«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№44, 29 октябрь - 4 ноябрь, 2016

ӨФӨБӨҘ АРТАБАН ДА

КҮРКӘМЛӘНӘСӘК!

Өфө ҡала округы Советы сессияһында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы итеп яңынан, өсөнсө мөҙҙәткә Ирек Ялалов һайланды. Уның өсөн 34 депутат тауыш бирҙе.

Мәғлүм булыуынса, хакимиәт башлығы вазифаһына дүрт кандидат дәғүә итте. Улар: ҡала округы Советының үткән саҡырылыш депутаты Николай Герасимов, Башҡортостан адвокаттар коллегияһы адвокаты Ринат Әхмәҙуллин, "Өфө ҡала уты" директоры Илдар Чанышев һәм хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялалов. 19 октябрҙә уҙған конкурс процедураларында өс кандидат ҡаланың социаль-иҡтисади үҫеше буйынса үҙҙәренең программалары менән таныштыра. Ә Ринат Әхмәҙуллин иһә процедураларҙа ҡатнашыу өсөн яҙған ғаризаһын кире ала.
- Конкурста ҡатнашыусы кандидаттар Өфө ҡалаһын үҫтереү буйынса мөһим программалар менән сығыш яһаны, ҡайһы бер тәҡдимдәр артабанғы эшмәкәрлектә файҙаланыласаҡ. Әммә тап Ирек Ишмөхәмәт улының программаһы тулы, ҡала тормошоноң барлыҡ өлкәләрен үҙ эсенә ала һәм, иң мөһиме - тормошҡа ашырырлыҡ, - тине депутаттарҙың ҡарарына аңлатмалар биреп Өфө ҡала округы Советы рәйесе Валерий Трофимов.
- Биш йыл элек Өфө бөтөнләй икенсе ҡала ине, ошо ваҡыт эсендә торлаҡ төҙөлөшө, инфраструктура, инвестициялар йәлеп итеү буйынса ла күп нәмәләр эшләнде, - тине үҙенең сығышында Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. - Төрлө конкурстар һөҙөмтәләре буйынса ла баш ҡала лидерҙар иҫәбендә. Һәм бындай миҫалдар етерлек. Тимәк, уҙған биш йылда бушҡа йәшәмәгәнбеҙ, насар эшләмәгәнбеҙ. Өфө артабан да үҫәсәк, яҡшырасаҡ, ә яҡшы урынға һәр саҡ кеше йыйыла һәм күптәр йәшәү өсөн баш ҡаланы һайлаясаҡ. Ләкин урбанизация системалы рәүештә алып барылырға, ул асыҡ, аңлайышлы булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта тормош сифатын күтәреү тураһында ла уйларға кәрәк.

(Дауамын уҡырға).

балалар һөйләй
ТУҒАН ТЕЛ МӨХИТЕНДӘ УҠЫУ ТӘРТИПЛЕ ЛӘ ИТӘ БЕҘҘЕ

Беҙҙең заман еңел түгел, балалар тормоштоң бөтә ауырлыҡтарын күреп-белеп, аңлап үҫә. Күптәр атай-әсәйенең хәлен, ни өсөн ғаиләләрендә теге йәки был уңайлыҡтар булмауын аңлай.

улар автономия яуланы
ХӘЛИМ ӘМИРОВ

Хәлим Әмиров Петроградта ғәскәрҙәр араһында Башҡорт автономияһы етәкселегенең сәйәсәтен, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәрҙәрҙең береһе була.

заман башҡорто
ҺӘР ИР-ЕГЕТ КҮҢЕЛЕНДӘ ЭЙӘРЛЕ-ЙҮГӘНЛЕ АТ ЯТА

Беҙҙең шөғөлдәр - улар көрәш, ҡул, ҡылыс һуғыштары, уҡ атыу. Ниңә беҙ бөгөн ҙур спортта юҡ? Сөнки сит шөғөлгә ынтылабыҙ. Үҙебеҙгә хасын онотҡанбыҙ. Әле бына егеттәребеҙ көрәш, ҡул һуғышы төрҙәрендә күренә башланы.

уйлыға - уй
ЙӘНШИШМӘНЕҢ ҺЫУЫН ЭСМӘГЕҘ!

Халыҡ байлығына ҡул һуҙған, нәфсеһен тыя алмай "Йәншишмәнән һыу эскән" ҡомһоҙҙарҙың да мәңгелек түгеллеген, хилаф малдың ғүмер өҫтәмәгәнлеген, күҙҙәрегеҙ менән күреп, үҙ заңығыҙға һеңдереп алығыҙсы, тип әйтке килә.

сәләмәтлек әлифбаһы
КИҘЕҮҘЕ АУЫРЫМАҪҠА ӘҘЕРЛӘНЕП ҠАРШЫЛАЙЫҠ

Көн дә йоҡлар алдынан тамаҡты тоҙ, сода иретмәһе менән, аҡсәскә, тырнаҡ гөлө, шалфей төнәтмәләре менән сайҡатыу ҙа сирҙән һаҡлар. Һарымһаҡ, һуған, бал, гөлйемеш сирҙән һаҡлаусы тәбиғи саралар икәнен дә оноторға ярамай.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru