ҮҘЕБЕҘҘЕҢ АҪАЛЫ БАЛАҪ!
Роспатент Башҡортостандың яңы төбәк брендын - Башҡорт балаҫын теркәне. Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итте.
Был иһә республиканың географик күрһәткес статусына эйә булған өсөнсө бренды. Быға тиклем Мансур граниты һәм Башҡорт мамыҡ шәле теркәлгәйне. Бөгөн Башҡортостанда 10 бренд бар, ошо йүнәлештә эш дауам итә. Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, төбәк бренды - республиканың визит карточкаһы, шулай уҡ илдең иҡтисади үҫешенең ҡеүәтле ҡоралы. Брендтарҙы теркәү Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың ҡушыуы буйынса башланды. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет Интеллектуаль милек буйынса федераль хеҙмәт менән берлектә төбәк брендтарын асыҡлау һәм теркәү өҫтөндә әүҙем эшләй. Әлеге ваҡытта реестрҙа Рәсәй субъекттарының 369 үҙенсәлекле тауары теркәлгән.
уҡыусы һүҙе
ЫҢҒАЙҒА КӨЙЛӘЙ...
Һеҙҙең тормош иртәнсәк нисек башлана, йәмәғәт? Минең һәр иртәм гәзит йәки журнал уҡыуҙан башлана. Ваҡытлы матбуғаттың яңы һандары булмаһа, электән үҙемә ҡыҙыҡлы һанағандарын йыйып барғандарын яңынан ҡараштырам.
ишеттегеҙме әле?
БАШҠОРТСА ЛА ҺӨЙЛӘШӘ!
Яндекс нейроселтәрҙәре ярҙамында башҡорттар туған телендә компания сервистарына һорауҙар бирергә мөмкин. Мәҫәлән, башҡортса һүҙҙәр әйтергә һәм уларҙы тәржемәселә йәки эҙләүҙә төрлө телдәргә тәржемә итергә була.
донъя шаңдауы
ДОШМАН КҮГЕН "ГЕРАНЬ" ҠАПЛАНЫ
Уның ҡарауы, 23 февраль төнө Украина Рәсәй армияһының ҡеүәтле һөжүменә дусар булды: дошман күген Рәсәйҙең "Герань" тибындағы 200-ҙән ашыу дроны ҡапланы.
афарин!
ОСҠОНДАР ЯЛҠЫНҒА ӘЙЛӘНҺЕН!
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында үткән башҡорт мәҙәниәтенә, башҡорт теленә арналған матур саралар тураһында яҙғаныбыҙ бар инде.
йәшлек йәшнәүҙере
АУЫЛДЫ КҮТӘРЕҮ ҘӘ УЛАР ИҢЕНДӘ
Өфөлә Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты майҙансыҡтарында "Киләсәк командаһы" ауыл йәштәре форумы үтте.
илһөйәрлек мәктәбе
МӨҺИМ НӘМӘ ТУРАҺЫНДА ҺӨЙЛӘШЕҮ
Туған тел - милләттең рухи һәм мәҙәни нигеҙе. Туған телде белмәү Ватанға һөйөүҙе кәметә. Телгә ихтирам тәрбиәләү өсөн баланы әсә теле дәрестәрендә әүҙем ҡатнашырға, әҙәбиәт һәм шиғриәт уҡырға тәҡдим итергә кәрәк.
тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
Обручев, үҙенән алдараҡ идара иткәндәр кеүек үк, башҡорттарға айырым иғтибар бүлә, уларҙың ярым күсмә тормошон заманға ярашлы итеп үҙгәртергә теләй, әммә уның был ниәте ғәмәлгә ашмай.
заман башҡорто
АУЫЛ ЯҘЫУСЫҺЫ. ӘҘӘБИӘТТЕҢ ҠАҘАНЫ ӨФӨЛӘ БУЛҺА ЛА...
Атайым, Ниғәмәт Яппар улының өс ауылда өс ҡатыны булды. Әсәйем шуларҙың уртансыһы. Улар өс әхирәт ише татыу йәшәнеләр, тупһаға саң ҡундырмай береһе икенсеһенең хәлен белешеп, ҡунаҡҡа йөрөштөләр.
Фәрзәнә Аҡбулатова
ТАШ ҠӘЛҒӘ
Беҙҙең ғәзиз еребеҙҙә мин бығаса белмәгән, ишетмәгән замок... Ниндәй серҙәр һаҡлай ул? Ниңә уның тураһында бер ерҙә лә яҙылғаны ла, һөйләнгәне лә юҡ?
юбилярға өс һорау
ТАЛАНТЫН САРЫФ ИТМӘГӘНДӘР МОРАҘЫНА ӨЛГӘШӘ ЛӘ ИНДЕ
Бөгөн дә башҡорт сәсәндәренең мираҫын туплау менән шөғөлләнәм. Ҡатын-ҡыҙ сәсәндәр - Гөлнур Мәмлиева, Әсмә Усманова, Мәмдүҙә Бузыкаевалар хаҡында мәҡәләләр яҙҙым.
хәтеркитап...
"ҠАРА АЛТЫН"ДЫҢ ШИШМӘ БАШЫ...
Стелаға Ишембай ерендә "ҡара алтын" сығарыуҙы ойоштороуға ярҙам иткән, скважиналар котловандарын ҡаҙыған, аҙаҡ тәүге нефть фонтанында ҡойоноп шатланған Ишембаевтарҙың береһенең дә исем-шәрифе яҙылмаған...
мосолман донъяһы
УРАҘА - УЛ ҠАЛҠАН
Бөтә Ислам донъяһы һағынып көтөп алған Рамаҙан айы ла килеп етте. Уны "Йылына бер тапҡыр ғына килеп китер ҡунаҡ" тип тә атайҙар. Йыл һайын ураҙаға бәйле төрлө һорауҙар менән беҙҙең редакцияға ла мөрәжәғәт итәләр.
премьера!
ЯУГИРҘАРЫБЫҘ БЫЛ ТАМАШАЛА ҮҘҘӘРЕН КҮРЕРГӘ ТЕЙЕШ!
Был спектакль Махсус хәрби операцияның маҡсаттары, унда юлланған яугирҙарҙың асылдарынан алып, кешелеклек һәм миһырбанлыҡ кеүек мәңгелек төшөнсәләр тураһында ла уйландыра.
|