ТОЛЕРАНТЛЫҠ
Толерантлыҡ - ул ниндәйҙер шарттарға түҙеп, күнеп, килешеп йәшәүҙе аңлата. Һеҙ был төшөнсәне нисек аңлайһығыҙ һәм тормошоғоҙҙа уны ҡулланырға тура киләме?
(Дауамын уҡырға)
фәһем
ИНТЕРНЕТҺЫҘ БЫУЫН...
Көндәрҙән бер көндө улы атаһынан һораған: - Атай, һеҙ нисек технологияларһыҙ, интернетһыҙ, компьютерһыҙ, телевизорһыҙ, кондиционерһыҙ, телефонһыҙ йәшәй алдығыҙ ул?
әйҙә, аҡса эшләйек
ҠАҠ ҠОЙОРҒА ӨЙРӘНДЕМ...
Бер яҡтан, кәнфит һәм шоколад яратыуым бер ни ҡәҙәр ауырлыҡтар тыуҙырһа ла, бөгөнгө көндә миңә аҡса килтереп торған шөғөл табырға ла булышлыҡ итте. Гәзит уҡыусыларға ошо шөғөлөм тураһында һөйләгем килә.
ишара
УҢАЙҺЫҘ МӘСЬӘЛӘМЕ?
Ҡаршыма килгән оло йәштәрҙәге апайҙың уңлы-һуллы ҡаранғанын шәйләгәс, ҡалаға һоҡланып киләлер, тип уйлаһам, уйы башҡала булған икән.
әйҙәгеҙ
АТАЙСАЛҒА ҠАЙТАЙЫҠ!
Башҡорт халҡында "Күмәкләгән - яу ҡайтарған" тигән әйтем бар. "Атайсал" проекты аша ҡала һәм ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләне уңышлы яҡташтары ярҙамында хәл итә башланы.
тел төбө - хазина!
БЕР-БЕРЕБЕҘҘЕ СӘЛӘМЛӘЙЕК, БЕР-БЕРЕБЕҘГӘ ЙЫШЫРАҠ ЙЫЛМАЯЙЫҠ!
Мосолмандарға бер-береһен "Әссәләмү ғәләйкүм!" тип сәләмләргә ҡушылған. Был сәләмләүҙе "һаумы", "привет" тигән һымаҡ ябай ғына һүҙбәйләнеш йә иһә "ҡарттарса һаулыҡ һорашыу" тип кенә аңлау ярамай.
ырыуың кем?
ҺАЛЙОТ, ТЕРҺӘК, ҺЕҢРӘН, БӘКӘТИН, ҺЫРҘЫ, ШУРАН - 5
Күрәһең, урта быуаттарҙа һырҙыларҙың ата-бабалары Евразия далаларында көн иткән олораҡ бер ҡәүем тармаҡтарының береһе булып, билдәле бер тарихи сәбәптәр арҡаһында Көньяҡ Уралға ҡайтып, ошонда ерегеп ҡалған.
тәрбиә мәктәбе
БАЛАҢ ҺӘЛӘТЕН ҮҪТЕРӘ БЕЛ!
Бала уйнаған уйынсығын боҙа икән, ҡыуанырға кәрәк - ул ҡыҙыҡһына башланы; әгәр уйынсыҡты боҙоп, кире йыйһа, икеләтә ҡыуанырға кәрәк - баланың фекерләү һәләте тамыр ебәрә.
уйлыға - уй!
БУЛАСАҠҠА САРА ЮҠМЫ?
Икенсе көнөнә үк каруансылар әйҙәүсе егеттең ни тиклем кәрәк булғанлығын аңлай башлаған. Ни өсөн тигәндә, туҡтап ял иткән урындарынан иртә таңдан ҡайһы тарафҡа китергә икәнлекте белмәй оҙаҡ ҡаңғырған улар.
Наил Ғәйетбай
ЙӘН-3
Шул саҡта ғына Ғәйнулла ағайҙы иҫләнем. Былтыр Искәндәрҙе етәкләп, өйөнә барҙым, рәхмәт әйттем, хәйер бирҙем. Ул Искәндәрҙе өшкөрҙө, башын һыйпап, йәнә: "Ҙур кеше буласаҡ был бала, Алла бирһә", - тине. Рәхмәт инде уға.
йәшел дарыухана
МАЙ ҮЛӘНДӘРЕ ЙЫЙ
Май еттеме, шифалы үҫемлектәр йыя башларға ла мөмкин. Уларҙың күбеһен әлеге осорҙа турамаларға ҡушып ҡулланырға була. Сананы йәй әҙерлә, тигәндәй, әле үк ҡышҡылыҡҡа кәрәкле дауаны хәстәрләй башлау осоро ла был ай.
иҫкәртәбеҙ!
ЯҘҒЫ ХӘҮЕФТӘР
Көн йылыныу менән кешеләргә тағы ике хәүеф янай. Уның береһе талпан булһа, икенсеһе - сысҡандар. Уларҙың икеһе лә инвалидлыҡҡа, хатта үлемгә килтергән ҡурҡыныс вирус тарата. Уларҙан нисек һаҡланырға?
мосолман әҙәбе
ҠӘҘЕР КИСЕ
"Ул дүрт төркөмдөң тәүгеһе иҫерткес эсеүсене, икенсеһе - ата-әсәһен рәнйетеүсене ярлыҡаманы. Өсөнсөһө - туған менән талашҡан кеше, дүртенсеһе - үс тотоусыны, йәғни асыу һаҡлаусыны ярлыҡаманы", - тиер.
|