САЛ УРАЛДАН - САЛБУУРУНҒА,
БӨГӨНГӨНӘН - САЛ ТАРИХҠА...
Гөлгөнә БАЙМЫРҘИНА, Республика халыҡ ижады үҙәгенең фольклор буйынса төп белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: "Беренсе тапҡыр йыртҡыс ҡош тотоп шөғөлләнеп ҡараным. Ҡурҡыта, шулай ҙа өйрәтеүсе егеттәрҙең әйткәнен иҫтә тотоп, тулҡынланыуымды һиҙҙермәҫкә, үҙемде ҡулға алырға тырышам. Шунан тағы ҡырғыҙ бөркөтсөләренең: "Тыныслан! Ҡошто арба!" - тигәнен дә күҙ алдында тотам... Уңыш йылмайҙымы, Хоҙай ярҙамымы - әммә беренсе тапҡыр бөркөт менән һунар итеү ярышында ҡатнашып, икенсе урын яулауыма тәжрибәле бөркөтсөләр ҙә аптыраны. 25-28 килолыҡ ҙур ҡош ҡулыңа килеп ултырғас, ниндәй тойғолар кисергәнде әйтеп аңлатып булмайҙыр ул. Башҡорт ҡатындары борон-борондан юҡҡа ғына ирҙәре менән бергә һунарға йөрөмәгән, ҡуша яу сапмағандыр, күрәһең. Сөнки күңелдә ҡайҙалыр төптә ятҡан булмышың уяна, хистәр бураны уйнай: ҡыуаныс. Ғорурлыҡ. Ҡапыл үҙеңде ҙурайып, үҫеп киткәндәй тояһың, кәүҙәң турая, башың юғары сөйөлә. Һин - батшабикә!"
(Дауамын уҡырға)
ҡала хакимиәтендә
КИЛӘСӘК ЮЛДАРЫН КҮҘАЛЛАП...
Юридик мутлашыуҙар алдында муниципалитет яҡлауһыҙ ҡала, ә ниндәйҙер юридик банда ҡала ерҙәрен тартып ала. Шуға күрә яңы йүнәлеш булдырырға мәжбүрбеҙ, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында күперҙе күсерәсәкбеҙ.
әсәй яҙмалары
МАЛАЙҘАР ТУЛЫ ДОНЪЯМ...
Берсә саҡырып, берсә яратып, берсә киҫәтеп, "Бәхтейәр! Баязит! Байназар!" тип уларға тәүлегенә әллә нисә тапҡыр өндәшәбеҙ. Тимәк, көнө буйы беҙҙең өйҙә матур теләктәр яңғырап тора.
афарин!
ҠУРАЙ МОҢОН ДОНЪЯҒА ТАНЫТТЫ
Һуңғы һигеҙ йыл эсендә Рәмил Ғәйзуллинға донъяның утыҙ дүрт оркестры менән бер сәхнәлә сығыш яһау бәхете тейә. Төрлө фестиваль-конкурстарҙа ҡатнаша, еңеүҙәр яулай.
ҡыҫҡа әңгәмә
МӘМЕРЙӘ ЭСЕНДӘ ҠУРАЙ МОҢО ЯҢҒЫРАНЫ
Ошо көндәрҙә Өфөлә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының (СИОФФ) 48-се Бөтөн донъя конгресы үтә. Уның сиктәрендә ойошторолған иң сағыу сараларҙың береһе булып Башҡортостандың Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының Шүлгәнташ мәмерйәһендәге концертын атарға булалыр.
|