КҮҢЕЛ ШАТЛАНҒАН
ҺӘМ КҮҢЕЛДЕ ӨЙКӘГӘНДӘР
ТУРАҺЫНДА
Өфөбөҙ - республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы, тимәк, уға иғтибар ҙа ҙур. Нәҡ Өфө бөтә Рәсәйгә, донъяға Башҡортостан тураһында тәүге мәғлүмәтте бирә, тәүге фекерҙең ниндәй юҫыҡҡа боролоуына булышлыҡ итә. Шуға күрә баш ҡаланың йөҙө лә, булмышы ла, йәшәйеше лә республика етәкселегенең күҙ уңында булырға тейештер ҙә. Әлбиттә, миллионлы ҡаланың хәл итәһе мәсьәләләре дә етерлек, ҡаҙанған уңыштары ла юғары баһалана. Мин баш ҡаланың ябай кешеһе күҙлегенән үҙ фекерҙәремде еткереп үткем килә.
(Дауамын уҡырға).
бер кәлимә фекер
МИНМЕ, ӘЛЛӘ БЕҘМЕ?
Мөғжизә көтөп йәшәй Әҙәм балаһы. Әммә мөғжизәләргә өмөт итмәй ул, берлектә фекер йөрөтә, сөнки тормоштоң уйын түгел икәнен аңлай. Әммә күңел тигәне һәр саҡ мөғжизә көтә - хыялдарҙың уйламаҫтан тормошҡа ашыуы еңеллек тойғоһо бүләк итә, аңлашылмаған эске көс барлыҡҡа килә.
...ғәҙәттәре күркәм
ШАЙМОРАТОВ КЛАСЫНДАҺЫҢМЫ?
2022-2023 уҡыу йылында Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейында Рәсәй Геройы, генерал-майор М.М.Шайморатов исемендәге класс асыла.
хоҡуҡ
ВАСЫЯТНАМӘ ЯҘҘЫҢМЫ?
Ерләү йолаһынан тыш, теге донъяға күсеү мәҙәниәте юҡ беҙҙә. Үлеменән һуң туғандары мираҫ мәсьәләләре менән яфа сикмәһен өсөн иҫән саҡта уҡ васыят яҙылырға тейеш. Был мәрхүмдең яҡындарының тормошон күпкә еңеләйтәсәк.
кәңәш итә
ҮЛӘН АШАҒЫҘ!
"Балтырған, кесерткән кеүек үлән аштарының һәр ҡайһыһын йылына өсәр тапҡыр ашарға кәрәк, шулай иткәндә, ҡыш буйы ауырымайһың..."
уйлыға - уй
БЫЛ ДАРЫУ АПТЕКАЛАРҘА ҺАТЫЛМАЙ
Ҡайһы саҡ, ниндәйҙер сирҙән һауығыу йәки хәлһеҙлектән арыныу өсөн яҡшы һәм уңайлы ғына ял итеп алыу ҙа етә. Сөнки кеше күп ауырыуҙарға организм йонсоуҙан, иммунитет ҡаҡшауҙан бирешә.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
ЙӨРӘК СЕРҘӘРЕ ҺӘМ СИРҘӘРЕ
Хирург өсөн йыйнаҡлыҡ, ҡулдарҙың һиҙгерлеге, айыҡ аҡыл кәрәк. Былар барыһы ла ваҡыт менән килә. Башта ҡулдар тыңламай, фиҙаҡәрлек, үҙ өҫтөңдә даими эшләү һәм өйрәнеү кәрәк.
хикәйә түгел
КҮМӘКЛӘГӘН - ЯУ ҠАЙТАРҒАН, ЙӘКИ КҮМӘКЛӘГӘН - ШАХМАТТА ЕҢГӘН!
- Башҡортса ғына һөйләшәбеҙ! Һәр фигураға башҡортса исем бирәбеҙ! Король - олатай, ферзь - атай, фил - бабай, офицер - ағай, ат - һыбайлы, ә пешка - малай була! Бына бит Бөрйән ниндәй шәп "этлек" уйлап тапҡан!
айығайыҡ, йәмәғәт!
ЯҠШЫНЫҢ ЭСКӘНЕ - ҺЫУ БУЛЫР, ЯМАНДЫҢ ЭСКӘНЕ ЫУ БУЛЫР...
"Урал батыр" эпосында яҙылған һәм уның нигеҙендә махсус төшөрөлгән видеороликтың төп идеяһын асып биргән был юлдар сираттағы "Айыҡ ауыл" конкурсының ғына түгел, финалға сыҡҡан биләмәләрҙе тәбрикләү тантанаһының да лейтмотивы булды.
белем усағы
ӨФӨБӨҘҘӨҢ ТАРИХИ ҮҘӘГЕНДӘ ОШОНДАЙ БЕЛЕМ БИРЕҮ ОЙОШМАҺЫ БАР
Бөгөн Башҡортостан кооператив техникумы директоры Светлана ШАҺАПОВА менән ошо тармаҡ, уның тормошобоҙҙа тотҡан урыны һәм әһәмиәте, бөгөнгө шарттарҙа кооператорҙар әҙерләү тураһында әңгәмәләшәбеҙ.
әйҙә, аҡса эшләйек!
ҠАРА ҠАРАҒАТ ҺАТЫП...
Туңдырылған еләктең 350 грамлығын 250 һумға тәҡдим итәм. Ҡара ҡарағат эре еләк, уны йыйыуы ла, һауытты тултырыуы ла тиҙ. Ғөмүмән, ҡара ҡарағаттың, шул уҡ еләк менән сағыштырғанда, эшкәртеүҙә мәшәҡәте юҡ.
|