«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№1, 8 - 14 ғинуар 2022

ЙӘ ЯУА ЛА, ЙӘ ЮҠ...

Борон-борондан халҡым ҡоштарҙың, йәнлектәрҙең, хатта бөжәктәрҙең үҙен нисек тотоуына ҡарап, һауа торошон, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе фаразлай алған.

Был тәңгәлдә ҡәрсәйемдең һынамыштары бик тура килә торғайны. Ҡыштың айырым көндәренә ҡарап, яҙҙың, йәйҙең нисек килерен билдәләй ине ул. Көҙөн айырым көндәрҙе билдәләп, урман-ҡырға сығып килер ҙә, "Быйыл ҡыш ҡаты һыуыҡтар булырға оҡшаған. Ҡырмыҫҡа үҙ иләүен бигерәк бейек, ҙур итеп һалған" йәки "Быйыл ҡыш йомшағыраҡ килер, ҡырмыҫҡа иләүе тәпәш кенә" тиер ине. Һуңғы йылдарҙа ҡәрсәйемдең әйткәндәрен һынап ҡарамаҡҡа мин дә иләүҙең ҙурлығын-бәләкәйлеген һынағаным бар. Ысынлап та, тура килә. Ҡырмыҫҡаға ҡағылышлы тағы шундай һынамышы бар ине ҡәрсәйемдең: "Көн матурайыр, ахыры, ҡырмыҫҡалар йәнләнде".
Ай кәртәләнһә, буран була, тигәне лә раҫ килә торғайны. Болотло көндә бесәй арҡаһына ятһа, көн йылыта тигәне лә дөрөҫ.
Ағасҡа бәҫ һырыhа, һоло яҡшы уңыр, тигән юрауы ла бар ине ҡәрсәйемдең. Ғөмүмән, ҡарға, ҡышҡа бәйле һынамыштары күп булды һәм һәр ваҡыт тура килә ине. Ҡар ни тиклем күп яуһа, яҙын үлән дә шул ҡәҙәре күпереп үҫер, тигәне әле лә бик актуаль.
Халыҡ һынамышына ярашлы, 19 декабрҙә ҡар яуһа, ҡыш - һалҡын, буран булһа, ҡыш буйы буран буласаҡ. Быйыл ҡар ҙа яуҙы, еле лә көслө булды. Һыуыҡ та, буранлы ла булырға тейеш тә, әммә һуңғы йылдарҙа илдә генә түгел, республикала ла климат үҙгәрә. Шуға күрә халыҡ һынамыштары тура килмәүе лә ихтимал. Йылдан-йыл ҡар аҙыраҡ яуа. Һыуыҡтар ҙа элекке һымаҡ түгел. Бер нисә йыл рәттән аномаль эҫе күҙәтелә. Дөйөм климаттың үҙгәреүенә бәйле ҡыштарҙың йылдан-йыл йылы килеүе күҙәтелә. Быйыл да бик ныҡ һыуыҡ булырға тейеш түгел. Әммә ҡапыл үҙгәреүенә әҙер булырға кәрәк, тип уйлайым.
Сентябрь аяҙ булһа, ҡыш һалҡын булырға тейеш. Тик быйыл һарысайҙа ямғыры ла, болото ла булды. Шуға күрә һалҡын ҡышҡа өмөт итергә түгел. Һәр хәлдә, гидрометеорологтар ҙа икеләнә: 2022 йылда һауа торошо ҡышын да, йәйен дә үҙгәреүсән була, тип белдерҙеләр белдереүгә. Был гидрометеорологтар тураһында халыҡ телендәге лаҡапты раҫлай инде: йә яуа ла, йә юҡ, тип шаярталар бит.

Хәмиҙә ҠУНАҠҠУЖИНА.
Күмертау ҡалаһы.

мөғжизәләр донъяһында
НИНДӘЙ ДӘҮЕРҘӘ ЙӘШӘЙБЕҘ?

Яңы йылды ҡаршылағандан һуң түҙемһеҙләнеп йылы яҙҙы һәм эҫе йәйҙе көтә башлаясаҡбыҙ. Ә ысынында әлеге мәлдә һалҡын дәүерҙә йәшәп ятҡаныбыҙҙы беләһегеҙме?

бынағайыш
ФӘҠИРЛЕКТӘН ТАҒЫ БЕР САРА

Дәүләт машинаһы эшләмәй, тип ҡарағыҙ: ярлы халыҡ категорияһын кәметеү өсөн бөтөн булған фантазия эшкә егелә, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Әле яңыраҡ ҡына беҙ фәҡирҙәр һанын иҫәпләүҙең яңы ысулы хаҡында хәбәр иткәйнек. Яңы формула байтаҡҡа кәметә түгелме шул "күҙгә сүп" ҡатламды?

ишеткәйнегеҙме әле?
УҘҒАН ЙЫЛДЫҢ УН ДҮРТ БҮЛӘГЕ

Тулы эш хаҡын алыу өсөн кәмендә 8 йыл эш стажы кәрәк ине. Был ғәҙелһеҙлек төҙәтелде: хәҙер сирләп киткән 7 йәшкә тиклемге баланы ҡарау буйынса, стаж күләменә ҡарамаҫтан, атай йә әсәйгә эш хаҡы 100 процент күләмендә түләнәсәк.

тарих ярсыҡтары
КЕМ УЛ СОЛТАНМӘХМҮТ ЮЛДАШЕВ?

"Муса Мортазин менән бәйләнештә булып, йәшерен йыйылыштарҙа совет власына ҡаршы көрәш ойоштороу мәсьәләләрен күтәрә. Колхозды юҡҡа сығарыу өсөн агитациялар алып бара", - тигән ғәйепләү менән хөкөм ҡарары сығарыла.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
ТӘҮҘӘ ҺИН ЫРЫУЫҢДЫ АСЫҠЛА, ЫРЫУЫҢ БАШҠОРТЛОҒОҢДО РАҪЛАР...

Башҡорттар айырым бер башҡорт династияһы түгел, ә ырыуҙар берләшмәһе - сәйәси субъект һымаҡ ҡабул ителә. Үҙҙәренең эске сәйәси донъяһын тик ырыуҙар берҙәмлеге аша күргән, донъяға ошо берләшмә аша ҡараған.

уйлыға - уй
РОБОТТАН ҠАЛЫШМАҪҠА...

Футуролог киләһе йөҙ йыллыҡта кешелек 100 йылға түгел, 20 мең йылға алға китәсәк, тип раҫлай. Прогресс тиҙлеге йылдан-йыл арта бара. Бер нисә йыл эсендә генә техника, бәйләнеш, геномдарҙы өйрәнеү буйынса күпме алға киттек.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ
ҺӨНӘРСЕЛӘР һәм ӨЙРӘНСЕКТӘР (1-се бүлек)

Күҙ алмаларының ағын әйләндереп, ҡараларын ҡылыйландыра биреп танау осона йүнәлтеп, эҫелә сарсаған бурҙайҙай телемде һәлберәтә төшөп, иҫкә бер төрлө һантый әҙәмдәй иркен итеп, мәғәнәһеҙ, хаяһыҙ йылмайып ебәрҙем.

һабаҡтар
АСЫУЫН ЕҢГӘН КЕШЕ КӨСЛӨ | ВИЧ-инфекция йөрөтөүсе ҡатын монологы

Үҙемдең бәләмдә, бәхетһеҙлегемдә, әлбиттә, бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайым. Бөтәһенә лә тик үҙем генә ғәйеплемен. Аҡылһыҙлығым, дөрөҫөрәге, тәкәбберлегем хаҡы бик ҙур булды: бөтә ғаиләм, карьерам, киләсәгем менән түләнем.

хәтеркитап
КҮҢЕЛЕНДӘ ДОНЪЯ АҠЛЫҒЫ ИНЕ

Ҡанатланған ике ҡыҙ шиғыр яҙалар һәм уны мөғәллимдәренә алып баралар. "Шиғыр өсөн фекер кәрәк", ти уҡытыусы. "Ҡайтып барышлай, Фәүзиә минән: "Кәти, нимә ул фекер?" - тип һораны, мин үҙем дә был һүҙҙе аңлата алманым".

һыйламаға һыйың булһын!
БАУЫРҺАҠ - ТАБЫН ЙӘМЕ

Иғтибар итһәгеҙ, байрам өҫтәле милли ризыҡтар булғанда тағы ла күркәмерәк, йәмлерәк. Бигерәк тә бауырһаҡ, сәк-сәк өҫтәлде биҙәй. Уны һәр кем үҙе белгәнсә һәм теләгәнсә бешерә.

белмәһәң - бел!
ЮЛБАРЫҪТАР ТУРАҺЫНДА

Ата юлбарыҫтар буйға 3 метр оҙонлоҡҡа һәм 300 килограмм ауырлыҡҡа етә ала. Инә юлбарыҫтар уларҙан бәләкәйерәк була. Шулай уҡ был хайуандар 5-6 метр бейеклеккә һикерә һәм сәғәтенә 65 км тиҙлек менән саба ала.

әйҙәгеҙ...
ҮҘЕБЕҘСӘ КЕЙЕНӘЙЕК!

Борон-борондан әллә ниндәй ҡиммәтле тиреле йәнлектәр төйәк иткән Уралда йәшәгән халҡыбыҙҙың һунарсылыҡ итеп, ҡама тундар ғына кейеп йөрөүен, үҙебеҙҙең ниндәй затлы һәм зауыҡлы заттан икәнебеҙҙе иҫкә төшөрәйек!

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru