СӘСӘНДӘР ӘЙТЕШЕН
РОЛДӘРГӘ БҮЛЕП
УҠЫЙБЫҘ
Яңыраҡ интернет селтәрендә бер фекер алышыуға осраным. Унда башҡорт телендә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу-яҙылмау тураһында һүҙ бара ине. Ҡайһы берәүҙәрҙең замана ауырлығына, аҡса юҡлығына, барлыҡ мәғлүмәтте интернет селтәрендә табып булыуына һәм башҡа төрлө сәбәптәргә һылтаныуҙарына ҡаршы туған телендәге баҫмаларға яҙылыуcы һәм башҡаларҙы ла ошоға өгөтләүсе әңгәмәселәр күпселек тауыш менән "еңеп" сығыуы ҡыуаныслы. Әлбиттә, еңел булмаған ваҡытта йәшәйбеҙ, ләкин һәр замандың да үҙ ауырлығы булған һәм алда ла буласаҡ. Ләкин әлегә тиклем рәсәйҙәр, шул иҫәптән Башҡортостан халҡы ла ваҡытлы матбуғат сараларын иң әүҙем уҡыусылар булды. Бөгөн был йәһәттән хәлдәр хөрт икәнлеген гәзит-журналдарҙың тиражына ҡарап та белеп була.
(Артабан уҡырға).
әҙип һүҙе
БАЛАЛАРЫБЫҘҘЫҢ ӨФӨҺӨ БЕҘҘЕҢ ӨФӨНӘН МАТУРЫРАҠ
Ағиҙелдең бөтөнләй яңыртылған яр буйы, тирә-яҡты ҡаплаған йәшеллек - былар барыһы ғәжәп киң ҡолас һәм тырышлыҡ менән генә түгел, юғары зауыҡ менән эшләнгән. Ижад ителгән, тип әйтеү, минеңсә, тағы ла дөрөҫөрәк булыр.
баш ҡала ҡунағы
ТАМЫРҘАРЫН ЮЛЛАЙ МАДЬЯРҘАР
"Боронғо Өфө" һуңғы йылдарҙа туристарҙың ғына түгел, ә Европа ғалимдарының ныҡлы иғтибар үҙәгенә әйләнеп бара һәм ул республикала ла шундай етди иғтибарға лайыҡ булһын ине, тип теләргә генә ҡала.
ата-әсәләр йыйылышы
БАЛАҒЫҘ МӘКТӘПКӘ БАРЫРҒА ТЕЛӘЙМЕ?
Улар "урынһыҙ" ҡалыуҙы ололарға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ кисерә һәм был кире кисерештәр мәктәптән өркөүҙең беренсе сәбәпсеһе була ла инде. Был тәңгәлдә күп нәмә уҡытыусының психологик алымдар ҡуллана белеүенән тора.
тарихыңды таныт...
ОРТЕЛИЙ КАРТАҺЫ НИ ҺӨЙЛӘЙ?
Карталарҙа, йәғни Азия картаһында башҡорттар урынлашҡан урын "башҡорт" яҙыуы менән генә түгел, ә "Башҡорт урҙаһы" (Baschirdorum horda) формаһында бирелгән! Ни эшләп шулай һуң?
диалог
ҺӨНӘРЕБЕҘҘЕҢ НЕСКӘЛЕКТӘРЕНӘ ТӨШӨНӨП, СӘХНӘНЕҢ ТӘМЕН ТОЯ БАШЛАҒАН САҒЫБЫҘ
Башҡорт драматургияһы ауыл тормошон ғына күрһәтергә тейеш тигән фекер бар. Тик был осраҡта үҫеш булмаясаҡ. Бер ҡасан да тамашасының теләгенә эйәрергә ярамай, театр уны тәрбиәләргә тейеш.
күңел мөһөрө
СӘҒИТ АГИШ ХАҠЫНДА
Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми архивы фондында башҡорт яҙыусыһы Сәғит Агиштың шәхси фонды ла үҙ урынын тапҡан. Материалдар архив ҡарамағына 1984 йылда тапшырыла.
бәхес ҡоро
ТРАДИЦИОН ИСЛАМ БАРМЫ?
Нисек кенә булмаһын, дин - ул милләтте һаҡлаусы. Туған телеңде белмәй тороп, динеңде белергә, яратырға мөмкин түгел. Бәйғәмбәребеҙ ҙә: "Балаларға телде өйрәтмәгеҙ, уны һөйҙөртөгөҙ", - тип юҡҡа әйтмәгән".
афарин!
ЕҢЕҮ ӨСӨН ТЫУҒАНДЫР...
Баҡсабыҙҙа һәм ауылыбыҙҙа үткәрелгән барлыҡ мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып ҡына ҡалмай, ул район, республика, хатта Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ла үҙен һынап ҡарай һәм призлы урындар яулай.
|