«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕҢЕЛ ЭШ ТҮГЕЛ, ӘММӘ...
+  - 

Гәзит уҡыусыларға үҙемдең төп эшемдән тыш нисек килем алыуымды яҙып үтмәксемен. Был юл еңелдәрҙән түгел, шулай уҡ башлап китеү өсөн бер ни тиклем аҡса ла кәрәк, шулай ҙа файҙаһы бар.

Теге йәки был әйберҙе бер урындан күмәртәләп һатып алып, ҡыйбатыраҡ хаҡҡа тәҡдим иткәндәрҙе алыпһатар, тибеҙ. Әлбиттә, етди эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр алдында уларҙың эшмәкәрлеге уйын кеүек күренә, ләкин алыпһатарҙар ҙа дәүләткә һалым һәм башҡа төрлө социаль түләү-ҙәр күсерә, эш хаҡы түләй, күптәр хәйриәлек менән була. Ләкин, ҡыҙғанысҡа күрә, статистика күрһәтеүенсә, уларҙың күбеһе эшмәкәрлеген яйға һала алмайынса, ябылырға мәжбүр була.
Минең аҡса эшләү ысулым нәҡ ошо исемлеккә ингән, йәғни үҙ эшен туҡтатҡандарға бәйле. Күп осраҡта бындай алыпһатарҙар бәләкәй магазин бинаһын йәки баҙарҙа бер бүлекте ҡуртымға алып һатыу итә. Тағы бер айға бушҡа ҡуртым хаҡы түләмәҫ өсөн, кисәге алыпһатарға тиҙ арала тауарын һатып бөтөп, бүлекте бушатыу кәрәк була. Тауары күп ҡалһа, уны өйгә ташып бөтөүе мөмкин түгел, аҡса түгеп һатып алған әйберҙе бушлай таратыу ҙа ҡулайһыҙ. Мин иһә уларға бөтә тауарын күмәртәләп, йәғни осһоҙ хаҡҡа миңә һатырға тәҡдим итәм. Күп осраҡта тауар хужалары ризалаша, сөнки бер юлы ике ҡуяндың ҡойроғон тота - кәрәкмәгән тауарынан ҡотола, шул уҡ ваҡытта бөтөнләй бушҡа ла тоттороп ебәрмәй.
Әлбиттә, бындай эшмәкәрлек сығым талап итә, бигерәк тә башлап киткән ваҡытта. Ләкин бөтә яҡлап уйлап эш иткәндә етди генә күләмдә килем алырға була. Ә ул тауарҙы ҡайҙа итергә һуң, тигән һорау тыуыуы урынлы. Мин бер нисә юлды ҡулланам. Беренсенән, уларҙы икенсе алыпһатарҙарға тәҡдим итәм. Был осраҡта улар юл сығымынан ҡотола. Шулай уҡ минең әйберемде һатып биреүҙәрен һорайым һәм килемдән процент түләйем. Был ысул бигерәк тә ауыл магазиндарында ҡулланыуға ҡулай. Икенсенән, байрамдар алдынан интернет селтәрендә осһоҙ хаҡҡа уйынсыҡ, техника, бүләктәр тәҡдим итәм, күп осраҡта тотош класс менән заказ бирәләр. Өсөнсөнән, кейем-һалым, уйынсыҡтарҙы иң әүҙем һатып алыусылар әсәйҙәр икәнен иҫтә тотоп, интернетта ошондай төркөмдәрҙә әүҙем эшмәкәрлек алып барам. Дүртенсенән, "Авито" һәм башҡа төрлө интернет-сайттар аша әллә нимәләр һатып була, тик бының менән даими шөғөлләнергә генә кәрәк. Ғөмүмән, күмәртәләп осһоҙға алынған тауарҙы берәмләп һәм ҡыйбатыраҡ хаҡҡа һатыуҙы юлға һалырға була. Тик сос, тырыш булырға ғына кәрәк.
Машинамдың артҡы тәҙрәһенә телефонымды күрһәтеп "Ябылған магазиндарҙың тауарын һатып алам", тигән иғлан ҡуйғанмын. Шылтыратыуҙар әҙ түгел, ләкин барыһын да әйләнешкә алып булмай, сөнки мин үҙем өсөн иң файҙалы булырҙайын, һатып килем алып була торғандайын ғына һайларға тейешмен.

Фәүриә ӘДЕЛМУРЗИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 787

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru