ГИМНАСТИКА ҮҘӘГЕ
Өфөлә төҙөлә башлаған Гимнастика үҙәге 65 процентҡа әҙер. Әлеге ваҡытта бинала эске биҙәү һәм электр менән тәьмин итеү эштәре бара.
Төҙөлөштө 2021 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итте социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. "Яңы Гимнастика үҙәгендә күнекмә, гимнастика, хореография залдарын тамамлап киләбеҙ. Тамашасылар өсөн трибуналар ҙа ҡуябыҙ. Ошондай кимәлдәге үҙәк спортсыларыбыҙға бик кәрәк, бында төрлө кимәлдәге ярыштар ҙа ойошторорға йыйынабыҙ", - тине республика етәксеһе. Башҡортостанда 500-ҙән ашыу кеше - спорт гимнастикаһы, 1300-ө художестволы гимнастика менән шөғөлләнә, тип билдәләне ул. Объекттың дөйөм хаҡы - 786 миллион һум, шуның 450 миллионы - федераль бюджеттан.
ишеттегеҙме әле?
СЕНТЯБРҘӘН - ЯҢЫ ҠАНУНДАР
Бина һәм торлаҡ йорттар стенаһында, уларҙың ҡыйыҡтарында тауыш ҡорамалдары файҙаланылған рекламаны сикләгән федераль закон үҙ көсөнә инде.
ил-йорт хәбәре
БЕСӘН ЮҠ, ТИП МАЛДАРҘЫ БӨТӨРМӘЙЕК ӘЛЕ
Һыйырҙы ҡыш сығарыу өсөн бесәнгә генә 16-20 мең һум аҡса кәрәк. Быҙау хаҡы 12-15 мең һум тип һанаһаҡ, мал тотоуҙың ихтисади яҡтан бер файҙаһы ла ҡалмай.
ырыуың кем?
БЕҘ - ҠАРШЫНДАР, ЯУГИР ЗАТЛЫ БАШҠОРТБОҘ
Башҡорт халҡы хаҡында Владимир Даль ошолай яҙған: "Народ башкурт разделился с незапамятных времен на племена, на волости; у каждой волости свой уран, отклик, рукоприкладный знак, свое дерево и птица…"
яңы рубрика: Өфөләрҙә бар бер ауыл
ЙӘНЕБЕҘ ЯЛ ИТКӘН УРЫНЫБЫҘ
"Интернатский" милләтенә үҙеңдең баһаңды белеү, ынтылышлы булыу, бер-береңә ярҙам итеү, бер-береңде яратыу, маҡсатҡа ярашлы эшләй белеү, туған ереңде, халҡыңды, туған телеңде яратыу сифаттары хас.
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ
Бер көн ҡулына "Ағиҙел" журналы килеп эләкте. Күрәһең, уға тиклем дә бер башҡорт ултырған. Хатта ҡыуанды ул журналға. Башҡортса бит! Туғаның, ауылдашың менән осрашҡан кеүек булып китте. Тауышы сыҡмаһа ла, теле бар.
афарин!
ЫШАНЫС БАРҘА ХӘҮЕФ ЮҠҠА СЫҒА
Әле бына концерт-театр берекмәһенең үҙ профессиональ оркестрын төҙөү менән мәшғүлбеҙ. Ул беҙҙең музыкаль яҡтан ихтыяждарыбыҙҙы тормошҡа ашырасаҡ.
сәхифәнән
КИТАП БУЙЛАП СӘЙӘХӘТ
Китап һатып алмайым мин. Интернет селтәрендә барыһы ла бар хәҙер, зауығыңа ҡарап, шиғырын да, повесть-хикәйәләрҙе лә табып уҡып була..." Берәүҙән ошондай фекер ишетергә тура килде. Нимә тип яуап бирергә белмәнем, тиһәм, дөрөҫ булмаҫ.
халыҡ иҫәбен алыу 2020
БАШҠОРТ ТЕЛЕН 1923-1933 ЙЫЛДАРҘА НИСЕК УҠЫТҠАНДАР?
Башҡорт мәктәптәрендә уҡыу планына ярашлы башҡорт теле предмет булараҡ өйрәнелергә тейеш була. Әммә башҡорт телендә дәреслектәр һәм уҡытыусылар булмау сәбәпле, барлыҡ мәктәптәрҙә лә татар теле уҡытыла.
хәтер яңыртып
УТТА ЯНМАЙ, ҺЫУҘА БАТМАЙ...
Баш ҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашҡан 112-се (16-сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында үткән түңәрәк ҡор халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы - легендар дивизияның командиры генерал Миңлеғәли Шайморатовҡа ихтирамдың бер сағылышы булды.
ҡыҫҡа әңгәмә
ҺЕҘҘЕ ТЕАТРҘА КӨТӘЛӘР
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры ла яңы ижад миҙгелен асты. Театрҙың тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы яңылыҡтары, киләсәккә пландары тураһында баш режиссер Рөстәм ХӘкимов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
|