БАШҠОРТ ҺӘМ АТ
Башҡорт менән аттың йәне игеҙ,
Эйәр өҫтәрендә яралған.
Башҡорт менән аттың тоғролоғо
Ҙур яуҙарҙа ҡат-ҡат һыналған.
Башҡорт менән аттың йәне игеҙ,
Даға сыңдарында яралған.
Даға эҙе Париж урамына
Шанлы тарих булып яҙылған.
Башҡорт менән аттың йәне игеҙ,
Ҡурай моңдарында яралған.
Башҡорт аты үткән данлы юлдан
Башҡорт ҡына аңлар йыр ҡалған.
Башҡорт аты - тоғролоҡҡа һәйкәл,
Башҡорт аты - рухы башҡорттоң.
Башҡорт һәм ат - ике ҡанаты ул
Ирек һөйгән яугир халҡымдың.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
көн темаһы
МӘҒАРИФ: БӨГӨН ҺӘМ ИРТӘГӘ
Тел үҫеше барышында бала үҙләштергән һәр яңы һүҙ уның мейе эшмәкәрлеге аша физиологик һәм психологик нервы-нейрон системаларында нығынып ҡалып, уның зиһене, интеллекты өсөн үҙенә күрә "эске двигатель" ролен үтәй.
уҡыусы фекере
БЫЛ ГӘЗИТКӘ ЫШАНАМ!
Гәзит һәм журналдарҙың төп маҡсаты, минеңсә, кешенең аңын төрлө ауыр уйҙарҙан әҙ булһа ла арындырыуға ҡайтып ҡала. Ә бының өсөн ул берҙәй ҡыҙыҡлы ла, уҡымлы ла, теле лә ябай, аңлайышлы булырға тейеш.
уйлыға - уй
АТТА БАР, Ә ТӘРТӘЛӘСЕ?
"Телебеҙҙе бөтөрәләр!" тип һөрәнләү менән генә туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалып булырмы? Ошо һорауыма яуап эҙләп, бер нисә танышымдың милли гәзит-журналдарға яҙылыуы менән ҡыҙыҡһындым.
донъя шаңдауы
КУРСК ЮҒАЛТЫУҘАРЫ
Үткән аҙна Рәсәйҙең Украина менән сиктәш төбәктәре өсөн ауыр һынау булды. Улар дошман тарафынан көслө һөжүмгә дусар ителде. 6 августа украиндарҙың яҡшы ҡоралланған ҙур ғына диверсион-разведка төркөмө Рәсәй сиген боҙоп, Курск өлкәһенә бәреп инергә маташты.
тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
Крәҫтиәндәргә Ырымбурға атта йөрөүҙе тыя, үҙе лә 40 саҡрымға йәйәү йөрөй. Әлбиттә, крәҫтиәндәр уны тыңламай, ҡалаға атта килә, ат һәм арбаларын Кеш тауы янында ҡалдырып, ҡалаға йәйәүләп инә.
диалог
БЕР ОСОРҘА ЛА ҮҘГӘРМӘЙ ТОРҒАН ФОЛЬКЛОР ТИГӘН ҠИММӘТТӘРЕБЕҘ БАР
Башҡорт теле бик бай. Был байлыҡ - халыҡ телендә. Бары уларҙы йыйырға ғына кәрәк. Тел үҫергә тейеш, әҙәби тел нормаһы менән беҙ уны ҡыҫырыҡларға, сикләргә тейеш түгелбеҙ.
Таңһылыу Ҡарасурина
БУҘ БАЛА
Ҡара сәсәк яман булған, ти бит элек. Нисек бер дауаһы булмаған икән? Хәҙисәнең игеҙе ир бала булһа ла бирешкән. Илап ҡына ятып үлгән. Шәһит тип атап ерләгәндәр. Ә Хәҙисәнең уң күҙенә аҡ һалған шул ауырыу.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
АТТАРЫМДЫ БОРҒО ҠЫСҠЫРТЫП САҠЫРАМ
Башҡорт тоҡомло ат тотҡан кешеләр көтөү көтөп йөрөмәй. Өйөрҙө айғыр үҙе көтә, уны ҡайһы ергә өйрәтһәң, шул тирәнән аттарын ебәрмәй тота. Беҙҙең аттар йөккә лә талымһыҙ.
ә һеҙ беләһегеҙме?
ҺАҠЛАНЫУ ТӨҪӨНДӘ УЛАР
Һис һүҙһеҙ, ат ҡырағай тәбиғәт тыуҙырған иң матур заттарҙың береһе булып тора, ул көс-ҡеүәт, һомғоллоҡ, икһеҙ-сикһеҙ азатлыҡ һәм нәфислекте кәүҙәләндерә.
йолаларыбыҙ
ЯМҒЫР ҺӘМ ЙӘЙ ТАШЫ
Баймаҡ яҡтарында, Ирәндек итәгендә мин ул саҡта күргән ямғыр саҡырыу йолаһы А. Инан яҙып ҡалдырған Оло Ҡатай, Һалйот, Барын Табын ырыуы башҡорттары XX быуат башында үткәргән йоланан бер нәмәһе менән дә айырылмай ине, тип әйтергә була.
кем алыҡ?
ИҢ ШӘП БҮЛӘК - КИТАП!
Былтырғы йылдың икенсе яртыһында "Киске Өфө" гәзитенә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан түбәндәге уҡыусыларыбыҙ ошо матур китаптарға лайыҡ булды.
заманса
БАШҠОРТ ТЕЛЕ – ИНТЕРНЕТТА
"Һомай"ҙың төп маҡсаты - йәш быуын башҡортса аралашып, һөйләп өйрәнһен өсөн уларға ярҙам итеү. Балалар YouTube каналынан йәнһүрәттәрҙе башҡорт телендә лә ҡарай алһын тигән ҙур маҡсатыбыҙ бар.
|