2025
әйт, тиһәгеҙ...
Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Әлеге ваҡытта 200 һәм 2000 һумлыҡ банкноталар өсөн символдар һайлау буйынса кампания бара. Уның беренсе этабы 28 июндә башланып, 28 июлгә тиклем дауам итә. Был этапта һүрәтләнеүгә дәғүә итеүсе территориялар һәм уларҙың символдарының киңәйтелгән исемлеге төҙөләсәк. Бының өсөн Твоя-Россия.рф сайты асылып, унда һәр кем бер ҡаланы һәм уны күҙ алдына баҫтырған дүрт символды тәҡдим итә ала. Тәҡдим ителгән символдар 5000-дән дә кәм булмаған тауыш йыйғанда ғына уларҙың һүрәтләнеше интерактив картала күренә. Һайлап алыуҙың икенсе туры августа буласаҡ. "Йәмәғәтселек фекере" фонды халыҡтан һорау алыу үткәреп, уның һөҙөмтәләре буйынса 10 иң популяр территорияны һәм уларҙың 20 символын һайлап аласаҡ. Сентябрҙә үтәсәк өсөнсө турҙа яңы банкноталарҙың дизайны һайланасаҡ. Был этапта 10 лидер араһынан ике еңеүсе һәм дүрт символ һайлап алынасаҡ (һәр территориянан икешәр). Йомғаҡлау 7 октябрҙә "Россия 1" телеканалы эфирында яһаласаҡ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Кешеләр бер генә нурҙан туҡылған фәрештә түгел, шулай уҡ бер көтөүҙә тота торған хайуан да түгелдәр.
(В. Короленко).