "бикләнеп" кенә йәшәй аламы - был ҡаршылыҡты нисек хәл итергә өйрәндегеҙ?

И. Ноғоманов:
Ауыл ерендә йәшәһәм дә ниндәйҙер билдәле шарттарға "бикләнеп" ятырға форсат юҡ. Хаҡлы ялда булыуға ҡарамаҫтан, эш йырып сыҡҡыһыҙ. Райондың "Йәйғор", Урал аръяғының "Ҡуңыр буға" әҙәби ойошмалары гөрләп эшләп тора. Шуларҙың эсендә ҡайнашабыҙ. Йәш һәләттәрҙе асыҡлайбыҙ, башлап яҙыусы олораҡтарына ярҙам итәбеҙ. Ләйлә ҡыҙымды көн аша тиерлек шәхси машинамда район балалар сәнғәт мәктәбенә алып йөрөйөм. Моңло, һәләтле бала. Ошоларҙан сығып, шуны әйтмәксемен: ижад кешеһе үҙ-үҙенә бикләнеп һис йәшәй алмай, тейеш тә түгел.
Ф. Бүләков: Күңел яңылыҡ, үҙгәрештәр көҫәмәһә, йәшәүҙең мәғәнәһе лә булмаҫ кеүек. Бер төрлөлөк ялҡыта. Шуға ла төп эштән башҡа төрлө өлкәлә үҙеңде һынап ҡарарға кәрәктер, тип уйлайым. Мәктәптә шәмбе көн балалар уҡытам. Уларға үҙем белгәндәрҙе төшөндөрөргә тырышам. Шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының Учалы районы буйынса ревизия комиссияһы, Учалы район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы булып торам. Кешеләр менән көндәлек аралашыу, һорауҙарына яуаптар биреү, хәлдәренә инеү күңелгә ҡыуанысын да, борсолоуын да өҫтәй. Күңелдә "бер көйҙө" генә көйләтмәү өсөн миңә ижад ярҙамға килә. Шиғриәттең мең төрлө моңло ҡылдары күңелгә боҙланырға бирмәй, матурлыҡтан биҙҙермәй. Ауыр саҡта йәшәргә көс бирә. Интернет селтәре лә аралашыу даирәһен арттыра. Ижадымды хөрмәт итеүсе төркөмдәштәрҙең меңдән ашып китеүе һөйөндөрә.
Г. Хажиева: Бөтә нәмә рухи ихтыяжыңа бәйле бит. Минеке иһә йыһан киңлегендәй! Күңел һәр ваҡыт яңылыҡ, үҙгәреш, төрлө ҡыуаныслы ваҡиғалар көҫәй, һеҙ әйтмешләй. Минең һәр нәмәлә эшем бар, һәр нәмәлә ҡатнашлыҡ итергә ынтылам. Был һыҙатым миңә йәшәйештә ҡайсаҡ ҡамасаулай ҙа, кеше менән араларҙы ҡатмарлаштыра, күптәр миңә һағайып ҡарай. Ләкин булмышыма йоғонто яһай алмайым әлегә. Үҙемә генә бикләнеп йәшәп булмай шул. Интернет ярҙамға килә бер аҙ. Ләкин виртуаль донъя реаль тормошто алыштыра алмай, күңел ихтыяждарын ҡәнәғәтләндермәй, быны икенсе төрлө хәл итеү юлдарын эҙләүҙән туҡтамайым.

Ҡала менән ауыл мөхитен сағыштырып ҡарарға тура килгәне бармы? Күңел ҡайһы тарафҡа тарта һәм ни өсөн? Күңел торошон үҙгәртеү өсөн йәшәгән ереңде, тышҡы шарттарҙы алыштырыу мотлаҡмы һәм, ғөмүмән, күңел яңырыуы, күңел бөтөнлөгө хаҡына ниҙәр эшләргә була, тип уйлайһығыҙ?

И. Ноғоманов:
Әлбиттә, ҡала менән ауылды сағыштырып ҡараған бар. Тик күпме генә сағыштырма, өҫтөнлөк һәр саҡ ауыл яғында. "Таланттар ауылда тыуа", тип тиккә генә әйтмәгәндәрҙер. Бигерәк тә Һаҡмар буйындағы дүрт яҙыусы сыҡҡан ҡырҡ өйлөк тыуған ауылым Әхмәт менән ғорурланам. Ҡалаға барһам, бер көн эсендә ялығып ҡайтам. Ғүмер баҡый ҡалала йәшәп, бөтә булған буш ваҡытын, ялын ауыл ерендә үткәреп тә, шул ауыл кешеһен кәмһетергә тырышып, һауалы мөнәсәбәт күрһәткән бәғзе ҡала әҙәмдәренә аптырайым. Мәңге бер нисә квадрат метрҙа бикләнеп ултырған бәндә сәхрәләрҙә йәшәгәндәр хәлен аңлар кимәлдә түгелдер ул...
Ф. Бүләков: "Ауылды маҡта ла, ҡалала тор", тигән әйтем бар ул барлыҡҡа. Беҙ иһә, ҡаланы маҡта ла, ауылда тор, тибеҙ. Беҙҙең ауыл, әлбиттә, Учалы ҡалаһы янында ғына. Көньяҡ микрорайонынан йылғасыҡ ҡына айырып тора. Беҙ, иманғолдар, хәҙер яртылаш ҡала, яртылаш ауыл кешеләре, тиһәң дә була. Шулай ҙа һуңғыһы күңелемә яҡыныраҡ. Баҡса, ҡош-ҡорт, мал тыуар ҡарау, ҡышҡыһын мейескә ут яғыуҙар, ҡар көрәүҙәр - ауылда бер ҡасан да буш тормайһың. Әлеге мәлдә беҙгә ауылда йәшәү уңайлы. Дөйөм белем биреүсе мәктәп тә, музыка мәктәбе лә эргәлә. Балалар ҡараулы, олатай-өләсәйҙәр - яныбыҙҙа. Улар тәрбиәһе лә бик мөһим балаларға. Башында булған, дөрөҫ тәрбиә алған бала ҡала ерендә уҡыһынмы, ауыл ерендә булһынмы, тормошта юғалып ҡалмаясаҡ.
Күңел торошон үҙгәртеү өсөн йәшәгән ереңде, тышҡы шарттарҙы алыштырыу мотлаҡмы, тип һорайһығыҙ. Шартына ҡарап, кешенең тышҡы ҡиәфәте, үҙен тотошо ғына үҙгәрәлер ул, тип уйлайым. Ҡайһы бер кешене аҡса, власть, төрлө тормош шарттары үҙгәртә лә кеүек. Әммә, минеңсә, Хоҙайҙан бирелгән күңел үҙгәрешһеҙ ҡалалыр ул. Кеше ниндәй шартта ғына йәшәмәһен, үҙ күңеленә, булмышына тоғро булып ҡала икән - ул бәхетле.
Г. Хажиева: Мин килен булып төшкән Салауат районы республиканың иң йәмле урынында икәне барыбыҙға ла мәғлүм. Мин уға тәү аяҡ баҫыуҙа уҡ ғашиҡ булдым. Тауҙар күккә олғаша, бар ерҙә аҡ ҡайындар йә ҡарағайҙар. Тап ошо район милли геройыбыҙ Салауат Юлаевты һәм халыҡ шағиры Рәми Ғариповты биргән бит! Тап мин йәшәгән ерҙәрҙә Салауат яу сапҡан, урман ҡыҙырған, шиғырҙарын ижад иткән! Бөгөнгө заман балалары быларҙы белмәй үҫә, үкенескә күрә. Герой, шағир һүҙҙәре уларға бер ни аңлатмаған һымаҡ. Райондағы халыҡтың 66 проценты башҡорт милләтенән булһа ла, уҡытыу бар мәктәптәрҙә лә рус телендә алып барыла, башҡорт балалары үҙ телен сит телде өйрәнгән һымаҡ өйрәнә. Ҡасан да булһа был хәл үҙгәрер, тигән утопик ышаныста ҡалам шулай ҙа...
Ауыл ерендә йәшәү миңә оҡшай, ҡала ығы-зығыһы минең өсөн түгел. Унан һуң, мин балаларымдың бар яҡлап үҫешен, сыныҡҡан булыуын ҡайғыртам. Ауылда тынысыраҡ та, хәүефһеҙерәк тә. Әммә ҡайһы саҡта ауыл киңлектәре тар булып китә шулай ҙа. Теге йәки был проекттарымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге юҡ кимәлендә, үҙ ҡаҙанымда ҡайнарға мәжбүрмен, ярай әле интернет бар. Үҙем һымаҡтар менән аралашырға, фекерҙәштәр табырға ул ярҙам итә.

Йорт-ҡаралты тотоу, мал, ҡош-ҡорт бағыу, баҡса-бесән хәстәрлектәре йыл әйләнәһенә ҡабатланып килә торған бер төрлөлөк ҡуласаһы булып ялҡыта башлағанда, һеҙгә ниндәй шөғөл ярҙамға килә?

И. Ноғоманов:
Ауыл ығы-зығыһы шәхсән үҙемде һис ялҡытмай, тиер инем. Ауыл ерендә көн итеп тә бер ниндәй тереклеге юҡ кешеләр булыуы ғәжәп тойола миңә. Нисек улай йәшәмәк кәрәк? Ярай ҙа, шәп, аҡсалы эш урының булһа. Ә бит бер ерҙә лә эшләмәй, һуҡыр тин табыш алмайынса, һоро ҡорт ише көн итеүселәр ҙә бар. Хәйерсе көнөнә төшһә төшә, ә тир түгергә теләмәй ҡайһы берәүҙәр. Ундайҙарға ҡарата хөкүмәт яғынан ниндәйҙер сара күреү яҡлымын. Эшләмәгәндәргә һалым хаҡында "Киске Өфө" яҙып сыҡҡайны инде былай, уҡыным. Әйткәндәй, ҡыштың оҙон кистәрен рәхәтләнеп ултырып уҡып алырға әлдә гәзит-журналдарыбыҙ бар. Уларҙы ла алдырмаһаң, ни йәм тапмаҡ кәрәк? Үҙебеҙҙең башҡорт матбуғатын уҡымаған, өйөнә бер генә гәзит тә алдырмаған кешене мин ҡараңғы мөгәрәптә ултырған тотҡон һымаҡ күрәм.
Ф. Бүләков: Беҙ ҙә бына мал-тыуар тотмайбыҙ, Иҙрис ағай. Тик йыбанғандан, ялҡауланғандан түгел һис тә. Берҙән, ҡала эргәлә генә, бөтөн кәрәк ризыҡты магазин, баҙарҙан бара ла алаһың. Унан икебеҙ ҙә эшләгәс, ваҡыт та етеңкерәмәй: етмәһә, кәләш Учалыға йөрөп эшләй, тип әйткәйнем инде. Әммә баҡса, ҡош-ҡорт үҫтерергә яратабыҙ. Баҡса эше күңелгә ял бирә. Яланаяҡлап тыуған тупраҡҡа баҫып атлап, эшләп йөрөү минең өсөн үҙе бәхет. Ҡош-ҡортто ҡарау ҙа күңелле. Ҡыҙҙарым да уларҙы ҡарап эшкә өйрәнә. Ғаилә бюджетына файҙа бит ул ихатала үҫкән бар нәмә.
Бөтә нәмә ялҡытҡан саҡта ҡәләмгә тотонам. Ижад - күңелгә ял биргән бер йән дауаһы. Иҙрис ағай хаҡ: үҙебеҙҙең гәзит-журналдарҙы уҡый барып та фекер туплайһың, ваҡлыҡтарҙан бер аҙ арынып, тормош ҡиммәттәре хаҡында йышыраҡ уйланаһың. Г. Хажиева: Көндәлек йорт-хужалыҡ эштәре, ысынлап та, бер төрлөлөгө менән ялҡытып та китә. Ауылыбыҙ бит ҙур түгел. Газ да үтмәгән, колонканан һыу ташыйбыҙ. Бар нәмә ҡул көсө менән башҡарыла. Ғаиләм ишле, балалар ҙа бәләкәй булғас, кер йыуыу, һауыт-һаба, йорт йыйыштырыу кеүек эштәр бар ваҡытымды ала тиерлек. Ярай әле, оло улым ҡул аҫтына инеп бара, бар эштәрҙә ярҙамлаша, Аллаға шөкөр. Атаһы эштә саҡта (ул биш көн һайын Силәбе өлкәһенең Бирҙәүеш ҡасабаһына вахтала йөрөп эшләй) ул минең төп таянысым. Йомош-юлға ул саба.
Ижадты үҙ күргән кеше булараҡ, төрлө шөғөлдәр мине бер төрлөлөктән ҡотҡара ла инде. Китап уҡырға яратам, шиғыр ҙа яҙғылайым, һуңғы ике йылда ҡул эштәре менән ныҡлап мауығам. Өйҙә ултырған ҡатын (декрет ялындамын) мотлаҡ ни менән булһа ла шөғөлләнергә тейеш, ти психологтар. Мин, әлбиттә, күңелемә ятышлы төрлө шөғөлдәр менән булышып ҡараным. Әлеге мәлдә канзаши һәм свитдизайн, аэродизайн менән мауығам. Канзаши сәнғәте сығышы менән Япониянан, атлас таҫмаларҙан төрлө сәскәләр эшләүҙе аңлата. Ул сәскәләрҙе сәс биҙәүестәренә беркетәһең. Мин ҡыҙҙарға сәсте йыйып ҡуйыусы резинкалар, ҡаймалар эшләйем.
Икенсе шөғөлөм - свитдизайн. Ул кәнфиттәрҙән букеттар, башҡа төрлө композициялар төҙөү оҫталығы. Әлегә ярты йыл ғына шөғөлләнәм, ләкин был да бик мауыҡтырғыс. Дүрт бала әсәһе булғас, уларға байрам ойоштороу ҙа минең өҫтә. Уларҙы ҡыуандырыу йәһәтенән тыуҙы шарҙарҙан төрлө фигуралар эшләү, йәғни аэродизайн менән мауығыуым. Бынан башҡа ла төрлө ҡул эштәрен әүҙем үҙләштерәм, әле бына кәрзинкәләр үреү эшенә төшөнөп маташам. Бәхет ағастары, топиарийҙар эшләйем тағы ла. Мин, ғөмүмән, күп нәмәне үҙ ҡулым менән эшләүҙе хуп күрәм.

Үҙ ерлегегеҙҙән сығып, бөгөн ауыл тормошон үҙгәртеү һәм үҫтереү юлдарын тоҫмалларға буламы? Ауыл шарттарында етештереү, хеҙмәтләндереү тармаҡтарын булдырыу өсөн ниҙәр талап ителә?

И. Ноғоманов:
Ауыл тормошон үҙгәртергә лә, үҫтерергә лә була. Була ғына түгел - кәрәк! Бының өсөн йәшәп ятҡан ер-һыуыбыҙға, төйәгебеҙгә ҡараш-мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртеү лазым. Күҙҙең яуын алып ятҡан сөм-ҡара һөрөнтөләребеҙ, көҙ миҙгеле биҙәге - сағыу-йәшел ужымдарыбыҙ һағындыра. Баҫыуҙарыбыҙҙы ниндәй хәлгә төшөрҙөк бит! Еребеҙ хаҡына ҡан ҡойған атай-олаталарыбыҙ рухы алдында оят. Шуныһы ҡурҡыныс: ҡарағура, ағаслыҡ баҫҡан баҫыуҙарыбыҙ өсөн бер кемдең дә йәне әсемәй, бер кем дә яуап тотмай.
Ф. Бүләков: Бөгөн ауыл тормошон үҫтереү юлы булып ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу тора. Ауыл халҡын берләштереп тороусы, бер ергә туплаусы предприятиелар булһа, ауыл ерендә төпләнеүселәр ҙә артыр ине. Ишетеүемсә, күп ауылдарҙан бөгөн йәштәр ситкә ағыла. Беҙҙең ауыл биләмәһе халҡы үҙенең географик урыны менән бәхетле. Биш саҡрымда ғына ҡала, ун биш саҡрымда ғына Силәбе өлкәһенең Межозерный ҡасабаһы урынлашҡан. Күпселек ир-егеттәр тау-байыҡтырыу комбинатында эш таба, күп кенә ҡатын-ҡыҙҙар Учалы тегеү фабрикаһына йөрөп эшләй. Ҡалғандар иһә ҡала-райондың төрлө ойошма-предприятиеларында хеҙмәт итә. Себерҙә эшләүселәр ҙә етерлек. Ауыл халҡы шәхси хужалығынан арттырып ит-һөт, май-ҡаймағын, картуфын-йәшелсәһен ҡала баҙарына илтеп һата. Биләмәлә халыҡ һаны 2010 йылдан алып 200-ҙән ашыуға артҡан.
Ауылдарҙа фермерҙар эшләй ул, әммә уларҙың күпселеге осон осҡа ялғап килә. Бөгөнгө көндә ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырырҙай, етештергән тауарҙы баҙарға сығара алырҙай, ер ҡиммәтен белгән көслө инвесторҙар кәрәк. Тик ҡеүәтле предприятиелар үҫешһен өсөн дәүләттең дә ярҙамы даими булырға тейеш, тип уйлайым.
Г. Хажиева: Был һорауға яуап яҙыр алдынан мин районыбыҙҙың ауыл хужалығы тарихы менән ҡыҙыҡһындым, был тармаҡтың бөгөнгө мәлдәге хәле менән дә танышыу йәһәтенән мәғлүмәттәр эҙләнем. Совет осорондағы һымаҡ, әлбиттә, ҡаҙаныштар юҡ. 1965 йылда районда 493 мең тонна иген, ә 1980 йылда - ике тапҡырға күберәк - 793 мең тонна етештерелгән. Һыйыр малының иҫәбе генә 17 меңдән 1980 йылға 30 меңгә еткән. Әлеге мәлдә иһә мал һаны дүрт меңгә етәме юҡмы, быныһы ла 2013 йылғы мәғлүмәт. Бәлки, бөгөнгөнө совет осоро менән сағыштырыу урынһыҙҙыр, әммә район буйлап йөрөгәндә ҡый үләндәре, урман баҫҡан буш баҫыуҙарҙы, тегендә-бында емерелеп бөткән, шомло һәм ҡарасҡы һымаҡ ултырған элекке ферма һарайҙарын күреү гел күңелде ҡыра. Бөгөн ауыл хужалығын КФХ-лар, фермерҙар күтәреп маташа ла ул. Ерҙә эшләү ерҙе яратыуҙы ғына түгел, аҡса сығымдары ла талап итә шул. Ысынында, райондың ауыл хужалығын үҫтереү мөмкинлектәре файҙаланылмай, тип һанайым.
Һеңлем ғаиләһе менән Күгәрсен районында йәшәй. Минең һымаҡ ҙур булмаған ауылда. Бына унда шәхси хужалыҡтарҙан һөт йыйыу эше яйға һалынған. Шуға ла кейәү малды тағы ла ишәйтте, йәй буйы һөт тапшыра. Мал тотҡан ауыл кешеһенең ғаилә бюджетына күпме ярҙам! Ә беҙҙең районда был да юҡ, үҙем һөт ташыусы машина алып һөт йыйырҙай булып китәм.

Үткән йылда ниндәй эштәргә ҡул етмәйерәк ҡалды, быйылғы йылға ниндәй өмөттәр бағлайһығыҙ?

И. Ноғоманов:
Быйылғы йыл - беҙҙең юбилей йылыбыҙ. Беҙҙең, тигәнем, 1952 йылда донъяға килгән "аждаһалар" инде. Һабаҡташтарыбыҙҙың һәр береһендә ҡунаҡ буласаҡбыҙ, Алла бирһә. Был үткәндәрҙе барлап, киләсәкте күҙаллап ултырыу йолаһы беҙҙең ғәҙәткә ингән. Йәнә лә, әсәйебеҙгә 85 йәш тула. Йылдың үтеп барғанын барлауға кигәндә, үҙемдең ижад емештәрем матбуғатта баҫылып торҙо, бер тарихи роман яҙып ташланым, яҙыусылар йыйынында булып ҡайттым. Өмөттәргә ҡағылышлыһы: Зәйнәп Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә сираттағы йыйынтығым баҫырға әҙерләнә. Китапты юбилейымда ҡулыма алып ҡыуанырмын, ул уҡыусы күңеленә хуш килер, тип ышанам. Тағы... яңы әҫәрҙәр тыуҙырырмын, тигән өмөттәмен. Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ, илһам насип итһен.
Ф. Бүләков: Күп эшкә ҡул етмәй ҡалды. Барыһы ла бюджетҡа бәйле бит. Ауыл биләмәһендә бер эште эшләһәң, икенсеһе сығып ҡына тора. Киләһе йылға бюджет ҡаралған, бөтә мәсьәләләрҙе урындағы депутаттар менән бергәләп хәл итербеҙ, тип уйлайым.
Ижади эшкә килгәндә, быйыл нәшриәткә "Торналарҙы офоҡ саҡыра" тигән икенсе йыйынтығымды тапшырҙым. Киләсәккә һәр ваҡыттағыса яҡты уйҙар менән бағам.
Г. Хажиева: Күп нәмә кешенең ниәтенән генә тормай шул, һиңә генә бәйле булмаған сәбәптәр ҙә килеп сығып, аяҡ сала. Һәр нәмәнең үҙ сираты, үҙ ваҡыты, тигән девиз менән йәшәйем. Әлеге мәлдә бар иғтибарым йәшен тултырған сабыйыбыҙға йүнәлдерелгән. Дөрөҫөн әйткәндә, балаларҙан бушамайым.
Әлбиттә, амбицияларым булған менән ҡәнәғәтләнергә ирек бирмәй. Әйләнгән һайын яңы пландар менән янам, ярай әле, тормош иптәшем миңә бар яҡлап терәк, теләктәш булып тора. Эргәңдә ышаныслы яҡының барҙа, яйлап-аҡрынлап булһа ла хыялыңа яҡынлашаһың. Әлегә иң мөһиме - балаларҙы яҡшы кешеләр итеп тәрбиәләүгә ныҡлы нигеҙ һалыу.

Шулай итеп...
Баш ҡала баҫмаһы һаналһаҡ та, бар милли баҫмалар һымаҡ, беҙҙең гәзитебеҙҙең дә төп уҡыусылары ауылдарҙа. Баш ҡалабыҙ менән республикабыҙ төбәктәрен тоташтырыусы бер күпер һымаҡ "Киске Өфө". Шуға ла гәзитебеҙ биттәрендә ауыл хәбәрҙәре лә урын алыуы, ауылдарҙа йәшәүсе шәхестәребеҙ тураһындағы сығыштарға ла йыш урын бирелеүе аңлашыла торғандыр. "Ситтән тороп диалог" рубрикаһындағы әңгәмәләрҙә республикабыҙҙың иң төпкөлөндә йәшәгән уҡыусыларыбыҙ ҙа ҡатнаша ала, тимәксебеҙ. Үҙегеҙҙе танытып, ниәтегеҙҙе белгертеп, шылтыратырға ғына ҡала.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.17 | Ҡаралған: 1457

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru