ГӘЗИТТӘГЕ ҺҮҘ ҠЕҮӘҺЕ
ЙӨРӘКТЕ ҠУҘҒЫТЫП ЕБӘРӘ
Һандар, интернет, тиҙ үҫешкән технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Улар тормошобоҙҙоң бөтә өлкәһендә лә ныҡлап үҙ урынын ала бара. Шулай ҙа яңы технологиялар үҫеше айырыуса мәғлүмәт өлкәһендә йәшен тиҙлегендә тарала. Хәҙер һәр кем төбәк, ил сиктәрендә генә түгел, ә тотош донъя киңлегендә булып үткән ниндәйҙер ваҡиға хаҡында минут-сәғәт эсендә хәбәрҙар була. Бының өсөн тик телефон, ноутбукты ғына асып күҙ һалыу ҙа етә.
(Дауамые уҡырға)
абв
АТАЙ АБРУЙЫ
Ир-ат, атай абруйы төшөүенең һөҙөмтәһе булған ошо күңелһеҙ күренештең тамырҙары ҡайҙа: дини йолалар үтәлмәүендәме, әллә милли йолалар тарҡалыуындамы?
иҫкәртәбеҙ!
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ: ҠОШ КИҘЕҮЕ
Ҡош киҙеүе сығанаҡтарын юҡ итеү буйынса ғәҙәттән тыш ведомство-ара комиссияһы ултырышы үткәрелде. Инструкцияға ярашлы, сир сығанаҡтары һәм хәүеф янаған зоналарҙа 5 км радиустағы йорт ҡош-ҡорто юҡ ителде.
класс сәғәте
ӘҘӘМ БАЛАЛАРЫ ӨМӨТҺӨҘ ТҮГЕЛ
Академик Дмитрий Лихачевтың һүҙҙәре иҫкә төшә: "Бер-беребеҙгә ҡамасауламаһаҡ, бөтәбеҙ ҙә үҙебеҙҙе һәйбәт тоясаҡбыҙ. Шуға күрә, шауламағыҙ. Һәр осраҡта ла шау-шыуҙан ҡолаҡты ҡаплап ҡына ҡотолоп булмай ".
һай-һай-һай!
МӘСКӘҮҘӘРГӘ БАРЫП...
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә "Йыл ғаиләһе" Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Был конкурсты Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы менән берлектә Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды ойоштора. Девизы: "Минең ғаиләм - минең Рәсәйем".
һай, афариндар!
АУЫЛ ҠАТЫНДАРЫНЫҢ ӨЙӨНӘН ДӘ, ҠУЛЫНАН ДА ИКМӘК ЕҪЕ КИЛӘ
Ҡул эшенә оҫталығы өләсәһенән күскән, ә ырғаҡ менән бәйләргә мәктәптә хеҙмәт дәресендә өйрәнгән. Әйткәндәй, әсәһе Мәрйәм апай ҙа заманында тирә-яҡта шәл бәйләү маһирлығы менән дан ҡаҙанған.
фекер алышайыҡ
ҠӘЙНӘ – КИЛЕН МӨНӘСӘБӘТТӘРЕ ХАҠЫНДА, ЙӘКИ КЕМ КЕМГӘ ЯРАРҒА ТЕЙЕШ?
Ирҙән айырылыу оло хурлыҡҡа һаналған. Шуға күрәлер ҙә, килендәрҙең күпселеге яңы ғаиләгә, иренә мөмкин тиклем ярарға, ҡәйнәһенең һәр йомошон тыңлап, уның менән бәхәскә лә инмәй йәшәргә тырышҡан.
улым, һиңә әйтәм...
АТАЙҘАН - ҠОТ, ӘСӘЙҘӘН - ҺӨТ
Иң элек Атай абруйы хаҡында һүҙ. Сөнки халҡыбыҙҙа, Урал батыр эпосында әйтелгәнсә, төп ҡот атайҙан килә: "Атаң һиңә ҡот биргән, әсәң һиңә һөт биргән..." Башҡорт ғаиләһендә атай абруйы ифрат ҙур булған.
әйҙә, аҡса эшләйек!
ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ...
Машинамдың артҡы тәҙрәһенә телефонымды күрһәтеп "Ябылған магазиндарҙың тауарын һатып алам", тигән иғлан ҡуйғанмын. Шылтыратыуҙар әҙ түгел, ләкин барыһын да әйләнешкә алып булмай, сөнки мин үҙем өсөн иң файҙалы булырҙайын, һатып килем алып була торғандайын ғына һайларға тейешмен.
йолаларыбыҙ
БАЛА ТЫУҒАС...
Башҡорт ғаиләһендә имсәк баланы мотлаҡ рәүештә биләгәндәр. Боронғолар фекеренсә, биләү баланың аяҡтарын кәкерәйеүҙән һаҡлай. Бала йоҡлағанда тулай, тибенә, йүргәге асылып китеп, һыуыҡ тейеүе бар, биләү ниндәйҙер кимәлдә ошонан да һаҡлай.
йән әрнеүе
ИҢ ҘУР ГОНАҺ...
Улар үҙҙәре билдәле кешеләр. Фатирлы, машиналы, эшлеләр. Ә бер бармаҡ башындай баланы һыйҙырырға урын тапмағандар. Һәүетемсә йәшәп яталарҙыр, көлөп һөйләшәләрҙер, ултырып ашайҙарҙыр ҙа, ятып йоҡлайҙарҙыр... Шул мәл, бер генә мәлдә, ҡайҙалыр имсәк эҙләп тамшанған баланы иҫләп китеп, йәндәре һыҙламай микән?
Рәшит СОЛТАНГӘРӘЕВ
ТАТАР МЕНӘН БАШҠОРТ (5-се бүлек)
Ишмырҙа һаман йырлай. Кеше ишетмәһен тип, шым, һаҡ ҡына башлағайны ла, йырҙы йәшереп, ҡурҡып йырлап буламы ни, "Буранбай" төрмә кәртәһенә һыйманы, тышҡа бәреп сыҡты, күккә олғашты.
башҡорт тарихы йылы
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАҺЫ ТАРИХЫНАН (2-се бүлек)
1865 йылда яңы административ реформа барышында Ырымбур губернаһы ике үҙ аллы - Өфө һәм Ырымбур губернаһына бүленә. Өфө губернаһына Бәләбәй, Бөрө, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәре инә.
теманы дауам итеп...
КАРУАНҺАРАЙ ҺАҠЛАНАСАҠ!
Был юбилей Ырымбур өлкәһе һәм Башҡортостан өсөн дә берҙәй әһәмиәтле һәм, һис шикһеҙ, ҡасандыр Рәсәй Федерацияһының берҙәм Ырымбур крайына ҡараған ике субъекты араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығыта.
бер кәлимә фекер
КОМЕДИЯЛАҒЫ ТРАГЕДИЯМЫ?
Спектакль башында барыһы ла яңғыҙ, ирҙәр Себерҙә ғаиләләрен аҫрау өсөн бил бөгә, ҡатындар берҙе биш итеү маҡсатында ауылда ирҙәр эшен башҡара, ҡул эштәре менән мәшғүл.
|