МАҠСАТЛЫ БУЛАЙЫҠ!
Беҙ тормошто планлаштырып, алға маҡсат ҡуйып йәшәп өйрәнмәгәнбеҙ. Яҙмыштан уҙмыш юҡ, маңлайыңа ни яҙылған, шуны күрәһең, тигән кеүегерәк күнеүгә, барыһын үҙ яйына ҡуйыуға яраҡлашҡанбыҙ. Сөнки был иң еңел юл. Ағым ыңғайына ғына китеп барыу ағымға ҡаршы көрәшеү йәки ярға сығырға тырышыу түгел бит һуң.
Бер етди генә оло кешенең өйөндә "Теләктәр картаһы" күреп, бик ҡаты аптырағайным. Шундай юҡ-барға ышанамы икән, һүрәттәр яһап, яҙып ҡуйғандан ғына теләктәр ҡабул буламы икән, тип уйлағайным. Һәм ул кеше миңә теләктәренең ысынлап та бер-бер артлы үтәлә килеүен аңлатты. Баҡтиһәң, ул теләктәрен тормошҡа ашырыу өсөн маҡсатлы эшләй ҙә икән.
Бөгөнгө йәмғиәт интернетта хөкүмәтте, Путинды һәм байҙарҙы әрләп ултырырға ярата. Хатта был ҡайһыларҙың иң төп шөғөлө лә. Сөнки улар үҙҙәре бер ерҙә лә эшләмәй, ҡыҙыҡһыныуҙары юҡ, кәсеп белмәйҙәр, уҡырға, өйрәнергә теләмәйҙәр. Уларҙың бер ниндәй ҙә маҡсаты юҡ. Бәғзеләр аҡсалы эштәре, яҡшы йорттары, ҡиммәтле машиналары булмағанға икенсе берәүҙәр ғәйепле тип уйлай һәм шул асыу һәм үпкә менән йәшәй бирәләр. Ә асылда берәүҙең уңышһыҙлығы өсөн икенселәр ғәйепле түгел. Ул бары үҙе һәм тик үҙе генә хужа үҙ яҙмышына. Бөгөнгө тормошта эшләйем, уҡыйым, өйрәнәм һәм тырышам тиһәң, бер ҡаршылыҡ та юҡ. Бары маҡсат һәм ынтылыш ҡына кәрәк. Бар бит шундай маҡсатлы кешеләр һәм күп тә улар. Бына шундайҙарҙан өлгө алырға, балаларҙы йәштән маҡсатлы итеп үҫтереүгә өлгәшергә кәрәк.
Маҡсатлы булыу һәм бер нигә ҡарамай, шул маҡсаттарға ынтылыу өсөн иң беренсе сиратта ныҡлы һаулыҡ һәм рухи көс кәрәк. Бының өсөн иң төп ярҙамсы - спорт. Сәләмәтлекте лә нығыта, күңелде лә сыныҡтыра. Унан һуң, белем алыуҙы ла алға ҡуйыу зарур. Беҙ белемһеҙ диңгеҙҙәге елкәнһеҙ карап һымаҡ. Ныҡышмал булыу ҙа мөһим. Бер еңелеү, бер уңышһыҙлыҡ, бер хата юлды кире борор сәбәп түгел икәнде аңлау ҙа кәрәк. Хатта ун хата аша үткәндә лә маҡсаттарҙан, хыялдарҙан баш тартырға ярамай. Туҡтауһыҙ хәрәкәт итеү, туҡтауһыҙ башты һәм тәнде эшләтеп тотоу, алға ҡуйылғанға бөтөн булмыш менән ынтылыу үҙ емештәрен бирмәй ҡалмай. Яҡшы йәшәргә, яҡшыға өлгәшергә теләйһең икән - тырыш.
Яңы йылға пландар төҙөп алырға, йыл ағымында үтәргә тейеш эштәрҙе яҙып ҡуйырға, улар өҫтөндә уйланырға, йәғни маҡсатлы йәшәргә тәҡдим итәм. Шулай итеп ҡарағыҙ әле, унан йыл аҙағында йомғаҡ яһарһығыҙ. Күрерһегеҙ, маҡсатлы йәшәһәгеҙ, күпкә ижади, тулы һәм сағыу буласаҡ тормошоғоҙ.
Ләйлә СИРАЕВА.
ғәҙәттәре сәйер...
ХӘЙЕР ҺОРАШЫУСЫЛАР ЯРҘАМДАН БАШ ТАРТА
Улар хәйер һорашыусы берәй ҡартты күрә лә, социаль селтәрҙәрҙә: "Ярҙам кәрәк! Ҡайҙа социаль хеҙмәткәрҙәр?" - тип саң ҡаға башлай. Беҙ мотлаҡ ошо урынға сығып, ошо кешене табабыҙ, ярҙам тәҡдим итәбеҙ, әммә улар йыш ҡына: "Рәхмәт, миңә һеҙҙең хеҙмәтегеҙ кәрәкмәй!" - тип баш тарта.
бәхес майҙаны
БАШҠОРТ БАЙЫҺА, БИСӘ АЛҺЫНМЫ?
Ир-егеттең ҡеүәтен тулыһынса файҙаланыу, уларҙың сәләмәтлеген дә һаҡлау, гонаһтан да аралау булыр ине был. Юғиһә, бөгөн ирҙәр иллегә етер-етмәҫтән бабай роленә инергә мәжбүр.
Өфө башҡорто
УЛ БАЛЫҠТАР ДОНЪЯҺЫН ӨЙРӘНӘ
Башҡортостан тигәндә, күҙ алдына Өфө килә, сөнки минең бала сағым, үҫмер йылдарым, йәшлегем шунда үтте. Шунан, әлбиттә, Башҡортостан минең өсөн атайымдың тыуған яғы - Темәс ауылы, Талҡаҫ күле булып хәтерҙә йәшәй.
ҡыҙыҡлы әңгәмә
БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ БЫЛ ЕРҘӘРГӘ ТАШ БУЛЫП ҺЕҢГӘН
Беҙ глобалләшеү заманында ла нисек тә булһа Уралыбыҙҙы, аҫаба халыҡ ерҙәрен, телебеҙҙе, бай ижадыбыҙҙы, генетик байлығыбыҙҙы һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ.
фекер алышайыҡ!
ҮҘ ИСЕМЕ МЕНӘН АТАУ ОЯТМЫ, БЫЛ ҺҮҘҘӘРҘЕ ЛӨҒӘТЕБЕҘҘӘН АЛЫРҒАМЫ?
Шунан һүҙгә һис тә аптырап бармаған хирургия мөдире Фәлән ағай ҡушыла һәм инәйебеҙҙең ҡолағына яҡыныраҡ эйелеп: "Уҫыртамы, инәй?" - тип, "ауылса" һуҡтыра. "Әй, уҫырта, улым, уҫырта", - тип яуап бирә әбей.
Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА
НИШЛӘҮЕҢ БЫЛ, САРАМ, ЙӘНКИҪӘК!
Кем уға аяҡ сала? Элекке мөхәрриреме? Шул ҡурҡаҡ әҙәм һаман булышамы? Сара Ғирфан Рәсүлевичтан эш һорап йөрөмәне, ул үҙе саҡырҙы, үҙе өмөтләндерҙе лә баһа.
халыҡ аҡылы
ҠОРТТОҢ ҠОТОН ҺАҠЛА, ЙӘКИ БӨРЙӘНГӘ ҠОРТ АЛЫРҒА ТИП КИЛГӘН БЕРӘҮҘЕҢ ҺӨЙЛӘГӘНДӘРЕНӘН
Шул саҡ мин ҡорттарҙың тыныс ҡына гөжләп осоуына иғтибар итәм. Бына һиңә - мә, уларҙы тыңлап ултырыу ҙа күңелгә ниндәйҙер рәхәтлек бирә икән. Тәнгә элек мин белмәгән ниндәйҙер илаһи тыныслыҡ килә.
тәбиғәт мөғжизәһе
ХӘҘЕР ИНДЕ СЕЛ БӘЛӘКӘС
Сел ғаиләһе күптәргә үрнәк булырлыҡ. Йәш саҡта ҡауышҡан парҙар ғүмер буйына бер-береһенә тоғро ҡала. Ата сел һәр ваҡыт ғаиләгә ныҡлы терәк була - йомортҡа ла баҫыша, ашарға ла таба, балаларҙы ла тәрбиәләшә, ояны ла һаҡлай.
театр яңылыҡтары
ТЕАТР ЯҢЫРТЫЛҒАН БИНАҺЫН АСТЫ
Яңы йыл алдынан Башҡорт академия драма театрында Николай Крашенинниковтың "Әмилә" романы буйынса пластик спектаклдең премьераһы булды.
көнауаз
САЛАУАТ ҺӘЙКӘЛЕ БЕҘҘЕ ТАШЛАП КИТМӘЙӘСӘК
Һәйкәлдең эсендә бушлыҡ, ундағы температура ҡышын һыуына, йәйен йылып быулана, тыштан да ел-ямғыр-ҡар һәм башҡалар суйынды тутыҡтырған. Һәйкәлдең тотоп торған трост һәм башҡа тимер нығытмалар ҙа серей.
|