«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№47, 21 - 27 ноябрь, 2015

ЗАТЫБЫҘҘЫ,

БЕҘҘЕҢ ЕРЕБЕҘҘЕ

РУХИ ҠОРОЛТАЙҘАР

ЯУЛАҺЫН!

Сафуан Яҡшығоловҡа хат*

Ҡәүемемдә болғауырҙар мәле,
Һинең уйың нисек, олатай?
Килеп тыуған ошо өҙәремде
Яйлай алыр микән Ҡоролтай?

Халыҡ бит ул былар ғына түгел,
Ҡәүемемдең күбе - йырыңда!
Ҡәүемемдең күбе - ер ҡуйынында,
Ҡәүемемдең күбе - йырында.

Әле лә беҙ тупраҡ йырын көйләп,
Ер китә тип башты ватабыҙ.
Алһалар ҙа,
Һатһалар ҙа - китмәҫ.
Унда ята баба-атабыҙ.
Ер - ул беҙҙең изге батабыҙ.

Бетеү булып баба ҡаны тамған,
Затлы диуар хасил һөйәктән.
Инанғаным ошо -
Халыҡ йыры - доға,
Ул айырмаҫ беҙҙе төйәктән.
Мөҡәддәс һүҙ килә - Бөйөктән!

Илебеҙҙе һаман һаҡлап тота
Бәндәбикәләрҙең (ы)рухы.
Беҙҙең дәүер ниҙәр ҡылды икән
Ишәйтергә милләт ырыҫын?..
Туҙманымы ҡәүем мираҫы?

Ауылдарҙа - затлы тамыр,
Халыҡ
Тамырлана бөгөн ҡалала.
Иномаркаларҙа елгән рухлы
Яңы башҡорт илдә ярала.
Тик табыла сүбек арала...
Яңы башҡорт һиндәй "Урал" тыңлай,
Ул да һинең кеүек намаҙҙа.
Улар һүҙе бер көн алға сығыр,
Иман илде тотор бер аҙҙан.
Айыҡ халыҡ сығыр мираждан!

Тик табыла һаман ил өҫтөндә
Тамаҡ ярыусылар:
- Ҡоролтай!
Ил ҡаймағын һөҙөп улар бөгөн
Милләт асманында шом туплай...

Тибеп асмайбыҙ беҙ ишектәрҙе,
Төкөрмәйбеҙ әҙәм башына.
Ҡыҙыҡмайбыҙ яттың ерҙәренә,
Үрелмәйбеҙ ситтең ашына.
Ҡаҡмайбыҙ беҙ илгә буш шына.

Урал батырҙан да уҙып тағы
Ниҙәр әйтеп була халыҡҡа?
Берҙәм булмағандан ғына ҡай саҡ
Эсем бошоп китә һис юҡтан!
Зар иламай ҡәүем юҡлыҡтан.

Мәскәүҙә лә, Америкала ла
Белем эстәй башҡорт балаһы.
"Ете ҡыҙ" ҙа ҡайтып төштө, ана,
Һаҡлар өсөн башҡорт ҡалаһын!

Тик замандаш шуны аңлаһын:
Заман заңы, сире түгел беҙҙе,
Башҡорт рухы йәнде яулаһын!
Йөрәктәрҙә,
Аңда, зиһендәрҙә
Иманыбыҙ ҡаны ҡайнаһын!
Затыбыҙҙы, беҙҙең еребеҙҙе
Рухи ҡоролтайҙар яулаһын!

...Минең менән килешмәгән, ана,
Һинең яҙмаларға күҙ һалһын...

Лариса АБДУЛЛИНА.

көн ҡаҙағы
ТӘБИҒӘТ НИСЕК ЯРАЛТҠАН, ШУЛ КИЛЕШ ТОРҺОН ТОРАТАУЫБЫҘ

Торатау - Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙарҙың береһе. Бында табылған боронғо диңгеҙ тереклегенең ташҡа әйләнгән ҡалдыҡтары тауҙың йәшен аныҡ билдәләргә ярҙам итте - 285 миллион йыл.

тарихи хәҡиҡәт
ЫРЫУҘАРҘЫ БЕРГӘ ЙЫЙҒАН СӘЙӘСИ ИНСТИТУТ БУЛҒАН ҠОРОЛТАЙҘАР

Айҙа болон яланында борон ете ырыуҙың тамғалары һуғылған имән бағана торған. Бағана сереһә, уның урынына яңыһын ултыртҡандар. Ете ырыу берләшмәһе монгол-татар яуы дәүеренән, йәғни ХIII быуат башынан билдәле.

милләт ҡор йыя
АЛҒА ҠАРАП УЙЛАНАЙЫҠ, ТАРИХИ ҮТКӘНДӘРЕБЕҘГӘ ҠАРАП ҒОРУРЛАНАЙЫҠ!

Шулай итеп, еренә, иркенә ҡурҡыныс янаған саҡта башҡорттар, сараһыҙҙың көнөнән, дошманға ныҡлы ҡаршылыҡ та күрһәтә, мәле еткәндә дипломатик һөйләшеүҙәр ҙә алып бара белә. Әммә бер илгә лә баҫып инмәй.

һай! һай! һай!
БУЛЫР ИЛДЕҢ БАЛАҺЫ ҠОРҒА ЙЫЙЫЛЫП, ФЕКЕР БЕЛДЕРЕР

"Башҡорт телендә һөйләшеүҙе "модаға" индерергә ул һеҙгә әйбер түгел бит! Кейем модала булыуы мөмкин, уны аҙаҡ, модаһы үтте, тип ташлап та ҡуйып була. Ә туған телде нисек ташлап ҡуйып булһын?"

ҡул белгән шөғөл
ӨФӨБӨҘҘӨ ҠЫМЫҘСЫЛЫҠ ҮҘӘГЕ ИТЕРГӘ ХЫЯЛЛАНАМ

Быйылға берәмләп һатыу нөктәләре генә ойошторорға ҡарар иттем. Ҡымыҙҙы үҙемдең тыуған районымда - Учалыла урынлашҡан һәм оҙаҡ йылдар ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнгән "Байрамғол" агрофермаһынан алып килдем.

Киске Өфө
 
Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru