ЙӘШТӘРҘЕ ТӘРБИӘЛӘҮҘЕҢ
БЕР ЫСУЛЫ УЛ БЫЛ БӘЙГЕ
Рухи ҡомартҡыларыбыҙҙың милли үҙаңыбыҙҙа йылдан-йыл ҙурыраҡ урын ала, тәрәнерәк төшөнөлә һәм хөрмәтлерәк була барыуы һөйөнөслө күренеш. Бөгөн иһә "Урал батыр" кеүек иң бөйөк рухи мираҫыбыҙ хаҡында ла белмәгәндән - белгән, уҡымағандан уҡыған күп. Әле күптән түгел генә Бөрйәндә уҙған сираттағы "Урал батыр" эпосын башҡарыусыларҙың XVIII Республика бәйгеһендә был хәҡиҡәт тағы ла бер ҡат раҫланды.
Тәү ҡарауға, бәлки, "Урал батыр" эпосы хаҡында күп тә яҙылған һымаҡтыр. Әммә уны тикшергән һайын шул билдәләнә: әлегә бер нәмә лә әйтелмәгән икән шул. Әлегәсә донъя күргән махсус китаптар, айырым мәҡәләләр, фәнни конференцияларҙағы сығыштар - быларҙың барыһы ла дөйөм бер система барлыҡҡа килтерерҙәй, тулы картина тыуҙырырҙай оло мозаиканың айырым өлөштәре генә. Мәҫәлән, рустарҙың шул уҡ донъяуи кимәлдә танылыу яулаған "Слово о полку Игореве" хаҡындағы бихисап хеҙмәттең һәм "Урал батыр" тураһында әйтелгәндәрҙең нисбәтен күҙаллап ҡарағыҙ. Идея-тематик йәһәттән, күләм күҙлегенән, фәлсәфә тәрәнлеге һәм поэтик үҙенсәлеге буйынса өҫтөнлөк беҙҙең эпосыбыҙ яғында булһа ла, әлеге нисбәт бер ҙә генә һуңғыһы файҙаһына түгел шул. Иң мөһиме, боҙ ҡуҙғалды. Бөгөн башҡорт фольклористикаһында "Урал батыр" эпосын өйрәнеү мәктәбе барлыҡҡа килгән тип әйтергә ерлек бар. Һәр хәлдә, данлыҡлы эпостың 1910 йылда Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан Ғәбит һәм Хәмит сәсәндәрҙән яҙып алыныуына йөҙҙән ашыу йыл үтеүгә билдәле уңыштар, лайыҡлы ҡаҙаныштар барлыҡҡа килеүен күҙәтәбеҙ. Ошо тәңгәлдә эпостың бығаса фольклор әҫәре булараҡ ҡына өйрәнелеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алып үтке килә. Уның йөкмәткеһендә ҡеүәтле һәм төплө төшөнсә-йомаҡ ята икәнен аңлап, унда һүрәтләнгән Донъя серен асыуға тотонорға ваҡыттыр беҙгә.
(Дауамын уҡырға)
ишетмәһәң - ишет!
ҮӘТ, ИСМАҺАМ, УРЛАЙҘАР!
Үәт, исмаһам, урлайҙар, муйындарынан коррупцияға батҡандар! Ҡайҙа, тиһегеҙме? Билдәле инде… Ҡытайҙа. Шул ҡырым-ҡытайҙағы, диңгеҙ аръяғындағы хәлдәрҙе яҙып уҙмаҡсымын.
ишеттегеҙме әле?
ӨФӨ ӨСӨН ТАУЫШ БИРӘЙЕК!
Әлеге ваҡытта 200 һәм 2000 һумлыҡ банкноталар өсөн символдар һайлау буйынса кампания бара. Уның беренсе этабы 28 июндә башланып, 28 июлгә тиклем дауам итә.
тарихи хәҡиҡәт
ХАЛЫҠ УЛЫ БУЛЫУЫН ҺҮҘ МЕНӘН ТҮГЕЛ, ЭШ МЕНӘН ДӘЛИЛЛӘНЕ
Ысын башҡорт үҙенең позицияһында ныҡ тора, уны үҙ инаныуынан дүндереүе, икенсегә ышандырыуы бик ауыр. Был - башҡорттоң тарихи үҫеше һуҙымында тормош тәбиғәте менән барлыҡҡа килгән холоҡ-фиғеле.
фәһемле әңгәмә
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫН АҢЛАП УҠЫ!
Эпоста Уралға - ун, ағаһы Шүлгәнгә ун ике йәш тулғас, улар аталары Йәнбирҙенең ҡушыуы буйынса күҙгә күренмәҫ Үлемде табып юҡ итергә, тип юлға сығалар. Ни өсөн мотлаҡ ун һәм ун ике йәштә юлға сығалар?
ижадхана
ӘСӘ РОЛЕ ЯҘМЫШ БҮЛӘГЕМЕ?
Былтыр ҙур экрандарға Айнур Асҡаровтың "Әсә" фильмы сыҡҡас, унда төп роль башҡарыусы актриса күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, моғайын. Уның ҡырыҫ, күберәк үҙен ҡайғыртҡан геройы тамашасыларға төрлөсә тәьҫир итте - кемдер уны аҡларға тырышты, кемдер яуапһыҙлыҡта ғәйепләне.
сәләмәтлек әлифбаһы
ЙӨРӘК МЕНӘН ШАЯРМАЙҘАР...
Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенә артыҡ ашау, саманан тыш эмоциональ көсөргәнеш, спиртлы эсемлектәр менән мауығыу, тәмәке тартыу, саманан тыш аш тоҙо ҡулланыу, аҙ хәрәкәтләнеү һ.б. йоғонто яһай.
иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
5. Ғайса Хөсәйенов "Тормош" һәм "Донъя" парсалар китаптары
|