«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТОЛЕРАНТЛЫҠ
+  - 


Толерантлыҡ - ул ниндәйҙер шарттарға түҙеп, күнеп, килешеп йәшәүҙе аңлата. Һеҙ был төшөнсәне нисек аңлайһығыҙ һәм тормошоғоҙҙа уны ҡулланырға тура киләме?

Зәкирйән ӘМИНЕВ, философия фәндәре кандидаты: Эйе, сит телдән һүҙмә-һүҙ тәржемә иткәндә, толерантлыҡ түҙемлек, сабырлыҡ, әйләнә-тирәңдәге ниндәйҙер хәлдәргә йәки кешеләргә, уларҙың тәртибе, холоҡ-ҡылығына һәм йәшәү рәүешенә ҡарата түҙемлек күрһәтеп, тотанаҡлыҡ һаҡлап йәшәү. Аҡыл эйәһе ҡартәсәйем әйткәнсә, "үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел" тигән һымаҡ булып сыға инде. Күп осраҡта беҙ шулай йәшәйбеҙ ҙә кеүек. Икенсе яҡтан, бындай түҙемлектең дә сиге килеп сығыу ихтималлығын иҫтә тотоу кәрәктер, тип уйлайым. Шуға күрә лә, толерант булыу кәрәкме ул, тигән һорау тыуыуы ла бар бит. Түҙемлек, сабырлыҡ күрһәтеп йәшәүсе кеше, уйлап ҡараһаң, ихтыярһыҙҙан ғәйре ниндәйҙер кимәлдә зыян күреүсе булып сыға түгелме? Түҙеп йәшәүсенең шул уҡ ваҡытта үҙендә агрессия, ризаһыҙлыҡ тойғолары тупланыуы ла бар. Ҡайһы бер илдәрҙә, әйтәйек, айырыуса Францияла урындағы халыҡтың ситтән килгән мигранттар баҫымында йәшәүе хаҡында бөгөн күп яҙыла. Сит илдәрҙән һыйыныр урын эҙләп килеүселәр тора-бара үҙҙәрен хужаларса иркен тота, үҙ мәнфәғәттәрен өҫтөн ҡуя, төп халыҡты һанламай, ихтирам итмәй башлай икән. Был, бәлки, урындағыларҙың артыҡ толерант булыуынан файҙаланып, бындай илдә нимә ҡыланһаң да ярай икән, тип аңлауҙан килеп сығалыр? Бына ошондай хаяһыҙлыҡҡа түҙергәме инде меҫкен француздарға? Толерант булып ҡыланырғамы артабан да?
Хәйер, был хаҡта уларҙың үҙҙәренең башы ауыртһын, әйҙә, ләкин ошонан сығып ғибрәт алмау ҙа мөмкин түгелдер. Дөрөҫөн әйткәндә, түҙеп йәшәйем, тип, шул уҡ ваҡытта үҙендә асыу, нәфрәт туплап йәшәү ике йөҙлөлөккә этәрә түгелме? Һәр нәмәнең сиге, самаһы була. Һәр кемдең дә сит-яттар тарафынан тейелгеһеҙ, үҙенең генә "биләмәһе" була һәм ул кешене башҡаларҙың ҡыҫылышынан, йоғонтоһонан аралап тора, уны хәүефһеҙлек мөхите тип әйтергә лә мөмкиндер. Йәғни, башҡалар менән психологик аралыҡ - дистанция һаҡлап йәшәү. Был хаҡта РФ Конституцияһының 24, 25 статьяларында ла хатта әйтеп кителә. Ошо тейелгеһеҙ шәхси аралыҡ һаҡланған һәм башҡалар тарафынан ихтирам ителгән хәлдә генә түҙемлек күрһәтеп, сабырлыҡ менән йәшәргә мөмкиндер.
Әлбиттә, "толерантлыҡ" һүҙен алып ташларға һәм уны "ихтирамлы мөнәсәбәт", "һыйышып татыу йәшәү" төшөнсәләре менән алмаштырырға ла була. Ләкин ниндәй генә хәлдә лә төп йөкмәтке кемдеңдер ҡылыҡ-тәртибенә, тормош рәүешенә түҙеп йәшәүҙе түгел, ә башҡалар фекеренә, йола-ғәҙәттәренә, милләтенә, дини инаныуҙарына ихтирам менән ҡарауҙы аңлата. Был, әлбиттә, кешенән мәҙәни кимәл һәм тәрбиәлелек кеүек сифаттар талап итәлер.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "толерантлыҡ" һүҙен рус теленән алып ташларға һәм уны "халыҡтар дуҫлығы" тигән төшөнсә менән алмаштырырға тәҡдим итә икән, был термин этник-ара мөнәсәбәттәргә ҡағыла һәм, ысынлап та, бында дөрөҫлөк бар. Ә бына толерантлыҡтың сәйәси, гендер, раса, дин, синыф һәм белем айырмалыҡтарына ҡағылған мәғәнәһен икенсе төрлөрәк һүҙҙәр менән атарға кәрәк буласаҡ. Хәйер, башҡорт теленә тәржемәһе уның былай ҙа "ихтирамлы мөнәсәбәт" тигән мәғәнә бирә. Йәғни, был кеше фекеренә, йәшәү рәүешенә һәм инаныуҙарына ҡыҫылмай, нейтралитет һаҡлап йәшәү мәғәнәһендә ҡулланына. Һәр хәлдә, мин үҙемә ҡарата ошондай күҙлектән сығып ҡарауҙарын теләр инем, сөнки һәр нәмәне үҙ исеме менән атап, турараҡ әйтеп һөйләү ғәҙәтем миңә ана шундай мөнәсәбәт талап итә лә инде, юғиһә, һәр һүҙеңдән хилафлыҡ эҙләп, бәйләнеп аптыратыусылар ҙа байтаҡ арабыҙҙа.

Фирүзә ИШБИРҘИНА, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Дөрөҫөн әйткәндә, был "толерантлыҡ" тигән һүҙҙең мәғәнәһе мине лә күптән уйландыра ине. Нисек инде, ниндәйҙер хәлгә, йә булмаһа бигүк килешле булып етмәгән ҡылыҡ-холоҡтарға күрәләтә түҙемлек күрһәтергә була, тип аптырай инем. Ярай, кемдер түҙер ҙә, ти, ә бына минең сабырһыҙыраҡ холҡома йә ҡырыҫлығыма түҙемлек күрһәтеүселәр күп булыр инеме икән? Бының киреһе осраҡтарында "әпәй шүрлегеңә" менеп төшөүҙәре лә бар бит әле. Республика Башлығының тәҡдиме менән килешәм. Ысынлап та, ул әйтмешләй: "Башҡортостаныбыҙҙа башҡорт, рус, татар, мари, сыуаштар, православныйҙар, мосолмандар, йәһүдтәр бала саҡтан уҡ дуҫлашып бөткәндәр: бергә үҫәләр, уҡыйҙар, эшләйҙәр, өйләнешәләр, ҡатнаш ғаилә ҡоралар".
Ошо урында "ҡатнаш ғаиләләр"гә ҡарата шәхси фекеремде белдереп киткем килә. Дөрөҫ, йөрәккә бойороп булмай, төрлө милләт вәкилдәре бер-береһен табып, үҙ-ара килешеп, яратышып йәшәй икән, был бик һәйбәт. Ләкин тормош юлдашын үҙ милләтеңдән һайлау бурысы беҙгә - ата-бабаларыбыҙ васыяты, сөнки глобалләшеү осоронда былай ҙа бер халыҡ икенсеһе тарафынан "йотолорға" ғына тора. Ә бит милләтебеҙҙе, уның этник берлеген, йола үҙенсәлектәрен, күп быуатлыҡ тарихын, туған телен һаҡлап йәшәү һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Әлеге бер милләттең икенсеһе тарафынан "йотолоу" күренеше ул, дөрөҫөн әйткәндә, артыҡ ныҡ толерант булыу бәләһелер, ти тә уйланыла. Дуҫ йәшә, толерант бул, әлбиттә, ләкин үҙ йөҙөңдө, асылыңды ла юғалтма, тамырыңдан айырылма, тип әйтмәксемен. Ысынлап та, төрлө милләт халыҡтарының дуҫ, татыу йәшәүе, бер-береһенә ихтирамлы мөнәсәбәте йәмғиәтебеҙ берҙәмлеген, уның ҡеүәтен тәьмин итеп тора бит. Беҙҙә төрлө дини конфессиялар ҙа һыйышып, тыныс хеҙмәттәшлек итә. Дәүләтебеҙ власының закон сығарыу органдарында ла төрлө сәйәси партиялар аңлашып эшләй. Ә бына социаль өлкәлә, мәҫәлән, кешегә уның матди хәленә, белеменә, һөнәренә, хатта йыш ҡына сирле йә инвалид булыуына ҡарап та айырыу осраҡтары йәшәп килә, үкенескә. Кем һәм ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, кешегә ихтирамлы мөнәсәбәт күрһәтеү - ул юғары мәҙәнилек сифаттары талап итә торғандыр.

Айгөл ИШМОРАТОВА, БДУ студенты: Толерантлыҡ - киң мәғәнәле төшөнсә. Ул төрлө милләт халыҡтарының һыйышып тыныс йәшәү рәүешенә генә ҡағылмай, әлбиттә. Ә инде тап ошо өлкәгә ҡағылыусы толерантлыҡ терминын икенсе һүҙ менән алыштырырға тәҡдим ителә икән, рәхим итһендәр, бынан ғына уның асылы, йөкмәткеһе үҙгәрмәйәсәк бит. Беҙҙә шулай уҡ кешене тән тиреһе төҫөнә, ниндәй дин тотоуына, йә булмаһа сәйәси ҡараштары буйынса ла айырып ҡарау тигән нәмә юҡ, йәмғиәт бындай билдәләргә тыныс ҡарай. Ләкин мине ошо терминға ҡағылышлы бер сетерекле хәл ныҡ борсой. Былтыр Коммерсант.ru порталы рәсәйҙәрҙең енси аҙсылыҡҡа ҡарата толерантлығы, йәғни был күренешкә түҙемле (о, юҡ, тик ихтирам түгел!) мөнәсәбәт күрһәтеүселәр һанының артыуы тураһында "Левада-үҙәк" үткәргән һорау алыу мәғлүмәттәрен баҫып сығарҙы. Ләкин, бәхеткә күрә, опроста ҡатнашҡандарҙың 56 проценты был ғибрәт күренешкә үҙенең кире ҡарашын белдерҙе. 40 процент битараф булһа, ыңғай фекер белдереүселәр 3 процент тәшкил итә. Әйткән-дәй, толерантлыҡ - ул битарафлыҡ түгел, ә бына был мәсьәләлә кемдер битараф икән, киләсәктә бындай ғәмһеҙлектең ҡиммәткә төшөүе лә бар. Ә әлеге 3 проценттың башын бутаусы - ул көнбайыш идеологияһы касафаты. Белеүебеҙсә, АҠШ һәм Европа илдәре йәмғиәте традицион булмаған енси йүнәлешле әҙәмдәргә үтә лә түҙем һәм сабыр ғына түгел, дөрөҫөрәге, бындай күренеште хуплап -йөпләп кенә тора. Көнбайыш донъяла бөгөн гомосексуализм, лесбиянлыҡ, бер иш енеслеләр никахы, "ирекле мөхәббәт" һәм башҡа шундай аҙсылыҡты тәшкил иткән ғәрип идеология әүҙем пропагандалана һәм күпселек аңына көсләп тағыла. Боҙоҡлоҡто асыҡтан-асыҡ пропагандалап, уның "бағыусылары" медицина өлкәһенә күпләп аҡса һалыусы супер-байҙар һәм миллиардерҙар икән, тип уҡыным. Был уларға әлеге боҙоҡлоҡтар эҙемтәһенә дусар булған әҙәмдәрҙе СПИД, ВИЧ һәм башҡа йоғошло сирҙәрҙән, йәнәһе, дауалап, ҙур килемдәр алыуға иҫәп тота икән.
Ошо көнбайыш йоғонтоһо беҙҙең илгә лә үтеп инә тора. Яңыраҡ бит хатта Өфөлә ана шундай зәғиф аңлылар митинг үткәреүгә рөхсәт һорап, баш ҡала мэрияһына мөрәжәғәт иткәйне, бәхеткә, беҙҙең йәшәү рәүешенә, тәрбиә маҡсаттарына тап килмәгән был сит-ят күренеште пропагандалау закон нигеҙендә тыйыла. Йәмғиәтебеҙҙең рухи һәм физик сәләмәтлеген ҡайғыртыу дәүләт әһәмиәтендәге мәсьәлә. Аң кимәлдәре зәғиф был аҙсылыҡтың шулай ҙа әленән-әле Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа үҙ лозунгылары менән урамға сығырға маташыуҙарында Рәсәйгә ҡаршы иғлан ителгән әлеге санкцияларҙың ҡыҫылышы юҡ, тип кем әйтә ала?..

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №16, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.04.22 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru