«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№46, 12 - 18 ноябрь, 2016

ЫҢҒАЙ ТУЛҠЫНҒА

КӨЙЛӘЙ

Әле генә Өфөлә Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхана БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт коммуникациялары агентлығы, БР Мәғариф министрлығы ярҙамында "Китап форум"ы уҙғарҙы. Уның төп маҡсаты - республикабыҙҙа әҙәбиәтте, уҡыу мәҙәниәтен популярлаштырыу ине.

Был сарала тап ошо һорауға яуаптар эҙләнде. Беҙ, китапханасылар ҙа, йәштәр уҡыуға ылыҡһын өсөн төрлө ысулдар ҡулланып эшләйбеҙ бөгөн. Китаптарҙың хәҙер электрон версияһын интернет киңлектәренән табып уҡырға була, китапхана видеороликтар төшөрөү маһирлығына ла өйрәнә. Башҡорт телендәге "Әҙәби кәрәҙ" видеопроекты ҙур һорау менән файҙаланыла, унда беҙҙең хеҙмәткәрҙәр башҡорт яҙыусылары, шағирҙары менән күрешеп, улар менән әңгәмәләшә. Әммә интернет тормошобоҙҙа ҙур роль уйнаһа ла, шәхес менән шәхсән осрашып, уның менән күҙгә-күҙ ҡарашып ултырып аралашыуға бер ни етмәй, быны милли әҙәбиәт һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә ойошторолған осрашыуҙар раҫлай. Китапты ла интернеттан уҡыуы ҡыҙыҡ түгел кеүек. Быны шуға әйтәм - һуңғы мәлдә гәзит-журналдарҙы ла электрон форматҡа ҡалдырыу ихтималлығы хаҡында һүҙ күп йөрөй. Оҙаҡ йылдар милли баҫмалар бүлегендә эшләйем һәм ололар ҙа, студенттар ҙа, зыялыларыбыҙ ҙа яратҡан "Киске Өфө"нө, мәҫәлән, компьютерға текәлеп уҡып ултырыуҙы бер нисек тә күҙ алдына килтерә алмай икәнен беләм. Ә әҙәбиәтте, уҡыу мәҙәниәтен тап ошондай - ҡулға тотоп уҡый торған баҫмалар, китаптар күтәрәлер барыбер. Шулай уҡ баҫманың популярлығы уның эстәлегенән дә тора, тип иҫәпләйем.
"Киске Өфө" минең дә көтөп алған гәзитем. Яңылыҡтар менән тап уның аша танышырға тырышам, сөнки унда мәсьәләгә тапҡыр һәм дөрөҫ баһа бирелә. Минең өсөн мәғлүмәт сығанағының кире ҡараштар, тормошоңдо ҡараңғылатып ебәргән кире фекерҙәр менән тултырылмаған булыуы бик мөһим. Ҡайҙандыр яманлыҡ көтөп йәшәгәнсе, йәмғиәттәге матур күренештәргә лә иғтибар итергә, яҡшы йәштәрҙең күркәм эштәренә һоҡланырға, ғөмүмән, үҙеңде ыңғай тулҡынға көйләргә, яманлашмаҫҡа, асыуланмаҫҡа өйрәнергә мөмкин бит! Ошо юҫыҡта эшмәкәрлек алып барыуы менән "Киске Өфө" күптәргә оҡшай.

Айгөл БУРАНҒОЛОВА,
Ә. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың бүлек мөдире.

уйлыға - уй
ЕРЕН ҺАТҠАН БАЛАЛАРЫНЫҢ КИЛӘСӘГЕН ҺАТҠАН

Тәбиғәтебеҙгә, тыуған еребеҙгә, йылға-күлдәребеҙгә ҡарата һаҡсыл ҡарашта, аяулы, уяу булайыҡ. Ситтәр беҙгә килеп эш таба бит, беҙҙең ир-егеттәребеҙ ҙә үҙ ерендә эшен дә, шөғөлөн дә тапһын.

алдайҙар!
ТӨҘӨҮСЕ ЛӘ МУТЛАША ФАТИРҺЫҘ ҠАЛМА

Килешеү төҙөгәнгә тиклем төҙөүсенән төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙын, шулай уҡ күп фатирлы йорт төҙөү өсөн алынған ер участкаһына милек йәки ҡуртым хоҡуғын раҫлаусы дәүләт теркәүе тураһында документ талап итергә, уның проект декларацияһы ҡайҙа баҫылып сығыуын белешергә кәрәк.

һай! һай! һай!
МӘРГӘН УҠСЫЛАР ТАҒЫ МАЙҘАН ТОТТО

Хеҙмәт Санкт-Петербургта һаҡлана. Текста былай тиелә: "...Күсәрбай, атта сабып килгән килеш, юғарыға йомортҡа ырғытты һәм, уның артынса, йәшен тиҙлегендә бер уҡ осороп, ергә төшөп барған йомортҡаны селпәрәмә килтерҙе."

тарихи хәҡиҡәт
ҺӨЛДӘЛӘРҘЕҢ ТЕЛЕ БУЛМАҺА ЛА ТАРИХҠА ТЕЛ АСҠЫСЫ УЛАР

Урал тибына ҡараусы ҡыҙ-ҡатындарҙың, ирҙәрҙең сәләмәтлеге лә ныҡ була. Хәҙерге заманда ирҙәр араһында тәбиғи һайланмыш күренеше бара: тәбиғәт уларҙың көсһөҙөн юҡ итеп, көслөләрен генә ҡалдыра.

заман башҡорто
СӘХНӘЛӘ ЛӘ, ТОРМОШТА ЛА МИН БАШҠАСА БУЛА БЕЛМӘЙЕМ

Әлбиттә, иң ҙур уңыуым - атай-әсәйҙән булған. Йылдар үткән һайын, атай менән әсәйемдең ни тиклем оло йөрәкле һәм шул уҡ ваҡытта ябай кешеләр булыуына хайран ҡалам.

афарин!
БАШҠОРТСА ТАПШЫРЫУҘАРҘЫ БЫЛ КАНАЛДА ЛА КӨН ДӘ ҠАРАЯСАҠБЫҘ

"Башҡортостан" ДТРК-һы директоры Азамат Сәлиховтың: "Рәсәй-Башҡортостан" каналында башҡорт телендәге тапшырыуҙарға иғтибар һәр саҡ лайыҡлы кимәлдә буласаҡ. Сөнки беҙ Башҡортостанда йәшәйбеҙ", - тигән фекерен ишетеү ҙә күңелле булды.

ҡорҙар, йыйындар...
ҠАРАҢҒЫЛЫҠТЫ ӘРЛӘГӘНСЕ ҮҘЕҢ БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ БУЛҺА ЛА БЕР ШӘМ ТОҠАНДЫР!

Башҡортса йәшәү рәүеше - ул традицион һәм дини йолалар, традицион шөғөл һәм һөнәрҙәр, традицион туҡланыу һәм кейенеү. Ул - туған телдә һөйләшеү һәм уҡыу. Ул - тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләү һәм һаҡлау.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Бөрйән районынан гәзит уҡыусыбыҙ Һәҙиә Баймырҙина "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы исемлегендә Ғәли Ибраһимовтың "Кинйә" романы ла булырға тейеш, тип яҙа.

Киске Өфө
 
Әгәр ҙә һин маҡсатыңа табан китеп бараһың һәм һәр юл сатында һиңә ҡаршы өрөп сыҡҡан эттәргә таш бәрергә туҡталаһың икән, ул саҡта һин маҡсатыңа барып етә алмаясаҡһың.

(Ф. Достоевский).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru