«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№18, 13 - 19 май 2023

АЛТЫН МИҘАЛ ЯУЛАНЫ!

Ҡаҙағстанда үткән Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында Башҡортостандан унынсы класс уҡыусыһы Вадим Харисов химия буйынса бәйгелә алтын миҙал яуланы.

Астанала бөтәһе 30 илдән, шул иҫәптән Рәсәй, Австрия, Болгария, Венгрия, Израиль, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Монголия, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән уҡыусылар ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, Рәсәй командаһы барлығы 10 миҙал яуланы. Был командала Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Вадим Харисовтың да булыуы тураһында үткән һанда яҙғайныҡ инде. Ул ӨДНТУ-ның ошо уҡыу йорто базаһындағы предуниверсарийында белем ала. Был ҙур сараға әҙерлекте Вадим Олимпиада хәрәкәте остаздары ассоциацияһының (АНОД) дәрестәрендә һәм "Изотоп" Йәйге химия мәктәбендә үткән. Әйткәндәй, был Ассоциация эшмәкәрлеген Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Ҡыям ҡыҙы Әғәҙуллина тәжрибәһенә таянып башҡара.
Вадим Харисовтың был еңеүе Башҡортостан өсөн ҙур бүләк. 17 йыл эсендә беренсе тапҡыр республика уҡыусыһы химия буйынса Халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында алтын миҙал яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров та үҙенең телеграм-каналында: "Вадимды һәм уның уҡытыусыһы, илебеҙҙең йыйылма командаһы етәкселәренең береһе Айнур Ғүмәровты ҡотлайым. Һәләт, ныҡышмалы хеҙмәт, уҡыусыларыбыҙҙы үҫтереү системаһының яҡшы булыуы ошондай юғары һөҙөмтәләргә килтерә", - тип яҙҙы.

тураһын әйткәндә...
ЯҢЫ БАШҠОРТ СЕЙМАЛ ТҮГЕЛ

Замандың яңы башҡорто - ул егерме икенсе быуатҡа балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен башҡорт милләте вәкиле итеп сығара алыусы, ата-олаталарының рухи эстафетаһын киләсәк быуындарына тапшыра алыусы башҡорт.

донъя шаңдауы
БӨЛДӨРӘБЕҘ, ТИП КӨСЛӨРӘК ИТТЕЛӘР...

Мәскәү АҠШ, Евросоюз һәм НАТО менән үҙ-ара ихтирам нигеҙендә мөнәсәбәттәр төҙөргә әҙерлеген бер нисә тапҡыр белдергәйне инде, ләкин, сит ил эштәре министры С.Лавров әйтмешләй, Көнбайыш менән мөнәсәбәттәрен, уның етәкселәре "айныҡҡас" та, Рәсәй фәҡәт үҙ шарттарына ярашлы көйләйәсәк.

атайсалда - изге ғәмәлдәр
КӨСӨБӨҘ ТЫУҒАН ЯҠҠА

"Атайсал" проекты рухи яҡтан яҡындарҙы берләштерҙе, ул хәҙер проект ҡына түгел, ә тыуған төйәктәрен яратыусылар хәрәкәте, берҙәмлек символы" - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

белем усағы
ИР-ЕГЕТ УҠЫТЫУСЫНЫҢ КҮБЕРӘК БУЛҒАНЫ ЯҠШЫ

Беҙҙең лицейҙа шундай ыңғай бер мәл бар: ике йыл элек бында 2-3 ир-егет эшләй ине, әлеге ваҡытта улар 12 кеше. Минең фекеремсә, белем усаҡтарында ир-егеттәр күберәк булырға һәм малайҙар, егеттәр уларҙан өлгө алырға тейеш.

психолог ыңғайға көйләй
ҠӘЙНӘҢ - ҺИНЕ, ҺИН ҠӘЙНӘҢДЕ ХӨРМӘТЛӘ

Бөгөн иһә күп кенә йәш ғаиләләрҙең ата-әсәһе, ҡайны-ҡәйнәһе менән дөрөҫ мөнәсәбәт ҡора алмауына ла шаһит булырға тура килә. Ошондай хәлгә ҡалған йәш кейәү һәм килендәргә нимә эшләргә?

ғаилә мәктәбе
ҺӘР ЭШТӘ ЛӘ САБЫРЛЫҠ КӘРӘК...

Һәр эштә лә сабырлыҡ кәрәк. Шул уҡ эшкә өйрәткәндә лә сабыр булыу мөһим. Уларҙың эш эшләгәндә яңылышыуын күреп, ҡыҙмаҫҡа, килеп сыҡмаһа, тауыш күтәрмәҫкә, ипләп кенә төҙәтеү фарыз.

ир-егет ҡолағына
ӘСӘҺЕНӘ ҠАРАП ҠЫҘЫ ТУРАҺЫНДА ФЕКЕР ТӨЙНӘ

Барыһы ла ҡатын-ҡыҙҙан тора. Өйҙәге мөхит, ирҙең ғүмер оҙайлығы, уның һаулығы, һөнәри баҫҡыстан нисек күтәрелеүе, ғаиләләге мөнәсәбәттәр, ике яҡлап та туғандар менән мөнәсәбәт - барыһы ла ҡатындан тора.

әйтер һүҙем бар
ХАЛҠЫБЫҘҘЫ ЙӘШӘТЕР ИМ-ӘМӘЛ

Шул да ныҡ борсолдора: үҙе өсөн йәшәү, үҙ мәнфәғәтен бала бағыуҙан өҫтөн ҡуйыу башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының да тормош рәүешенә әйләнде. Күбеһе бер бала табыу менән генә сикләнә, байтағы икенсеһен теләмәй.

Ноғман Мусин
АТАЙЫМДЫҢ ОС ҺӘНӘГЕ - 4

Ошонан аҙаҡ ҡына мин үҙ хәлемдең мөшкөллөгөн аңлаған һымаҡ булдым. Ауырыйым тип алдап тороп ҡал да әсәйем ҡайтыуға шулай ҡул һындырып ят инде. Ниңә шуға эйәреп китеп барырға миңә? Их, ҡыйын булһа ла, бесәнгә барһам.

хәтеркитап
БАШҠОРТ ЗОЯҺЫ

Күрше постарҙа торған ҡыҙҙар Зәйтүнәнең ғүмеренең һуңғы минуттарында әйткән һүҙҙәрен ишетә. Яҡынлашып килгән немецтарҙы күргәс, ҡыҙ тәртип буйынса был турала роталарына хәбәр итә һәм "Ут асам!" ти.

йәнәш йәндәр
ҠАҘҒА МӘДХИӘ

Сығып ҡапҡа асам. Ҡаҙыбыҙ инергә ашыҡмай, ҡапҡа артына һонолоп ҡарап, кемделер саҡыра. Мин сығып, ҡапҡа артын ҡарайым. Унда, оялғандай башын ситкә бороп, күрше инә ҡаҙ йәшеренеп тора.

милләт балҡышы
ХАЛҠЫБЫҘ ИЖАДЫНА ҺОҠЛАНЫУҘАН ТУҠТАМАЙЫМ

Бер ҙур халыҡ-ара байрамда башҡорттар булмауына йәнем әрнене лә, мәҙәни үҙәк булдырыу йәһәтенән эшкә тотоноп, фольклор коллективы ойошторҙом.

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru