«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘЛИМ ӘМИРОВ
+  - 

1919 йылдың июнь уртаһында башҡорт ғәскәрҙәре генерал Деникиндың армияһы менән ҡаты алышҡа инә. Комиссар Әмиров полк командирҙарын йыйып, кәңәшмә үткәрә һәм 1-се Башҡорт уҡсы полкы командиры Сөләймән Ишмырҙинды бригада командиры итеп һайлайҙар. Ҡыҙылдарҙың 14-се армияһының тулыһынса тарҡалып, тәртипһеҙ рәүештә сигенеүе, улар менән идара иткән Харьковтың оборона Советының аҡтарға һатылыуы арҡаһында Башҡорт бригадаһына ауыр юғалтыуҙар кисерергә тура килә. Фронт тотҡан күрше ҡыҙыл частарҙың сигенеүе арҡаһында башҡорт ғәс-кәр-ҙәре аҡтарҙың ҡамауында ҡала. Уның өҫтәүенә, Харьковтың аҡтар ҡулына күсеүендә башҡорттарҙы ғәйепләп, Оборона Советы Сумы ҡалаһында Башҡорт бригадаһының штабын, шул иҫәптән Х. Әмировты ҡулға ала. Бындай хәл башҡорт ғәскәрҙәрендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Башҡорт һалдаттары ҡулға ҡорал алып, командирҙарын ҡотҡарырға әҙер булыуын белдерә. Быны күреп, Оборона Советы башҡорт командирҙарын иреккә сығарырға мәжбүр була. "Мы с боем и дорогой, ловя дезертиров, начали пребывать на Сумы. По прибытию первого эшелона - Штаба Башкирской бригады приказам члена Совета Обороны Зайцева, который так позорно раньше всех бежал из Харькова, Сумский отряд во главе с милицией и чрезвычайкой арестовал и разоружил весь Штаб Бригады во главе меня и командиров. Нас представили в округ Военком. Во время ареста наш эшелон подвергался обстрелу, хотя мы не сопротивлялись, потом нас освободили и за свои незаконные действия извинились. Во время ареста оставшиеся караул в нашем эшелоне, назначенный Чрезвычайкой произвел полную очистку вагонов от собственных вещей служащих Штаба Бригады. Пропали: масса денег, вооружения, белья, одежды и пр. Это явление на наши части, которые кровью, честно защищали свободу пролетариата Украины, сильно повлияло и нам с трудом удалось их успокоить. Нами Совету Обороны сданы более 10-ти эшелонов с ценностями народного достояния, которые нами были задержаны, так как они следовали без хозяина. Кроме того, проезжало много вагонов с деньгами тоже без хозяина. При таких условиях работать и оперировать на Южном фронте не возможно. Просим сейчас же принять меры к переброске нас на Восточный фронт", - тип яҙа бригада командиры С. Ишмырҙин менән комиссар Х. Әмиров республиканың хәрби комиссары Вәлидигә.
1919 йылдың июль башында Көньяҡ фронтҡа хәрби комиссар Зәки Вәлиди килә. Бында яңы килгән һалдаттар командирҙар менән тулыландырылып, Башҡорт бригадаһы Айырым Башҡорт кавалерия дивизияһы тип үҙгәртелә. Ул дивизияның сәйәси комиссары итеп Нуриәғзәм Таһировты тәғәйенләй. Ә Хәлим Әмиров Саранскиға, Башревком ҡарамағына ҡайтарыла. Әммә уға хәрби эштәрҙән оҙаҡ айырылырға тура килмәй.
1919 йылдың сентябрендә Петроград фронтындағы Ҡыҙыл Армия ғәскәрҙәренең хәле мөшкөлләнә. Юденич армияһы ҡыҙылдарҙы борҡотоп, революцияның бишеге - Петроград ҡалаһына яҡынлаша. Ҡыҙыл Армияға ярҙамға тағы ла һуғышсан, дисциплиналы башҡорт ғәскәрҙәре кәрәк булып сыға. Ленин менән Троцкий бөтә башҡорт ғәскәрҙәрен тиҙ арала Петроградҡа ебәрергә тигән фарман бирә. "Троцкий Бәләбәйҙә ойошторолған өсөнсө һәм дүртенсе йәйәүле, өсөнсө һыбайлы полктарҙы Петроградҡа һөжүм итеүсе генерал Юденичҡа ҡаршы ебәреүҙе талап итә. Мин ул ғәскәрҙе өйрәтеү, бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү эштәренең әле тамамланмауын әйтеп, хәҙергә ике батальонды бер-ике аҙна эсендә әҙерләргә полковник Әхмәровҡа әмер бирергә вәғәҙә иттем. Бәләбәйҙәге полковникты телеграфҡа саҡыртып, хәлде аңлаттым. Ул хәҙергә хатта ике батальондың да әҙер түгеллеген белдерҙе. Мин быны иртәнсәк Троцкийға еткерҙем. Был иһә башҡорт ғәскәрҙәренең Юденичҡа ҡаршы һуғышта ҡатнашыуының башланғысы ине", - тип яҙа Әхмәтзәки Вәлиди.
Бәләбәй ҡалаһында торған Айырым Башҡорт бригадаһы частары һәм тағы бер кавалерия полкы, әҙерлеге булмауға ҡарамаҫтан, Петроградҡа оҙатыла. Шулай уҡ бында Көньяҡ фронттан Башҡорт кавалерия дивизияһы һәм уның 1-се, 2-се полктары штабтары килә. Башҡортостандан килгән яңы һалдаттар иҫәбенә бригада һәм дивизия частары ойошторолорға тейеш була. Был мөһим эшкә етәкселек итеү бурысы тағын да Хәлим Әмировҡа тапшырыла. Ул Башҡорт республикаһының башҡорт ғәскәрҙәрендәге махсус вәкәләтле вәкиле (особоуполномоченный) сифатында киң хоҡуҡтар менән Петроградҡа ебәрелә.
10 меңдән ашыу яугирҙан торған Башҡорт ғәскәрҙәре төркөмөнә идара итеү еңелдән булмай. Петроградҡа килеү менән Х. Әмиров, тәү сиратта, башҡорт ғәскәрҙәрендәге сәйәси комиссарҙар составына иғтибарҙы йүнәлтә. Ғәскәрҙәрҙе Башҡорт хөкүмәтенең сәйәсәтен алып барырҙай кадрҙар менән тулыландырыу кәрәклеген аңлай. Сөнки башҡорт милләтенән булмаған комиссарҙар ғәскәрҙәргә зыян ғына килтерә, бигерәк тә татар эшмәкәрҙәре. Улар Башҡортостан автономияһына ҡаршы агитация алып бара. Мәҫәлән, Башревком рәйесе Харис Йомағолов Башҡорт дивизияһы комиссары Нуриәғзәм Таһировҡа былай, тип яҙа: "Сообщи всем-всем красноармейцам-башкирам! Пусть не поддаются провокации! По некоторым сведениям наших красноармейцев в Белебее настраивали против нас т.е. Ревкома и Б.С.Р. и против Советов, так прими меры чтобы рассеять лживые, провокационные слухи красноармейцев".
Шуға күрә лә Хәлим Әмиров башҡорт ғәскәрҙәрендәге сит милләт комиссарҙары урынына башҡорттарҙы тәғәйенләргә, тигән мәсьәләне алға һөрә. Бының өсөн ул Мәскәүҙә Свердлов исемендәге Коммунистик университетта уҡыған башҡорт курсанттарын Петроградҡа ебәреүҙе һорай. Ошо айҡанлы Мәскәүҙә, ВЦИК янындағы Башҡорт республикаһы вәкиле Әбдрәшит Бикбауов 1919 йылдың 29 октябрендә Башҡортостандың Хәрби эштәр буйынса комиссариатына былай тип хәбәр итә: "Настоящим сообщаю требование особоуполномоченного по делам башкирских частей в Петрограде т. Амирова о замене во вверенных ему башкирских частях ответственных работников небашкир башкирами-курсантами, необходимой для создания могущественной башкирской армии и для ее воспитания в зависимости (с учетом) бытовых и исторических особенностей нашего народа, а также потдверждаю его настойчивую просьбу об откомандировании в Петроград московских курсантов тт. Магасумова, Баталова, Абсалямова, Ишкаева и Дюкасова на полковые комиссарские должности и еще десять человек на менее ответственные должности…". Ә. Бикбауов та Хәлим Әмировтың фекерен ҡеүәтләй: "Побывав в Петрограде, лично убедился, что удовлетворение просьбы Амирова крайне необходимо", - тип тамамлай ул үҙенең телеграммаһын.
Нуриәғзәм Таһиров һәм Хәлим Әмировтың тырышлығы менән Мәскәүҙә уҡып йөрөгән башҡорт эшмәкәрҙәре: Ғабдулла Ибраһимов -Башҡорт уҡсы бригадаһының комиссары, Һиҙиәт Сәғәҙиев - Башҡорт кавалерия дивизияһы сәйәси бүлеге мөдире итеп, Хәйҙәр Лотфуллин "Салауат" гәзитенә эшкә тәғәйенләнә.
Шулай итеп, Хәлим Әмиров Петроградта ғәскәрҙәр араһында Башҡорт автономияһы етәкселегенең сәйәсәтен, Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте мәнфәғәтен алға һөргән, пропагандалаған эшмәкәрҙәрҙең береһе була. Быны Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт ойошмалары архивында бик ҡыҙыҡлы һәм ҡиммәтле документ - "Бәхет көнө" тип аталған йыйынтыҡ та раҫлай. "Бәхет көнө" йыйынтығы Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәренең Советтар яғына сығыуына бер йыл тулыу айҡанлы 1920 йылдың февралендә Петроградта баҫыла. Унда Башҡорт автономияһы етәксеһе Әхмәтзәки Вәлидиҙең, Башҡорт уҡсы бригадаһы комиссары Ғабдулла Ибраһимов мәҡәләләре һәм Башревком вәкиле Хәлим Әмировтың "Башҡорт хәрәкәте" исемле доклады урын алған. Был доклады менән Әмиров Петроградта башҡорт ғәскәрҙәренең 1-се коммунистик конференцияһында сығыш яһай. Юғары трибунаға сығып, Хәлим Әмиров Башҡортостан автономияһы өсөн көрәштең тарихын бәйән итә, уның маҡсаттарын һалдаттарға еткерә.

Азат ЯРМУЛЛИН,
тарихсы.
(Аҙағы. Башы 43-сө һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.10.16 | Ҡаралған: 1106

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru