«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№15, 10 - 16 апрель 2021

ЮЛДАР ТОТАШТЫ!

Мартта Башҡортостандың иң ҙур инфраструктура объектында - Өфөгә Көнсығыштан инеү юлы төҙөлөшөндә мөһим ваҡиға булды: автоюл тоннеленең көнбайыш һәм көнсығыш хәрәкәте йүнәлеше бергә тоташты. Шул уңайҙан БР Башлығы Радий Хәбиров менән Федераль юл агентлығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы (Росавтодор) Роман Новиков төҙөлөш майҙансығындағы эштәр менән танышты.

Был объектта эштәр 1992 йылда башлана һәм уны 2023 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Әммә тоннель төҙөлөшө 2007 йылда туҡтатылып, 2017 йылда ҡабаттан көн үҙәгенә сығарыла. 2019 йылда иһә унда төҙөлөш эштәре ҡабаттан тергеҙелә. Былтыр быға тиклем төҙөлгән участкаға Ҡариҙел йылғаһының ҡаршы ярынан тоннель төҙөү башланды. Техник йәһәттән тоннель - Көнсығыштан инеү юлында иң ҡатмарлы участка, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле объект.
- Был проект ҡала һәм төбәктең юл селтәрен бер аҙ бушатырға ярҙам итәсәк, федераль трассаларҙы үҙ-ара бәйләп торасаҡ, - тине Роман Новиков журналистар менән осрашыуҙа. - Шул уҡ ваҡытта водителдәр ҙә ҡала аша тотҡарлыҡһыҙ үтә аласаҡ. "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" проектының федераль өлөшөндә Росавтодор М-5 трассаһында Көнсығыштан инеү участкаһының эргә-тирәһен реконструкциялау буйынса ла эш башланы. Шулай итеп, беҙ берҙәм транспорт комплексына эйә буласаҡбыҙ. Төҙөлөш тотороҡло финансланды. Дөйөм сумманың 19,9 миллиард һумы - федераль ярҙам, беҙ әле 5,1 миллиард һум күсерҙек, быйыл тағы ла 2,6 миллиард һум йүнәлтергә планлаштырабыҙ...
Радий Фәрит улы ла журналистар менән аралашып, был мөһим проектты тергеҙеүгә һәм эштәрҙе дауам итеүгә ниндәй саралар булышлыҡ итеүе тураһында һөйләне:
- Ике йыл, йыл ярым элек иң мөһим бурыс - төҙөлөш буйынса килешеүҙең иҡтисадын ҡайтанан ҡарау булды. Фекер алышҡандан, яңынан иҫәпләүҙәр эшләгәндән һуң булған килешеүгә өҫтәмә килешеү төҙөнөк. Һөҙөмтәлә республика бюджетына төшкән көсөргәнеште 30 миллиард һумға кәметеү мөмкин булды. Бөгөн был - иҡтисади файҙалы проект. Иң мөһиме - партнерҙарыбыҙ яҡшы, эштәр ойошҡан рәүештә һәм тәртип менән башҡарыла. Әгәр федераль бюджеттан финанслауҙа өҙөклөктәр булмаһа, 2024 йылға бынан тәүге автомобилдәр үтәсәк...



көнауаз
ҠОРҒА ТУПЛАНА КӨСЛӨ ЗАТТАР

Һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров етәкселегендә республикала ойоштороласаҡ "Ир-егеттәр ҡоро" ошо тәңгәлдә эште йәнләндереп ебәрер, тигән өмөттә ҡалам.


тураһын әйткәндә
ЯЛА ЯҠҠАН ӨСӨН ЯЗА

Ябай әҙәмдең был хәбәрҙе сығарыусы инештәрҙе таба һәм язаға тарттыра алыуына шик бар. Махсус төркөмдәрҙе, мәғлүмәт сығарыусыларҙы асыҡлау өсөн дә белем, ваҡыт, аҡса кәрәк.


ер-һыу атамаһы
КӨГӨШ ЙЫЛҒАҺЫ

Усолка - ул Көгөш. Шуның өсөн башҡорт телендә яҙылған мәҡәләләрҙә уны рус теленән башҡортсаға әйләндереп, Тоҙйылға тип түгел, ә тарихи исеме менән Көгөш тип атау зарур. Быны барығыҙ ҙа белһәгеҙ ине, республикабыҙҙағы тарихи ер-һыу атамаларын үҙебеҙ үк боҙмаһаҡ ине


уйлығы - уй
ЗАМАН ЙӘШТӘРЕНЕҢ ЯҢЫ ҠЫЛЫҠТАРЫ

Мәғлүмәт һуғышы тормошто аңлап етмәгәндәргә йүнәлтелгән. Унда кемдең мәғлүмәте ҡеүәтлерәк һәм уның менән кем оҫта эш итә - шул еңә. Быны быйыл йәштәребеҙҙең урамға митингыларға сығыу факты ла иҫбатланы.


йәнәшебеҙҙә
"ҺЫУҺАҠ БАБАЙ" КЕМ УЛ, ЙӘКИ ДИУАНАЛАРҒА МӘРХӘМӘТЛЕ БУЛАЙЫҠ!

Беҙ бала саҡта өҫтөнә иҫкерәк сапан, аяғына ситек һәм галош, эҫе йәй көнө булыуға ҡарамаҫтан, башына теүәтәй тышынан ҡама бүрек кейгән, киң маңлайлы, ҙур һаҡаллы бер ҡарт ауылыбыҙға йыш килеп йөрөй торғайны.


башҡорт тарихы йылы
ИҢ БОРОНҒО ТӨРКИҘӘР

Йыландар - монгол сығышлы иң боронғо төрки ҡәбиләләренең береһе. Уларҙың беренсе мең йылдың икенсе яртыһында Римға һөжүм итеүе тураһында әрмән яҙыусыһы Матвей Эдесс (XII быуат) яҙып ҡалдырған.


беҙҙең әңгәмә
ИР-АТҠА ЮЛ БИРӘЙЕК!

Бер шулай балаһына алимент түләмәгән ир менән һөйләшәм. "Мине әсәйем яңғыҙ үҫтерҙе бит, әсәһе үҫтерер әле", - ти. Йәғни ул үҙе ниндәй тәрбиә алған - балаһына ла шуны тапшыра.


диалог
ЕТЕ ЕГЕТ БЕРГӘ КИЛГӘН...

Ир-егеттәргә хас беренселеккә ынтылыу, алдынғы булыу, тәбиғи альфалыҡ тойғолары уяна бит инде бәйгелә. Әгәр ирҙәр араһында бындай ынтылыш булмаһа, тормош та бөтөнләй икенсе юҫыҡта ағыр ине.


Мөнир ҠУНАФИН
СОҠОР

Ярылған ирендәргә тейгән һыу әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт бирҙе. Соҡор өҫтөндә генә ҙур йәйғор торғанын соҡор төбөндә тороусы ир күрмәй ине. Күҙҙәре йомоҡ, хәстәре башҡа ине. Әлеге мәлдә күңелендә ине йәйғор.


ҡул белгән шөғөл
ҮҘ ЭШЕ - ХӘЛӘЛ КӨСӨ

Әлбиттә, эшҡыуар булып китеүе еңел түгел. Ауыр ваҡыттар ҙа, Илназдың башланғыстарын хупламаусы хейтерҙар ҙа булмаған түгел, булған. Әммә улар егетте ҡурҡытмай, киреһенсә, алға этәрә, тип иҫәпләй ул.


афарин!
"НУРБОСТАН" САҠЫРА

Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә тәүге "Нурбостан" анимация сериалы төшөрөлдө. 12 апрелдә, Космонавтика көнөндә, "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы йәш дуҫтарын "Йырлы донъя Нурбостан" байрамына саҡыра.


аралашыу мәктәбе
БЕҘ ҮҘЕБЕҘ - БАШҠОРТТАР!

Заман менән бергә атлап, башҡорт телен һәм башҡорттар тураһында мәғлүмәтте юғары технологиялар ярҙамында таратыу, башҡорт телен донъя кимәленә сығарыу йүнәлешендә яңы форматта эш башлаған проектҡа уңыштар ғына теләйһе ҡала.


йола тотҡан - яҙлыҡмаҫ
ҺЫЙЫРЫМ БУЛҺЫН ТҮЛЛЕ, ӨҪТӘЛЕМ БУЛҺЫН – ҺЫЙЛЫ

Уларҙың шулай бер-береһенә ыуыҙ ҡоймағына саҡырышҡандарын әле лә иҫләйем. Ҡунаҡҡа барғанда улар һыйыр менән быҙауға ла күстәнәс - бесән, берәй биҙрә һоло, йә булмаһа, ярма тотоп барырҙар ине.


тәбиғәт донъяһы
ШӘШКЕ

Йыл һайын ҡыш башланыу менән Башҡортостан ҡурсаулығында шәшке иҫәбен алыу эштәре башҡарыла. Быйыл 62 шәшке иҫәпләнгән. Был йәнлекте нисек һанайҙар икән - был һорау, әлбиттә, күптәргә ҡыҙыҡтыр.


мосолман донъяһы
ИЗГЕ РАМАҘАН БАШЛАНА

Ураҙа тотҡан кеше гонаһтарҙан ары торорға, нәфсеһен тыйырға, тыйылған ғәмәлдәрҙән йөҙ борорға тырыша. Уға мотлаҡ телен насар һүҙ һөйләүҙән тыйырға кәрәк. Сөнки ғәйбәт һүҙ һөйләү, алдашыу ураҙаны боҙа.


һай-һай-һай!
КӨЛДӨРҘӨЛӘР, УЙЛАНДЫРҘЫЛАР

Шунда уҡ был сарала ысын ир-егеттәр юморы өҫтөнлөк итәсәген аңланыҡ. Һуңғы көндәрҙә ил-йортта барған хәл-ваҡиғаларҙың иң әһәмиәтлеләрен, мәсьәләләрҙең иң көнүҙәген һайлап ҡына тос мәрәкәләне улар.



Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru