ҺАУМЫ, МӘКТӘП!
Һаумы, мәктәп!
Һаумы, алтын һуҡмаҡ!
Тормошомдоң изге һуҡмағы!
Күңелдәрҙә ошо һуҡмаҡтан да
Ҡәҙерлерәк нимә бар тағы?
Ҡәҙерлеһең.
Ошо һуҡмаҡта бит
Һәр беребеҙ эҙләй үҙ-үҙен.
Оло донъяларға сығыр өсөн,
Тауыш бирә - әйтә үҙ һүҙен.
Мәктәп тигән кескәй бер утрауҙа
Ер күсәре, гүйә, әйләнә.
Һүҙ һорайбыҙ!
Беҙҙең тауышты ла
Ишетергә Йыһан өйрәнә.
Һаумы, мәктәп!
Һаумы, изге һуҡмаҡ!
Яҡтылыҡ та бында ярала.
Ярала ла яңы киңлектәргә
Алтын һуҡмаҡ булып тарала.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
геройҙар дәүере
ЯҠТАШЛЫҠ БЕРЛӘШТЕРӘ
Республикала ойошторолған ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына тәүге контрактсылар юлланды ла инде, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин.
донъя шаңдауы
ЕҢЕҮҘӘР ЕҢЕЛ БИРЕЛМӘЙ
РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, үткән аҙнаның һуңғы тәүлегендә Рәсәй ғәскәрҙәре Украина ҡораллы көстәренең дрондар менән идара итеүсе 74 пунктын юҡ иткән.
ЯИ-КӨФӨ менән әңгәмә
ЯҺАЛМА ИНТЕЛЛЕКТТЫҢ ТӘРЖЕМӘГӘ ЯҢЫ ҠАРАШЫ
Был тәржемәсе иһә башта тексты тулыһынса уҡып сыға, уның төп мәғәнәһен, авторҙың тауышын һәм кәйефен аңлай, ә унан тәржемә ителәсәк төп нөсхәнең структураһын "онотоп", әҫәрҙе күрһәтелгән телдә яңынан яҙа.
тарих ярсыҡтары
ҺЕҢРӘН ҺӘМ ТЕРҺӘК ҠӘБИЛӘЛӘРЕ КӨНБАЙЫШ СЕБЕРҘӘ ЙӘШӘГӘН
Билдәле совет этнографы Б.О. Долгих: "Ысынбарлыҡта Төмән өйәҙенең төп халҡы араһында себер татарҙары ғына түгел, ә хәҙерге ҡайһы бер башҡорт ырыуҙарының ата-бабалары ла була", - тип яҙа.
диалог
УРМАН - ТӘБИҒӘТТЕҢ АҪЫЛ ХАЗИНАҺЫ, УНЫ ИСРАФ ИТМӘЙЕК, ТИ ҒАЛИМДАР
Дарвин тәғлимәтенә ышанһаң, боронғо кешеләр, маймылдар һымаҡ, ағас баштарында йәшәгән, тиҙәр. Улар, ағас башынан төшөп, ерҙә тура баҫып йөрөй башлағас ҡына кеше, йәғни Homo sapiens, аң-зиһенгә эйә булған, тип һанала.
бер кәлимә фекер
"АҪАБА" БЕСӘЙҘӘР
Мине бесәйҙәрҙең бер ғәҙәте күптәнән аптырата килде. Улар, эттәрҙән айырмалы рәүештә, ҡойроҡтарын болғап, ялағайланып, ашарға һорамай, ә күҙгә тура ҡарап, мырылдап, ашатыуыңды талап итә, йәғни кешегә үҙенең хужа икәнен асыҡтан-асыҡ белдерә.
уймаҡ хикәйә
БЕҘ ҠАПСЫҠТА ЯТМАЙ
Йөрө инде хәҙер трактор аҫтына бер инеп, бер сығып, майға буялып. Етмәһә, Рәшит ағаһы арҡыры бер әҙәм, шуға бит уны бригадала "Поперечный философ", тип йөрөтәләр.
уймаҡ хикәйә
ОНОҒОҘ БӨТТӨМӨ ӘЛЛӘ?
Йәмиләне кейәүгә бик иртә бирҙеләр. Бирҙеләр, тип ни, әле урам ҡыҙырып уйнап та туймаған ҡыҙ баланы, бесәй балаһы кеүек, матур сепрәккә урап тоттороп ебәрмәнеләр, әлбиттә.
башҡорт ғаиләһе
ҠУНАҠСЫЛЛЫҠТАН ЙӘШӘҮ ЙӘМЕ ТАБА УЛАР
Һүҙемде етмешләгән бала-саға, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәре булған ҡайным менән ҡәйнәмде иҫкә алып китеүҙән башлап ебәрмәксемен. Баймаҡ районы Байым ауылында торҙолар.
Ирәндек үҙемлектәре
"…ИРӘҮӘН БАРҘА, ИР ҮЛМӘҪ"
Баҡса ирәүәне япрағынан баҡсасылар бына тигән борщ, бәлеш һәм япраҡ һабағынан ҡайнатма, кеҫәл кеүек тәм-том әҙерләй. Унда кальций, магний, фосфор, тимер, төрлө витаминдар, органик кислоталар күп тупланған.
таныш булығыҙ
УЛ - ЙЫРСЫ, ҠУРАЙСЫ, БЕЙЕҮСЕ ҺӘМ...
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигән ата-бабаларыбыҙ. Был һүҙҙәр яңы ғына Красноярскийҙа үткән XXXIV "Бөтә Рәсәй студент яҙы" фестиваленән өс йүнәлештә еңеүҙәр яулап ҡайтҡан талантлы егет - Айҙар ИСХАҠОВтың үҙенә тап ҡына килеп тора.
|