«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРАҢҒЫЛЫҠТЫ ӘРЛӘГӘНСЕ ҮҘЕҢ БӘЛӘКӘЙ ГЕНӘ БУЛҺА ЛА БЕР ШӘМ ТОҠАНДЫР!
+  - 



"Ауылдар бөтә, йәштәр ауыл ерендә ҡалмай, тип төшөнкөлөккә бирелгән кешеләрҙең фекере менән килешмәйем. Ауылдарҙың киләсәге ауыл халҡының үҙенә бәйле, һәр эштең башында ошонда йәшәгән халыҡ үҙе торорға тейеш, тип иҫәпләйем. Тәрбиә мәсьәләһен генә алайыҡ. Оло быуын кешеләре белә, элек балаларҙы һәм йәштәрҙе бөтә ауыл менән тәрбиәләй торғайнылар. Урамдың ыңғай тәрбиәһе ине ул. Беҙ был тәрбиәне норма итеп ҡабул итә, ололарҙан ояла торғайныҡ. Шуға беҙҙең быуын тәрбиәле, тәртипле булып үҫте. Шуға мин ауылдарыбыҙҙағы ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар йәштәрҙе тәрбиәләү буйынса эш алып барырға тейеш, тип иҫәпләйем",- тигәйне Баймаҡ районында булған бер осрашыуҙа Ҡолсора ауылы биләмәһе башлығы Фәйрүзә Арғынбаева.

Берҙән, биләмә башлығының оптимизмы, икенсенән, урындағы етәкселәрҙең урындағы йәмәғәт ойошмаларына таянырға тейешлеге тураһында әйткән ҡәтғи фекере һоҡландырғайны шунда. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта был фекерҙең аңлы, зыялы етәкселәрҙең башына ла, күңеленә лә, теленә лә инә башлауы ҡыуандыра. Ошо күренештең һөҙөмтәһе булды ла инде күптән түгел Баймаҡта үткән тағы бер сара. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина райондағы бөтөн йәмәғәт ойошмалары вәкилдәрен һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарын, төрлө ойошма етәкселәрен бер ҡорға йыйҙы һәм эскелеккә, наркоманлыҡҡа, суицидҡа, тормошобоҙҙа рухи көрсөк тыуҙырған башҡа кире күренештәргә ҡаршы бергәләп көрәшеү тураһында һөйләшергә, фекер алышырға, план ҡорорға, саралар билдәләргә саҡырҙы.
Ысынында, республика, ҡала, райондар кимәлендәге власть органдары, улар ҡарамағындағы төрлө идаралыҡтар, ойошмалар, комиссиялар шөғөлләнә тормошобоҙҙағы төрлө кире күренештәрҙе, хоҡуҡ һәм тәртип боҙоуҙарҙы, социаль етемлекте иҫкәртеү менән. Ләкин эш бик үк һөҙөмтәле түгел икәне лә билдәле, юғиһә, был кире күренештәр статистикаһы "былтырғыға ҡарағанда күберәк" тигән яҙыуҙар менән сыбарланыр инеме ни? Бәлки, улар ойошторған саралар бик үк йоғонтоло түгелдер? Бәлки, беҙ бөтөн ошо күренештәрҙең төп сәбәбен әллә ни күҙ алдына килтерә алмайбыҙҙыр? Ошо һорауҙарға яуап булып яңғыраны был ҡорҙа ҡатнашыусы танылған яҙыусы Мәрйәм Бураҡаеваның, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире, "Ағинәй" республика йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлфиә Янбаеваның, БДУ-ның Сибай институты юридик факультеты деканы Әхтәр Боҫҡоновтың һөйләгәндәре.
- Меңәр йылдар буйы быуындан-быуынға күсә килгән халыҡ педагогикаһының төп асҡысы - ул милли йәшәү рәүешебеҙ, - тине Мәрйәм апай Бураҡаева. - Ә милли йәшәү рәүешебеҙ туған тел, туған моң менән тығыҙ үрелеп бара, улар айырым йәшәй алмай. Был ҡағиҙә, әлбиттә, бөтә халыҡтарға ла ҡағыла. Һәр халыҡтың үҙ тәрбиә мәктәбе бар, маҡсаты һәйбәт киләсәк тәрбиәләүгә нигеҙләнһә лә, уны атҡарыу ысул-алымдары айырыла. Беҙҙең ысулыбыҙ - милли сифат, милли үҙлек, милли йәшәү рәүеше тәрбиәләү. Ошоно иҫәпкә алып, бынан 25 йыл элек республиканың башҡорт мәктәптәренә "Тормош һабаҡтары" предметы индерелә башлағайны. Тик мәғариф өлкәһендәге туҡтауһыҙ үҙгәртеүҙәр, буталыштар арҡаһында ҡайһы бер директорҙар фәҡәт бөгөнгө көн күҙлегенән генә ҡарап эш итә һәм уҡыусыла туған теленә, халҡына һөйөү уятырлыҡ бик күп сараларҙы эсенә алған был предметҡа битарафлыҡ күрһәтә. Ә бит бөгөнгө көндә Мәскәү ғалимдары социалләштереу (тормошҡа, йәмғиткә яҡынайтыу тәрбиәһе) тураһында һүҙ ҡуйырта, "Тормош һабаҡтары" предметы иһә күптән инде ошо йүнәлештә тәрбиәүи эш алып бара, быны күрәғарау булмаған етәкселәр аңларға тейеш. Туған телебеҙҙең киләсәгенә хәүеф янауы, уны һаҡлау саралары күреү хәстәре ЮНЕСКО кимәленә күтәрелгән икән, үҙен башҡортмон тип һанаған һәр башҡорт һәм Башҡортостандың (тимәк, республикаға исем биреүсе төп халыҡтың) киләсәге өсөн борсолған һәр патриот кеше уйланырға тейештер. Тарихтан билдәле булыуынса, донъяла бик күп милләттәр юҡҡа сыҡҡан. Был юғалыу телде, моңдо, мәҙәниәтте, сәнғәтте юғалтыуҙан, милләт йәшәйеше өсөн яуаплы булған вазифалы әһелдәрҙең киләсәккә ҡарата битарафлығынан башланған. Туған тел - ул милләт ҡото, туған тел моңо - ағас олонондағы һут кеүек. Олон һуты кипһә, ағас ҡорой. Уны ҡоротмау хәстәрлеге йөрәгендә халҡы булған һәр кешенең - ата-әсәнең, уҡытыусыларҙың, етәкселәрҙең, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары ағзаларының да изге бурысы...
- Теге замандарҙа балаларҙа, йәштәрҙә патриотлыҡ тәрбиәләү тураһында күп һөйләнек, күп саралар үткәрҙек, - тип дауам итте һүҙҙе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы. - Ул сараларҙың барыһы ла уйлап сығарылған ҡиммәттәргә, сценарийҙарға, яңы алым-ысулдарға ҡоролғайны. Патриотлыҡтың тамыры халҡыбыҙҙың быуындан-быуынға күсә килгән йола-традицияларында, халыҡ педагогикаһында, туған телдә, туған моңдарҙа, тарихи хәтерҙә, үҙебеҙсә йәшәү рәүешендә икәне онотторола яҙҙы. Әгәр үҙебеҙҙең йәшәү рәүешендә күсәгилешлек булһа, беҙ бөгөн эскелек, суицид, ата-әсәһе тере булып та етемлеккә дусар ителгән балалар хаҡында һүҙ күтәрер инекме? Шуның өсөн, урындағы етәкселәрҙең дә, йәмәғәт ойошмаларының да халыҡ араһындағы тәрбиә эштәре башҡортса йәшәү рәүешенә ҡайтыуҙы хәстәрләү, юллау юҫығында ойошторолорға тейеш. Башҡортса йәшәү рәүеше - ул традицион һәм дини йолалар, традицион шөғөл һәм һөнәрҙәр, традицион туҡланыу һәм кейенеү. Ул - туған телдә һөйләшеү һәм уҡыу. Ул - тыуған еребеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләү һәм һаҡлау. Ул - айыҡлыҡ һәм иман. Бынан биш йыл элек тап Баймаҡ ерендә ойошторолған ҡорҙан башланып, тамырланып, үҫеш алып киткән ағинәйҙәр хәрәкәте ағзалары алдына ошо бурыс ҡуйылған да инде. Ағинәй - ул аҡыллы, ғилемле, милләте өсөн йәне һыҙлаған ҡатын-ҡыҙ. Ағинәйлек, йәш үҙенсәлегенә ҡарамай, беҙҙең бөтөн башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының йәшәү рәүешенә әүерелергә тейеш... Шунан Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы урындағы биләмә башлыҡтарына өндәште:
- Әгәр ҙә беҙҙең ағинәйҙәребеҙ һеҙҙең ҡушҡанды көтмәй, үҙҙәре ниндәйҙер эштәр башҡара йә һеҙгә кәңәш, эшегеҙгә йүнәлеш бирергә ҡыйыулыҡ итә икән, зинһар, үпкәләмәгеҙ, уларҙы конкурент итеп күрмәгеҙ, уларҙы хуплағыҙ һәм таянысығыҙ, кәңәшсегеҙ итеп ҡабул итегеҙ. Түрәләр янында кәңәшселәр күп була, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар кеүек аҡыллы кәңәшселәргә таянһағыҙ, эшегеҙ ыраясаҡ ҡына...
Был кәңәшмәгә төрлө йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренән тыш, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Йылайыр райондары имам-хатиптары ла килгәйне. Дини тәрбиә - шулай уҡ халҡыбыҙҙың йәшәү рәүеше. Шуның өсөн дин әһелдәренең мәсеттәрҙә генә түгел, ә ошондай ҡорҙарҙа ла ҡатнашыуы, сығыш яһауы, башҡа йәмәғәт ойошмалары менән бергә саралар үткәреүе бик әһәмиәтле, тип билдәләне үҙенең сығышында БДУ-ның Сибай институты юридик факультеты деканы Әхтәр Боҫҡонов. - Беҙгә бер сиктән икенсе сиккә һуғылмай ғына, ата-бабаларыбыҙ ҡалдырған юлды ҡыуырға кәрәк, - тине ул. - Ул юлда беҙҙең милли йолаларыбыҙға ла, дини йолаларыбыҙға ла нигеҙләнгән йәшәү рәүешебеҙ, үҙебеҙҙең бөйөк шәхестәребеҙ өлгөләре бар. Ул шәхестәребеҙ, мәҫәлән, Зәйнулла Рәсүлев, Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди һәм башҡа күптәр дини тәрбиә лә алған, ләкин береһе лә, Ислам дәүләте төҙөйөк, тип йөрөмәгән. Динде улар рухыбыҙҙы яңыртыусы булараҡ баһалаған. Ата-бабаларыбыҙ һайлап алған динде, дини йолаларҙы бөгөн дә инҡар итергә ярамай, улар беҙҙең башҡа милли йолаларыбыҙ менән йәнәш йәшәргә хаҡлы. Шуның өсөн беҙгә дини ғилем алырға ла ынтылырға кәрәк. Әле бына Сибай институтының юридик факультетында теология нигеҙҙәре буйынса курстар асып, ошо Урал аръяғы төбәгендәге имам-хатиптарҙың белемен камиллаштырыу менән дә шөғөлләнә башланыҡ. Ошо курстарҙа шөғөлләнергә теләүселәр бик күп...
Өс сәғәт самаһы дауам иткән был ҡорҙан һуң матур ғына резолюция ҡабул ителде. Унда аҡҡа ҡара менән "Райондың башҡарма власть органдары, төрлө ойошмалар, учреждениелар һәм йәмәғәт ойошмалары тырышлығын, көсөн тормошобоҙҙоң кире күренештәренә ҡаршы көрәшкә берләштерергә", тип теркәп ҡуйылды, айырым-айырым бурыстар, саралар билдәләнде. Баймаҡтарҙың тәжрибәһе, моғайын, башҡа райондарҙа ла тормошҡа ашырылалыр, ашырылмаһа, ошо мәҡәләләге фекерҙәр кемдеңдер иғтибар үҙәгенә эләгеп, кемдеңдер теленә идея булып инһә лә насар булмаҫ. Ә идея насар түгел: халыҡ тауышына ҡолаҡ һалыу, уларҙың энтузиазмын хуплау, йәмәғәт ойошмалары менән бергә эшләүҙе һәр етәксенең эш алымы итеп ҡабул итеүенә өлгәшеү.

Теманы дауам итеп...

Йәмәғәт ойошмалары бик күп, уларҙың һәр береһе ниндәйҙер бер төркөмдөң, бер һөнәрҙәге кешеләрҙең, ситләтелгән һәм ҡыйырһытылғандарҙың, бер партияның мәнфәғәтен алға һөрә һәм яҡлай, тейешле кешеләргә, власть әһелдәренә уларҙың тауышын, зарын еткерә. Йәмәғәт ойошмаларының зарланмай-нитмәй, инициативаны үҙ ҡулына алып, үҙе ниндәйҙер эшкә тотонғандары ла бар. Республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы тап бына шундайҙарҙан. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙының ауыл биләмәһе башлыҡтарына: "Ағинәйҙәрҙе конкурент итеп күрмәгеҙ, уларҙы хуплағыҙ һәм таянысығыҙ, кәңәшсегеҙ итеп ҡабул итегеҙ", - тип өндәшеүе юҡҡа түгел. Ысынлап та, ошо ойошманың энтузиазмын аңламаусы етәкселәр ҙә бар. Ә был энтузиазм "Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе, үҙең бәләкәй генә булһа ла бер шәм тоҡандыр!" тигән хәҡиҡәткә нигеҙләнгән. Йәғни, йөрәгендә рухы, ғәме, сәме булған кеше ауыл урамында ниҙәр булып ятҡанын йорто тәҙрәһенән генә күҙәтеп ултыра алмай, ул урамға сыға, Ҡолсора ауылы биләмәһе башлығы Фәйрүзә Арғынбаева әйтмешләй, ауылды һаҡлап ҡалыу, киләһе быуындарҙы тәрбиәләү өсөн урам тәрбиәһен тергеҙә. Урам тәрбиәһен генә түгел, халыҡ тәрбиәһен тергеҙә. Баяғы ҡорҙа Баймаҡ районы имам-мөхтәсибе Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың "Ағинәйҙәр мәсеткә йөрөмәй, әлегә йырлап-бейеү менән генә булалар", тигән тәнҡитенә лә яуабы бар уларҙың. Халҡыбыҙҙың йыр-бейеүҙәре - үҙҙәре тәрбиә мәктәбенең төп дәреслеге бит. Ә мәсеттәргә йөрөргә кем өйрәтергә тейеш? Имам-хатиптар, имам-мөхтәсибтәр үҙҙәре түгелме ни? Әлегә бит был тәңгәлдә уларҙың әүҙемлеге һиҙелмәй. Ҡыҫҡаһы, бер ниндәй тәнҡиткә лә, кемдер килеп ҡушҡанға ла ҡарамай, республика ағинәйҙәре ниндәйҙер эш атҡара, афарин!
Ошо һүҙебеҙгә раҫ итеп, әлеге ҡорҙан һуң Өфө ҡунаҡтарының тәүҙә Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылына, икенсе көндө Әбйәлил районына юлланыуы тураһында ла бер нисә һүҙ. Сыңғыҙ ауылында Беренсе Этҡол, Буранбай, Таулыҡай, Ярат, Ниғәмәт ауылдары ағинәйҙәре, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, ауыл халҡы йыйылғайны. Ауылдың ағинәйҙәре матур бер йола сәхнәләштерҙе, йыр-бейеүҙәре, шиғри һүҙҙәре менән сығыш яһаны. Уларҙы ололар ғына түгел, балалар ҙа тамаша ҡылды. Аҙаҡтан түңәрәк ҡорҙа һөйләшеү дауам итте: ағинәйҙәр башҡарған эштәрен барланы, киләсәккә пландарын асып һалды. Һәр береһе ауыҙынан алтын-гәүһәргә тиң халыҡ аҡылы сәселде. Уларҙың дәрте, уларҙың һөйләше, уларҙың үҙ-үҙен тотошо, уларҙың ғилеме - ошо бит инде бар ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға күсерер ағинәйлек, башҡорт ҡатын-ҡыҙының йәшәү рәүеше!
Ошондай уҡ ағинәйлек өлгөләренә һоҡланыу икенсе көндө Әбйәлил районында дауам итте. Яңауыл ауылында ла (ауылдың төп ағинәйе Сәғиҙә Йәнбирҙина) күрше-тирә ауылдарҙан ағинәйҙәр йыйылғайны. Улар бергәләп яңауылдарҙың "Орсоҡ өмәһе" йолаһын тамаша ҡылды. Олоһо ла, йәше лә, бала-сағаһы ла йыйылғайны мәҙәниәт йортона. Ағинәйҙәрҙең был тамашаһынан ысын мәғәнәһендәге өмә лә килеп сыҡты, сөнки йөн тетелде, орсоҡҡа еп булып уралды, бәйләмдәр бәйләнде. Өләсәләренә, әсәйҙәренә ярҙам иткән балалар ҙа үҙләштерҙе булды был һөнәрҙе....
Хәлил ауылы ағинәйҙәре ҡунаҡтарҙы - Мәрйәм Бураҡаева, Гөлфиә Янбаева һәм Әбйәлил районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Роза Таһированы балалар баҡсаһында ҡаршыланы. Был ауыл ағинәйҙәре, тәрбиәне балалар баҡсаһынан башларға кәрәк, тигән ҡағиҙәне ныҡ тота. Ул кескәй нәнәйҙәр ағинәйҙәр аҡылын аңлар хәлдәме, тигән һорау тыуамы? Ә һеҙ был аҡылдың нисегерәк һеңдерелеүен күрһәгеҙ икән! Мәҫәлән, ағинәйҙәр был юлы яңы тыуған сабыйға исем ҡушыу йолаһын атҡарҙы. Ошо баҡсала эшләүсе Маһинур һәм Әхмәтхан Хәйбуллиндар ҡурсаҡ бәпес күтәреп килеп инеп, ағинәйҙәр уратып алған өҫтәлгә һалды. Ауылдың имам-хатибы Зәкир Ниғмәтуллин иһә доғалар уҡып, "бәпескә" Салауат исеме бирҙе. Шулай итеп, ике ҡыҙ, ике ул тәрбиәләгән йәш ғаиләгә бишенсегә Салауат тигән ул тыуыуы юралды. Йоланы күҙәткән 4-5 йәштәрҙәге балаларҙың күҙҙәре янды былай. Етмәһә, ағинәйҙәр йоланы урын-еренә еткереп, уларға күстәнәстәр ҙә өләште... Асҡар ауылы китапханаһында ауылдың ағинәйҙәре (етәксеһе Зәлифә Шакирова), китапханасылар, башҡорт теле уҡытыусылары менән осрашып һөйләшкәндән һуң, Өфө ҡунаҡтары Ишкилде ауылына юл тотто. Бында иһә ағинәйҙәр һөйләшеүҙе атай абруйы темаһына арнаны. Бер нисә атай үҙ ғаиләһендә бала тәрбиәләү мәсьәләһенең ҡуйылышы, үҙ һөнәре тураһында һөйләне, эштәре менән ғәмәлдә таныштырҙы. Мансур Усманов - һандыҡтар яһау оҫтаһы икән: "Тирә-яҡ ауылдарҙағы ҡыҙҙар минең һандыҡ менән кейәүгә сыға һәм уларҙың береһе лә әле ғаиләһен тарҡатҡаны юҡ, тимәк, һандыҡтарым ҡотло..." - тине ул. Ауылда мәсет төҙөп ултыртҡан эшҡыуар Хөрмәт Хәсәнов: "Ир балаларҙы эшләтеп үҫтерергә кәрәк. 3 улымды ла һәр ергә бергә алып йөрөйөм, бар эштәрҙе бергәләп атҡарабыҙ..." - тип, хеҙмәт тәрбиәһенә өҫтөнлөк биреүен билдәләне. Ауылдың талантлы атайҙары - "Байыҡ" бейеү конкурсында ҡатнашҡан Ринат Зарипов, ҡурайсы, гармунсы Зөфәр Дәүләтшин, башҡорт балаһы бейей ҙә, йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай белергә тейеш, тип иҫәпләүе, шуға ла үҙҙәренең генә түгел, мәктәптә уҡыусы башҡа балаларҙы ла ошо һөнәрҙәргә өйрәтеүгә ихлас тотоноуҙары тураһында белдерҙе...

Шулай итеп...
"Ҡараңғылыҡты әрләгәнсе..." тигәнде тағы бер тапҡыр ҡабатлап, ағинәйҙәрҙең бәләкәй генә булһа ла бер ғәмәл атҡарыуын, үҙҙәре йәшәгән төбәкте "шәм нуры" менән булһа ла яҡтыртырға тырышыуын билдәләмәй булмай. Ағинәйҙәр менән ауылдар йәмле, ағинәйҙәр менән милләттә ҡот яңыра. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға ағинәйлек йоҡһон, тип теләйек. Сөнки донъя терәге булыр ир-егеттәр ҙә тап ошондай әсәнән тыуа, тап ошондай әсәләр тарафынан тәрбиәләнә бит.

Зөлфиә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.11.16 | Ҡаралған: 1243

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru