«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҠШЫНЫҢ ЭСКӘНЕ - ҺЫУ БУЛЫР, ЯМАНДЫҢ ЭСКӘНЕ ЫУ БУЛЫР...
+  - 


"Урал батыр" эпосында яҙылған һәм уның нигеҙендә махсус төшөрөлгән видеороликтың төп идеяһын асып биргән был юлдар сираттағы "Айыҡ ауыл" конкурсының ғына түгел, финалға сыҡҡан биләмәләрҙе тәбрикләү тантанаһының да лейтмотивы булды. 2021 йылдың сентябрендә башланған проекттың, 23 июндә, ниһайәт, еңеүселәре асыҡланды. Сараның беренсе - муниципаль этабында барлыҡ райондарҙан йәмғеһе 1357 ауыл һәм ҡасаба ҡатнашһа, республика этабына һәр муниципалитеттан берәр еңеүсе сыҡты. Ә инде финалға 12 ауыл үтте.

"Торатау" Конгресс-холында үткән тантананың беренсе пленар өлөшөндә конкурсты әүҙем пропагандалаусы активистар бүләкләнде. Улар Башҡортостан Республикаһының министрлыҡтары һәм ведомстволары, ойоштороу комитетының махсус приздарына, дипломдарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Икенсе өлөшө - положениеға ярашлы дүрт номинацияла еңеүселәрҙе бүләкләү Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфирҙа күрһәтелде. "Эре ауылдар" номинацияһында беренсе урынға һәм иң ҙур күләмдәге - 6 миллион һумлыҡ сертификатҡа Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы лайыҡ булды. II урында - Ауырғазы районының Мораҙым ауылы (4 миллион һум), III урында - Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылы (3,5 миллион һум). "Ҙур ауылдар" номинацияһында I урын - Тәтешле районының Түбәнге Балтас ауылы (5 миллион һум), II урын - Асҡын районының Солтанбәк ауылы (3,5 миллион һум), III урын - Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы (2,5 миллион һум). "Уртаса ҙурлыҡтағы ауылдар" номинацияһында I урын - Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылы (4 миллион һум), II урын - Шаран районының Йәрәмкә ауылы (3 миллион һум), III урын - Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылы (2 миллион һум). "Бәләкәй ауылдар" номинацияһында I урын - Йылайыр районының Сәләх ауылы (3 миллион һум), II урын - Күгәрсен районының Сәлих ауылы (2,5 миллион һум), III урын - Стәрлетамаҡ районының Ҡантүк ауылы (1,5 миллион һум).
Ғөмүмән, конкурстан бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡайтманы -ойоштороусылар һәм спонсорҙар һәр финалсы ауылға махсус приздар тапшырҙы. Күптәр компьютерға эйә булһа, Белорет районының Тирлән ҡасабаһы йәмәғәт транспорты туҡталышы павильоны эшләтеү өсөн 100 меңлек сертификат алып ҡыуанды. Шулай уҡ быйыл РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ла үҙҙәренең махсус бүләктәрен тапшырып, проектты күтәрмәләне.
Сараның башынан аҙағына тиклем фойела "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһының "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалының "Ныҡ бул" күсмә студияһы эшләүе һәм уның "Айыҡ ауыл" конкурсы сиктәрендә сәләмәт тормош рәүешен пропагандалаған "Ныҡ бул!" асыҡ медиа-конкурсы еңеүселәрен тәбрикләү - быйылғы конкурстың үҙенсәлеге булып торҙо. "Ҡоролтай "Тамыр"ға "Айыҡ ауыл" сиктәрендә балалар өсөн проект уйлап сығарырға тәҡдим иткәс, беҙ аптырап ҡалдыҡ. Эскелек - балалар темаһы түгел тип, ҡарышып маташтыҡ. Тик Эльвира Айытҡолова әллә кемде лә өгөтләп күндерер. Шулай итеп, "Ныҡ бул" медиа-конкурсы тыуҙы. Проектҡа бер аҙ шикләнеп тотондоҡ, сөнки айыҡлыҡ, алкоголь темаһы - балалар темаһы түгел. Әммә балалар беҙҙе аптыратты. Улар алкоголизм темаһын тәрән һәм ауыр кисерә! Эштәрендә балалар алкоголдең яуызлыҡ икәнен, эскән кешенең яҡындарын, ғаиләһен, үҙен һатыуын аса", - тине үҙ сығышында "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалының директоры Гөлназ Ҡолһарина. БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе Максим Ульчев медиа-конкурстың әһәмиәтен билдәләп, бөгөн тап контент булдыра һәм уны тарата белгәндәр генә йәмғиәткә йоғонто яһай, тип белдерҙе.
Конкурста 10 йәштән 16 йәшкә тиклем балалар өс: "Социаль ролик", "Вайн", "Плакат (постер)" номинациялары буйынса үҙ көсөн һынаны. Беренсе этапта баһалама ағзалары һәр номинациянан 5-10 эш һайлап алып, улар мартта офлайн режимда икенсе этапта ҡатнашты, оҫталыҡ дәрестәре, интенсив-тренингтар үтә, контент булдырыу серҙәренә төшөнә. Өсөнсө этапта иһә конкурс финалы өсөн үҙаллы эштәр башҡара. Һөҙөмтәлә "Социаль ролик" номинацияһында 1-се урынға Межгорье ҡалаһынан Әмир Ғәлиев лайыҡ булды. 2-се урында Мәләүез ҡалаһының 9-сы гимназияһының уҡыусылар советының ижади командаһы (Айһылыу Күсәкәева, Ленар Аллабирҙин, Ильнара Таһирова, Диана Нуретдинова, Марсель Вәхитов, Айбулат Солтанов, Рената Солтанғолова, Илвина Күсәрбаева, Милана Шәрипова), 3-сө урында Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Данил Шәйәхмәтов. "Вайн" номинацияһында 1-се урын Ейәнсура районынанАйсулпан Тоҡомбәтова, 2-се урын - Хәйбулла районынан Сәлим Ғөбәйҙуллин, 3-сө урын - Ғафури районынан Дим Рәхимов. "Плакат" номинацияһында 1-се урын - Ҡырмыҫҡалы районынан Аиза Әҡбәрова, 2-се урын - Баҡалы районынан Камил Ғимазетдинов, 3-сө урын - Дүртөйлө районынан Камила Хәйретдинова.
"Бөгөн минең табип йәнем тантана итә, сөнки был сара - айыҡ йәшәү рәүешенә ҡайтыу тантанаһы, йәмғиәттең ошо йүнәлештәге етди аҙымы. Сәләмәт тормош - ул йәмғиәтебеҙҙә осраған бик күп проблемаларҙы хәл итеү юлы", - тине ҡатнашыусыларҙы тәбрикләгәндә БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова. БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев: "Алкоголь, бер яҡтан, бюджетты тулыландырыуҙың етди сығанағы булып торһа, икенсе яҡтан, ул йәмғиәткә ҙур зыян килтерә, - тине. - Конкурс тергеҙелгәндән һуң статистиканы ҡараһаҡ, үлем кимәле - 3, алкоголь ҡулланыу һөҙөмтәһендә енәйәт ҡылыуҙар, хоҡуҡ боҙоуҙар 7-8 тапҡырға кәмегән". "Айыҡ ауыл" исеменә лайыҡ булғанһығыҙ икән, ул статус ғүмерлеккә ҡалырға тейеш. Еңеү яулау ғына түгел, уны һаҡлау, исемдең есемгә тап килеүе, балаларыбыҙҙы айыҡ йәшәүгә өйрәтеү мөһим", - тине РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров. Ғөмүмән, еңеүселәрҙе тәбрикләүселәрҙең барыһының да сығышы сара алдынан күрһәтелгән "Тыуған көн" видеояҙмаһындағы фекергә ауаздаш ине: балалар беҙҙән күрә, балалар беҙҙең ғәмәлдәрҙе ҡабатлай, уларға тыуған көндәрендә беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән балалар өсөн шампан шарабын ҡойоп бирәбеҙ. Әммә быуаттарҙан килгән аҡыл нимә ти: "Яҡшының эскәне - һыу булыр, ямандың эскәне ыу булыр"... Ошоно хәтерҙән сығармаһаҡ ине!
Сара сиктәрендә махсус майҙансыҡтарҙа түңәрәк ҡорҙар, фекер алышыуҙар, идеялар менән бүлешеүҙәр ҙә булды. "Ауыл биләмәләрендә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәре" темаһы буйынса түңәрәк ҡорҙа - ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, муниципаль райондарҙың социаль мәсьәләләр буйынса хакимиәт башлыҡтары урынбаҫарҙары ҡатнашты. "Территорияларҙы үҫтереүҙә ресурс булараҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмалар" майҙансығы урындағы ҡоролтай рәйестәрен йыйҙы. Алкоголь продукцияһы сығарыу һәм әйләнеше өлкәһен көйләүҙә федераль, республика ҡануниәтен ҡулланыу тәжрибәһе буйынса район Советтары рәйестәре, РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары ҡатнашты. "Айыҡ ауылдың идеаль образын моделләштереү" стратегик сессияһы конкурста ҡатнашҡан ауылдарҙың активистарын, яңы һайланған ҡоролтай рәйестәрен, конкурстың эксперт комиссияһы ағзаларын, Рәсәйҙең башҡа субъекттарынан саҡырылған ҡунаҡтарҙы берләштерҙе. Түбәндә - ошо майҙансыҡтағы сығыштарҙан бер кәлимә:

Фәнит МОРАТБАҠЫЕВ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, Көйөргәҙе районы Советы рәйесе: Былтыр 13 июлдә райондың Яҡут ауылы халҡы йыйылыш үткәреп, биләмәлә алкоголь продукцияһын һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында бер тауыштан ҡарар ҡабул итте. 18 ноябрҙә Мораптал ауыл советы халыҡтың фекерен белеү буйынса ҡарар сығарҙы һәм һораулама методикаһы, һораулама формаһы раҫланды. Һорауламала барлығы 121 кеше ҡатнашты, уларҙың күпселеге инициативаны хупланы. Йыйылыш һәм һораулама һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып, Мораптал ауыл советы биләмәһе юллауы буйынса быйыл 3 мартта Көйөргәҙе район Советында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәт итергә ҡарар сығарылды, тейешле материалдар БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығына баһалама алыуға һәм БР Хөкүмәтенә һығымта юллап тапшырылды. 9 июндә - министрлыҡтан, 13 июндә Хөкүмәттән ыңғай яуап килде. Әле Яҡшымбәт ауылы шундай инициатива менән сыҡты. Ауылда алкоголь продукцияһын һатыуҙы тыйыу район һәм ауыл территорияһында халыҡ фекеренә ҡолаҡ һалған дәүләт һәм муниципаль идараның ыңғай образын булдыра, ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Был аҙым сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау менән бәйле дөйөм профилактик һәм тәрбиә һөҙөмтәһе бирәсәк, ауылда йәшәү һәм йәш быуынды тәрбиәләү өсөн имен шарттар тыуҙырасаҡ.

Роберт ДӘҮЛӘТШИН, "Айыҡ ауыл" конкурсы инициаторҙарының береһе: Был конкурсты башлаған ваҡытта төп маҡсат мәғрифәтселек - эскеселәрҙе, эсеүселәрҙе түгел, ә йәш быуында сәләмәт тормош рәүеше тәрбиәләү, икенсеһе - ауылдарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу ине. Бөгөнгө сығыштарҙан һуң үҙемдең тәҡдимдәремде әйтеп киткем килә: хоҡуҡи нормативтарҙы аңлатыу, нисек эшләү буйынса өс көнлөк семинар-практикум үткәрергә; "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ауылда алкоголь һатыуҙы тыйыуҙы мотлаҡ пункт итеп индерергә кәрәк.

Ғәзиз МАНАПОВ, Бөрйән районы хакимиәте башлығы: Беҙҙең күп ауылдарҙа сауҙа нөктәләре социаль объекттарҙан 500 метрҙан 1 километрға тиклем арала урынлашҡан. Ҡайһы бер ауылдарҙа хәмер түгел, хатта һыра һатыу ҙа тыйылған. Быға беҙ һуңғы 5-6 йыл эсендә килдек. Әлбиттә, был халыҡ фекерен иҫәпкә алып һәм уларҙың хуплауы менән эшләнде. Әммә мин РФ Дәүләт Думаһы депутаттарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итәм: быйыл сауҙа нөктәләрен социаль объекттарҙан ниндәй арауыҡта урынлаштырыуҙы көйләгән законға үҙгәрештәр индерелеп, хәҙер 1 - 1,5 километр арауыҡ билдәләү мөмкин түгел. Әгәр ошо арауыҡты билдәләү сиктәре кәметелмәһә, хатта алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһында ҡарар ҡабул итмәйенсә лә хәл итеп булыр ине. Мәҫәлән, Брәтәк ауылында алкоголь һатылмай, һәм эскеселәр күрше ауылдарға барырға тейеш. Һөҙөмтәлә эсеп йөрөүселәр һаны ҡырҡа кәмене.

Шулай итеп...
Майҙансыҡтағы сығыштар ҙа, фекер алышыуҙар ҙа ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды. Депутаттар үҙҙәре үк бер законды ҡабул иткәндә уның икенсеһенә ҡаршы килеүен белдерҙе. Мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ. Ауылдарҙа, хәҙер, нигеҙҙә сауҙа менән эшҡыуарҙар шөғөлләнә. Улар алкоголь һатыуҙы лицензияһыҙ һәм лицензия алып тормошҡа ашыра. Рөхсәтһеҙ сауҙа итеүселәрҙең кәсебен туҡтатыу ауыр булмаһа, ауылда алкоголь һатыуҙы тыйыу лицензия алып эшләүселәрҙең хоҡуғын боҙа. Был мәсьәләне улар үҙҙәре лицензияларынан баш тартып, алкоголь һатмаҫҡа риза булғанда еңел хәл итергә мөмкин, әммә сауҙа министры урынбаҫары Илһам Бикбулатов белдереүенсә, бюджетҡа килемдең ҙур өлөшө тап ошо алкоголь һатыуҙан инә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, алкоголь һатыу айыҡ тормош алып барыусыларҙың ауылда алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы ниәтенә ҡаршы килеп, уларҙың хоҡуғын боҙа... Алкоголде тыйыу эскеселәрҙең хоҡуғын боҙа... Ауылдарҙа кемде алма - туған-тыумаса, хоҡуҡ һаҡлаусылар уларға хатта штраф та һалмай, һалған осраҡта ла бәләкәй генә күләм менән сикләнә, ғөмүмән, закон бар, ә ул эшләмәй... Ошо ҡапма-ҡаршылыҡтар араһынан алтын урталыҡты эҙләгәндә шуныһы ҡыуандыра: "Айыҡ ауыл" конкурсы яйлап ҡына үҙенең бынан тиҫтә йыл элек күҙалланған төп маҡсаттарына яҡынлай...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.07.22 | Ҡаралған: 417

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru